Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
13 Сентябрь 2021, 10:00

Яңы университет үҫеш программаһы менән таныштырҙы

“Өҫтөнлөк-2030” программаһында ҡатнашыу университеттар өсөн яңы мөмкинлектәр аса.

Яңы университет үҫеш программаһы менән таныштырҙы
Яңы университет үҫеш программаһы менән таныштырҙы

Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университеты командаһы, “Өҫтөнлөк-2030” проектына ярашлы, Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы комиссияһы ултырышында берлектәге үҫеш программаһын тәҡдим итте.

Команда составына ике университет ректорҙары Николай Морозкин һәм Сергей Новиков, проректорҙар Светлана Мостафина һәм Евгений Парфенов, Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты вазифаһын башҡарыусы Камил Рамазанов инде, республика Башлығының фән буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡазыханов Башҡортостандан вәкил булараҡ сығыш яһаны.

“Берләштерелгән университет сеймал иҡтисады моделенән китеп, белем биреү иҡтисадының биомедицина һәм генетика, яңы материалдар уйлап табыу кеүек өр-яңы трендтарға күсеү мөмкинлеген бирәсәк. Был вуз яңы юҫыҡтағы педагогтар һәм эшҡыуарҙар әҙерләйәсәк”, – тине БДУ ректоры Николай Морозкин.

Өфө фән һәм технологиялар университеты моделе үҫештең Евразия һәм тармаҡ йүнәлешен үҙ эсенә ала. Ул төбәктә ҡеүәтле фәнни-белем биреү үҙәген асыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Яңы уҡыу йорто талантлы йәштәрҙең, ғалимдарҙың ситкә китеүе мәсьәләһен хәл итәсәк, ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструкторлыҡ эше күләмен арттырыу, белем биреү программаларын байытыу мөмкинлеген бирәсәк.

“Берҙәм стандарттарға күсеү йәһәтенән белем биреү эшмәкәрлеген үҙгәртеп ҡороу, донъя кимәлендәге ғалимдарҙы йәлеп итеү һәм донъя рейтингтары буйынса тәүге 500 иҫәбендәге университеттар менән селтәр программалары төҙөү еңелдән булмаясаҡ. Ошо йәһәттән республикабыҙ байтаҡ эш башҡарып та өлгөрҙө – Европа вуздарынан ғалимдар йәлеп ителә, Сколтех менән хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә яңы уҡыу йорто халыҡ-ара академик рекрутинг практикаһын киңәйтәсәк”, – тине Сергей Новиков.

Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Валерий Фальков республиканың һәм университеттарҙың тырышлығын юғары баһаланы. Уның әйтеүенсә, “Өҫтөнлөк-2030” программаһында ҡатнашыу университеттар өсөн яңы мөмкинлектәр аса.

Әйткәндәй, ил Президенты күрһәтмәһенә ярашлы ғәмәлгә индерелгән “Өҫтөнлөк-2030” программаһында ҡатнашыуға ғаризалар бөтә федераль округтарҙан тапшырылған. Конкурста 187 университет ҡатнаша. Программа 10 йылға иҫәпләнә.

Фото: ugatu.su/news

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: