Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
10 Сентябрь 2021, 09:41

Ир ҡанаты ат була

Әбйәлилдә ат спорты мәктәбе эшләй.

rcntrb.com
Фото:rcntrb.com

Сит ил кешеләре ултырған автомашиналар теҙмәһе Өфө яғына ҡуҙғалғас, юлдың ике яғынан һыбайлылар, машиналар менән бер тиҙлектә юрттырып, шунан саптырып бара башланы һәм Күсем ауылы биләмәһе ерҙәрен үткәнсә оҙатып килде. Һыбайлылары – йәш кенә егеттәр, араларында ҡыҙҙар ҙа күренә.

 – Кемдәр былар? – тип һораны сит ил делегацияһының башлығы.

– Беҙҙең ат спорты мәктәбе уҡыусылары, – тине Әбйәлил районы хакимиәте башлығы. – Борон башҡорттар оло ҡунаҡты ошо рәүешле һыбай ҡаршылаған һәм оҙатып ҡуйған бит. Шул йоланы башҡаралар.

Монгол Республикаһынан кил­гән кеше үҙҙәрендәге йылҡы һәм йылҡысылыҡ тураһында һөйләп алды: “Башҡорттоң да шөғөлдә­ренең береһе икән йылҡы аҫрау. Ит, ҡымыҙ өсөн генә түгел, йөк ташыу, юл йөрөү, һуғыш ҡоралы бу­лараҡ та алмаштырғыһыҙ бит йылҡы. Беҙҙә лә борон-борондан кешеләр балаларын йәштән үк ат менән ҡуша йәшәргә өйрәтә. Әлбит­тә, хәҙер тормошта йылҡысы­лыҡ­тың тотҡан урыны элекке кеүек үк түгел, әммә ҡороп та бөтмәгән. Уны киңерәк таратһаң, иҡтисад өсөн дә, быуындар күсәгилеш­лелеген һаҡлау өсөн дә кәрәк, шуға күрә мәктәп йәшенән үк балаларҙы йылҡыға яҡынлатһаң, бик килешә. Өҫтәүенә, ат менеп йөрөү кешеләге әллә ниндәй ауырыуҙарҙы дауалай, ти бит”.

– Беҙҙә атлы спорт мәктәбе бар ул, – тине район башлығы, тауышында маһайыу сатҡылары ла ишетелеп ҡалды.

Атлы спорт мәктәбе Әбйәлилдә генә түгел, бөтә Башҡортостанда берҙән-бер ине. Уны барлыҡҡа кил­тереүҙе район етәксеһе Влади­мир Павлюкович башланы. Аҡса­һын да, төҙөлөш материалдарын да, төҙөүселәрен дә ул тапты.

Мәктәптең төп бурысы итеп балаларҙы йылҡы малына, һыбай йөрөргә өйрәтеү булды. Шуға уны балаларҙың атлы спорт мәктәбе тип нарыҡланылар. Аттарҙы район­дың төрлө хужалыҡтарынан йыйҙы­лар. Мәктәп директоры итеп элек тарих һәм йәмғиәт фәндәрен уҡыт­ҡан Басир Дәүләтшинде тәғәйенлә­неләр. Уны ҡуйыуҙың үҙ мәғәнәһе бар ине. Беренсенән, ул – педагог, балалар менән уртаҡ тел табырға тейеш кеше. Икенсенән, совет заманында партия органдарында эшләгән, йәғни ойоштороусы һәләте бар. Өсөнсөнән, ул хужалыҡ эшенә мөкиббән кеше, тимәк, мәктәптең хужалыҡ мәсьәләләрен дә хәл итәсәк.

Ысынлап та, шулай булды. Малды ашатырға аҙыҡ, эсерергә һыу кәрәк, тип яр һалып, аҡса таптырып йөрөмәне, төрлө юл менән үҙе хәстәрләне. Балаларҙың дәрестәрен алып барырҙай, шул уҡ ваҡытта йылҡыны тәрбиәләрҙәй кешеләрҙе йыйҙы.

Район хакимиәте башлығы булып яңы тәғәйенләнгән сағында Илдар Нафиҡов мәктәпте күрергә килгәйне. Үҙен ҡаршыларға сыҡҡан оҙон буйлы ҡаҡсараҡ иргә:

– Һин Дәүләтшин булаһың бит, күрһәт әле хужалығыңды, – тине.

– Быныһы – ялан кәртә, – тип һөйләп китте директор. – Балалар менән күнекмәләр, нигеҙҙә, ошонда үтә. Ана, өс атта өс бала китеп бара, яндарында өйрәтеүселәре. Алып ҡасып китмәй, кешенән өркмәй торған аттар һайланған. Һәр бала көнөнә икешәр сәғәт шөғөлләнә.

Нафиҡов менән Дәүләтшин һөйләшә-һөйләшә бер төркөм малай һәм ҡыҙ янына килде.

– Һаумыһығыҙ! Ни эшләп тораһығыҙ бында? – тип һораны район етәксеһе.

– Атта йөрөргә сират көтәбеҙ.

– Һыбай йөрөү ҡыҙыҡмы?

– Ҡыҙыҡты ғына һөйләйһегеҙ, яндан атылған уҡ кеүек осорға әҙербеҙ, тик саптырыу түгел, ныҡлап юрттырырға ла рөхсәт итмәйҙәр.

– Итерҙәр. – Үҙе Дәүләтшинға боролдо. – Был малай ҡайһылай оҫта һөйләй, – тине.

– Ул малайың атта ғына түгел, танкта ла сабыр әле...

Артабан Дәүләтшин аттарҙың торағын, эйәр-өпсөнөн күрһәтте, ҡыйыҡланған ҙур һарайҙа ҡом йәйелгән майҙанда арҡанланған аттарҙың юртыу рәүешен ҡарап торҙолар. Шунан Нафиҡов Дәүләтшинға ҡулын бирҙе:

– Рәхмәт, маладис. Һинең кеүек кешеләр барҙа башҡорттоң боронғо донъяһы онотолмаҫ.

Басир Шәриф улы егерме йылға яҡын инде ат спортына балаларҙы өйрәтә, унан тыш, Әбйәлил районы һәм төбәк-ара, халыҡ-ара һабан­туйҙарҙа бәйге ойоштора, шуға күрә уны был тирәлә генә түгел, Өфөлә лә, бүтән ерҙә лә яҡшы беләләр. Йылҡы яратҡан Баймаҡ кешеләре иһә, бәйгелә барыһын да еңеп була, тик Дәүләтшинды уҙҙырып булмай, тип зарлана.

Хәҙерге техника заманында атлы спортҡа кеше йәлеп итеү бигүк еңел түгел, тип уйлай күптәр. Әммә Дәүләтшин киреһен һөйләй. “Йылҡы тотоу, уны аҫрау, уйнатыу, бәйгегә йөрөтөү – һәр башҡорттоң ҡанында. Бынан әллә нисә меңәр йыл әүәл әлеге Урал армыттарында киләсәктә башҡорт тип аталасаҡ кешеләрҙең бабалары, ҡырағай тарпандарҙы ҡулға эйәләштереп, беренсе булып йорт атын барлыҡҡа килтергән. Шуны берәр башҡорттоң оноторо бармы?” – тип уйлай Дәүләтшин.

Ҡандағы хәтер ныҡ ул, ләкин боронғолоҡ ҡанда ята, кәрәк са­ғында уяна ул, тип көтөп йөрөһәң, хәтерҙең яңырыуы йөҙ йылдан һуң да булыуы бар. Ул заманда башҡорттоң аты ла, үҙе лә кәрәк­мәүе ихтимал. Хәҙер уятырға кәрәк ҡан хәтерен.

Шуның өсөн Дәүләтшин көн һайын иртәнге сәғәт алтыла тора ла йылҡы аҙбарына китә. Бәләкәй генә мәктәп булһа ла, унда тиҫтәнән ашыу йылҡы бар. Уларҙы ашатырға, эсерергә, тәрбиәләргә кәрәк. Йылҡы бит һыйыр түгел, ҡояш сыҡҡансы йоҡламап ятмай.

Шунан китә инде көндәлек мәшәҡәттәр, шуларҙың иң ҙуры – башҡортлоғомдо онотмайым тип мәктәпкә килгән балаларҙы – атҡа, аттарҙы балаларға күнектереү. Ә бер өйрәнеп алһамы... Басир Шәриф улының биш ейән-ейәнсәре бар. Шуларҙың береһе атҡа шул тиклем өйрәнгән, уның тояҡ араһынан йүгереп йөрөй ҙә ҡуя. Аттар ҙа быға күнгән, ҡыбырлап та бирмәйҙәр.

Ун йыл самаһы элек Башҡорт­остан етәксеһенең райондарҙа балаларҙы атлы спортҡа йәлеп итеү тураһындағы указы сыҡҡайны. Бөтә республика “геү” итеп ал­ғайны. Әбйәлилдәрҙең тәжрибәһен өйрәнә була делегациялар күбәйеп китте. Күп райондар үҙ мәктәптәрен асты. Шунан яйлап һыуындылар. Беҙҙең чиновник бит төрткөләп, тикшереп торғанды ярата. Өҫтән күрһәтмә төшмәйерәк ҡалһа, үҙ бурысын шунда уҡ онота. Иҫтәренә төшөрөрҙәр, тип ышана Дәүләт­шин, ана Радий Хәбиров “Терра Башҡортостан” бәйгеһен ҡайһылай ойоштортто.

Ҡайҙандыр килгән берәү Дәүләт­шиндан: “Һеҙҙең мәктәптә йылҡыға өйрәнеп сыҡҡан балалар бер йөҙләп бармы?” – тип һорағайны. Өҙөп кенә яуап бирә алмағайны ул шунда. Аҙаҡтан һанап ҡараны: өс йөҙҙән ашып киткән. Полк тигән һүҙ бит. 54 район ошо рәүешле өйрәтһә, дивизия була ла ҡуя.

Юҡ, хәрби хеҙмәт өсөн эшләмәй Әбйәлилдең мәктәбе. Кешенең атҡа өйрәнеүе – йән эйәһенә күнегеү бит ул. Бер йөрәктәй типкән ике йән иһә фәрештәнән кәм түгел, юҡҡа ғына башҡорттар, ир ҡанаты ат була, тимәй.

 

- Ғәлим ХИСАМОВ.

Читайте нас: