Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
10 Сентябрь 2021, 23:00

Сибайҙарға 2023 йылда - яңы мәктәп

"Урал аръяғы-2001" III Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында Сибай ҡалаһында 6-сы мәктәп төҙөлөшө башланыу уңайынан капсула һалыу тантанаһы үтте.

Сибайҙарға 2023  йылда - яңы мәктәп
Сибайҙарға 2023 йылда - яңы мәктәп

"Урал аръяғы-2001" III Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында Сибай ҡалаһында 6-сы мәктәп төҙөлөшө башланыу уңайынан капсула һалыу тантанаһы үтте.

Иҫтәлекле сарала ҡасандыр ошо мәғариф учреждениеһында белем алған Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров, мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, уҡыусылар, педагогтар, ветерандар ҡатнашты.

Был уҡыу йортона нигеҙ 1953 йылда һалынған, 1989 йылда төкәтмә эшләнгән. Эксперттар фекеренсә, әле бинаның 70 проценты иҫкергән, бигерәк тә ҡыйығы, фасады, тәҙрәләре, иҙәндәре үтә насар торошта. Уҡыу йортоноң матди-техник базаһын, мебелдәрҙе лә яңыртыу кәрәк.

Алда әйтелгәнсә, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ошо мәктәптә белем алған. Яңы бина төҙөү идеяһы уға Башҡортостанға ҡайтҡас та килгән. Тәҡдимде республика Башлығы Радий Хәбиров та хуплаған. Заманса мәктәп 2023 йылдың 1 сентябрендә асылырға тейеш.

"Йылдам үҙгәргән тормош һәм уҡытыу алымдары сифатлы инфраструктура талап итә. Әгәр ҙә беҙ уҡыусыларҙы һаман да 30-40 йыллыҡ парталарға ултыртып уҡытһаҡ, белем биреүҙең үҫеше хаҡында һүҙ йөрөтә алмаясаҡбыҙ. Улай булырға тейеш түгел һәм булмаясаҡ та. Беҙ республикала белем биреүҙең сифатын күтәреү, яңы уҡытыу алымдарын индереү йәһәтенән эҙмә-эҙлекле эш алып барабыҙ. Йыл һайын яңы талаптарға яуап биргән мәктәптәр асабыҙ. Сибай - Урал аръяғының үҙәк ҡалаһы һәм, әлбиттә, бында заманса мәғариф учреждениелары төҙөлөргә тейеш", - тине Андрей Назаров.

Әйткәндәй, бөгөн Сибайҙа 700-ҙән ашыу уҡыусы икенсе сменала белем ала, яңы асыласаҡ мәктәп ҡалала был проблеманы яйға һалыуға булышлыҡ итәсәк.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: