Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
10 Сентябрь 2021, 23:15

Иҫке Сибайҙа яңы мәктәп ҡасан булыр?

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо йәһәттән борсолоп мөрәжәғәт иткән ата-әсәгә нимә тип яуап бирҙе? 

Иҫке Сибайҙа яңы мәктәп ҡасан булыр?
Иҫке Сибайҙа яңы мәктәп ҡасан булыр?

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында былтыр яңы мәктәп төҙөү эше башланғайны. Был яңылыҡты ауыл халҡы ғына түгел, тотош баймаҡтар ҡыуанып ҡабул ҡабул итте.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл сафҡа инергә тейешле белем усағы төҙөлөшө туҡталып ҡалды. Балаларын һәр көн иртә менән Сибай ҡалаһына автобуста оҙатҡан ата-әсәлә ризаһыҙлыҡ тыуҙы. Яңы уҡыу йылы алдынан район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев улар менән осрашып, мәсьәләгә бер аҙ асыҡлыҡ индергәйне. Әммә тамам түҙемлеге бөткән ата-әсә 8 сентябрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров менән "тура бәйләнеш"тә ошо һорау менән мөрәжәғәт итте.

"Өсөнсө йыл беҙҙең балалар теләһә ҡайҙа уҡый: башланғыс кластар - балалар баҡсаһында, клубта, музыка мәктәбендә. Өлкән кластар көн һайын иртәнге сәғәт 7-лә Сибайға бара. Улар ҡасан туған мәктәбендә уҡыр?" - тип белдерҙеләр.

Радий Фәрит улы был хәл тураһында хәбәрҙар булыуын әйтте, мәктәп киләһе йылһыҙ төҙөлөп бөтөлмәйәсәк, тине.

"Эшлекһеҙ подрядсы эләккән. Хәҙер уны алыштырабыҙ. Бөтә төр процедураларҙы үтергә тура киләсәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мөғжизә булыуы мөмкин түгел. Мәктәп 2022 йылдың 1 сентябренә сафҡа инәсәк", - тине Радий Хәбиров.

Фото: "Башинформ".

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: