Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
9 Сентябрь 2021, 20:00

Онлайн-флешмоб дауам итә

Һеҙҙең иғтибарға Бөрйән районының Байназар ауылы китапханаһы исеменән сығыш яһаған Айгиз Буранғоловтың сығышын тәҡдим итәбеҙ. Быйылғы ауыр йәйҙә был видеояҙма айырыуса көнүҙәк. Халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин фәһемле һүҙҙәрен тап бөгөнгөбөҙгә төбәп әйткән кеүек...

Онлайн-флешмоб дауам итә
Онлайн-флешмоб дауам итә

Башҡортостандың Китапханалар ассоциацияһы Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхана менән берлектә “#ЦитатаУҡы” (#ЧитайЦитату) тип аталған үҙенсәлекле онлайн-флешмоб ойоштора.

Был сара донъя, рус, башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен, китап уҡыу мәҙәниәтен киңерәк танытыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ул Уҡыу һәм белем фестиваль-марафонына, Беренсе Республика китап уҡыу көнөнә ярашлы иғлан ителде.

Тәүге шарттар буйынса ике көн эсендә – 7-8 сентябрҙә үтергә тейешле сара сентябрь аҙағынаса дауам итә. Уның шарттары буйынса берәй китапты уҡырға тәҡдим итеп, шул әҫәрҙән өҙөк уҡып, ҡыҫҡа ғына видеояҙма эшләргә кәрәк.

Бөгөн һеҙҙең иғтибарға Бөрйән районының Байназар ауылы китапханаһы исеменән сығыш яһаған Айгиз Буранғоловтың сығышын тәҡдим итәбеҙ. Әйткәндәй, ул Бөрйән районының “Таң” гәзитендә эшләй. Конкурсҡа Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романынан өҙөк тәҡдим иткән. Быйылғы урман-ҡырҙарыбыҙ янғындан һәм ҡоролоҡтан зыян күргән ауыр йәйҙә Айгиздең видеояҙмаһы айырыуса көнүҙәк. Халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин фәһемле һүҙҙәрен тап бөгөнгөбөҙгә төбәп әйткән кеүек...

Онлайн-флешмоб тураһында тулыраҡ мәғлүмәт: https://vk.com/club203166723 төркөмөндә.

Фото: видеонан скриншот.

Вмдео: https://vk.com/club203166723 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: