Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
14 Сентябрь , 21:30

Иң ауыр номинацияла еңеүсе - яҡташыбыҙ Руслан Ураҙбахтин!

“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” платформаһына ярашлы ойошторолған “Минең илем – минең Рәсәй” конкурсы еңеүселәрен иғлан иттеләр.

Иң ауыр номинацияла еңеүсе - яҡташыбыҙ Руслан Ураҙбахтин!

Ил Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән булдырылған “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” платформаһына ярашлы ойошторолған “Минең илем – минең Рәсәй” конкурсы еңеүселәрен иғлан иттеләр.

Номинацияларҙың береһендә Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты Руслан Ураҙбахтин еңеүсе тип табылған. Конкурсҡа ул авиация двигателе өсөн стартер-генераторҙы замансалаштырыуға, яҡшыртыуға йүнәлтелгән проект тәҡдим иткән. Русландың маҡсаты тормошҡа ашҡан хәлдә, осоусы аппараттарҙың ауырлығын кәметеү мөмкинлеге тыуасаҡ. Проект нигеҙендә стартер-генераторҙың макеты эшләнәсәк, артабан һынауҙар үткәреләсәк.

"Беҙҙең проекттың социаль йәһәттән әһәмиәтен дә билдәләргә кәрәк. Тәү сиратта ул осоусы аппараттарҙың экологияға килтергән зыянын күпкә кәметәсәк. Был Рәсәйҙең генә түгел, тотош донъя халҡының һаулығына ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Икенсенән, стартер-генераторға индерелгән үҙгәрештәр уның ауырлығын еңеләйтеүгә, яғыулыҡты әҙерәк файҙаланыуға килтерәсәк. Ә был үҙ сиратында билеттарҙың хаҡын кәметәсәк", - ти Руслан Ураҙбахтин.

“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошманың генераль директоры урынбаҫары Алексей Агафонов Руслан еңгән номинацияны иң ауыры тип билдәләй. Финалға йәмғеһе 13 проект сыҡҡан. Улар араһынан иң-иңен һайлап алыуы жюри ағзаларына ҡыйынға тура килгән.

Быйылғы конкурста 91 147 кеше ҡатнашҡан. Рәсәйҙән тыш, Беларусия, Украина, Азербайжан, Вьетнам, Бөйөк Британия, АҠШ һәм башҡа илдәр вәкилдәре үҙ эштәрен ебәргән. Финалға 762 конкурсант сыҡҡан.

Фото: Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы.

Иң ауыр номинацияла еңеүсе - яҡташыбыҙ Руслан Ураҙбахтин!
Автор:Лилия Нуретдинова