Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
10 Сентябрь 2021, 09:00

Ниғәмәт мәктәбендә "Үҫеш нөктәһе" асылды

Быйыл ауылдарҙа һәм бәләкәй ҡалаларҙа яңы уҡыу йылына 207 мәктәп физика, химия, биология кабинеттарына уҡыу ҡорамалдары алған.

Ниғәмәт мәктәбендә "Үҫеш нөктәһе" асылды
Ниғәмәт мәктәбендә "Үҫеш нөктәһе" асылды

Баймаҡ районы мәктәптәрендә "Үҫеш нөктәһе" үҙәктәре асылыуын дауам итә. Ошо көндәрҙә Ниғәмәт ауылы мәктәбендә лә ҡыуанысы ваҡиға булған. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә хәбәр итә.

"Ниғәмәт ауылы мәктәбендә "Үҫеш нөктәһе" тигән мәғариф үҙәге асылды. Баймаҡ районында хәҙер ошондай 16 инновация майҙансығы эшләй. Быйылғы уҡыу йылында булдырылған "Үҫеш нөктә"ләре физика, химия, биология кеүек тәбиғи фәндәренҙе ныҡлап өйрәнеүгә йүнәлтелгән. Уҡыу бүлмәләре заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Уҡыусылар дәрестән тыш ваҡытта ла фәндәрҙе ентекләп өйрәнә ала, робот техникаһы буйынса шөғөлләнергә була".

Фото: Фәнис Әминевтең социаль сәхиәфәһенән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: