Белем һәм тәрбиә
17 Сентябрь 2021, 09:32

Бәхет сере – үҙ-үҙеңде тәрбиәләүҙә

Фәлсәфәүи ҡанундарға ярашлы йәшәйек.

Туған телеңде белеү, милли мәҙәниәтеңде һаҡлап алып ҡалып, балаларыңа, ейәндәреңә тапшырыу бөгөн көнүҙәк мәсьәләгә әүерелде. Әгәр проблемаға төптәнерәк, тарих күҙлегенән күҙ һалһаҡ, уның бер бөгөн генә килеп тыумағанын күрәбеҙ. Башҡорт халҡы бик боронғо, быны тарих асыҡ иҫбатлай. Әммә заман ҡуйған һынауҙар алдында күп кенә халыҡтар биреште, кире ҡайтарыу мөмкин булмаған юғалтыуҙар кисерҙе, телдәре һәм тарих битенән исеме лә юҡҡа сыҡты.

 

Яҡшылыҡ булһын атығыҙ...

 

Шундайҙар исемлегенә инмәҫ өсөн, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендә Ата-әсәләр комиссияһы булдырылып, туған телде һаҡлап ҡалыу өсөн ҙур эштәр башҡарыла башланы. Уның төп маҡсаты – үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә туған телдең, мәҙәниәттең ролен атай-әсәйҙәргә аңлатыу һәм фәнни яҡтан тикшереү.

Глобалләшеү, Ер шары берәү һәм кешелек – бөтөн система һәм, шул системаның ҡанундарын боҙмайынса, татыу йәшәргә кәрәк, тигән хәҡиҡәтте аңлауға алып килде. Әммә донъяның бер бөтөн система икәнен аңлау, төрлө халыҡтарҙың бергә уҡмашып, телдәр бөтөп, халыҡ мәҙәниәте лә уртаҡҡа әйләнеп китә, тигәнде аңлатмай. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, донъя тарихында глобалләшеү күренеше әле генә барлыҡҡа килмәгән, ниндәйҙер илдәр, халыҡтар йотолоп, яңылары тыуып торған.

Кешенең йәне, аңы өсөн көрәш зама­ныбыҙҙың төп үҙенсәлеге булып тора. Донъяға идара итәм тиһәң, кешенең аңын ең. Ҡалған яғын ул үҙ теләге менән эшлә­йәсәк. Кешенең аңына: “Беҙ глобалләшеү осоронда йәшәйбеҙ, балабыҙҙы туған телдә уҡытыуҙан бер фәтүә юҡ, башҡа телдә уҡытһам, исмаһам, наҙан ҡалмаҫ”, – тигән ялған, хаталы ҡараш уҙған быуаттың 60-сы йылдарынан уҡ индерелә башлап, әле киҫкенләшкән осоро.

Беҙ, башҡорттар, милләтебеҙҙән, телебеҙ­ҙән оялмай, йыр-моңобоҙҙоң Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән бер бүләк икәнен аңлаһаҡ һәм ошо өлкәлә саралар күрһәк, телебеҙҙең, илебеҙҙең киләсәге буласаҡ. Рум сүрәһенең 22-се аятында былай тип әйтелә: “Уның күктәрҙе һәм Ерҙе юҡтан бар итеүе лә, Уға телдәрегеҙҙе, тән төҫтәрегеҙҙе төрлө-төрлө итеп яралтыуы ла – Аллаһтың бәхәсһеҙ дәлилелер. Хаҡтыр, быларҙа хәбәрҙәр өсөн ғибрәттәр бар”. Шулай уҡ “Хужүрәт”тең 13-сө аятында: “Эй, әҙәм балалары! Беҙ һеҙҙе ир һәм ҡатындан яралттыҡ. Бер-берегеҙ менән аралашығыҙ (танып белегеҙ) тип, һеҙҙе төрлө халыҡтар һәм ҡәүемдәр итеп айырҙыҡ”.

Халыҡты халыҡ итеп торған бер нисә шарт бар: тыуған ер, ошо ерҙә тыуған моң, туған тел, генетика (ҡан, ҡот). “Туған тел аралашыу ҡоралы ғына түгел, ул – ҡанға (генға) һалынған, быуындан-быуынға күсә килгән һәләтте үҫтергән төп шарт. Ҡан хәтерен уятыусы ла, һәләтте асыусы ла, үҫтереүсе лә – туған тел. Балаларыбыҙҙы туған телдән яҙҙырып, әллә ниндәй һәләттәрен юҡҡа сығарабыҙ.

Икенсенән, туған тел – ул туған моң. Ә туған моң – нерв күҙәнәктәрен дауалаған төп сараларҙың береһе. Тәбиғәт беҙгә моңдо, йырҙы, шиғриәтте, башҡа төр сәнғәтте күңел дауаһы итеп бар иткән. Туған телһеҙ ҡалған кеше күңел дауаһын ниҙән алыр, ниндәй телдә йырлар? Тәбиғәттең өйрәнеп бөтөлмәгән серле бүләге бит ул – күңел дауалаған туған моң”, – тип яҙа Мәрйәм апай Бураҡаева үҙенең “Арғымаҡ” китабында.

Кешенең теле ниндәй телдә асылған, атай-әсәйе, туғандары менән ғаиләһендә ниндәй телдә аралаша, мәктәптең тәүге баҫҡысында ошо телдә уҡытыу айырыуса мөһим икәнлеген педагогика фәненә нигеҙ һалған чех ғалимы Ян Амос Коменский XVII быуат башында уҡ үҙенең “Бөйөк дидактика” тигән эшендә яҙып ҡалдырған: “Учить кого-либо иностранному языку, прежде чем ребенок овладеет родным языком – это то же самое, как если бы кто-либо вздумал учить своего сына ездить верхом ранее, чем он научится ходить” (Я.А. Коменский, “Идея школы родного языка”, 29-cы бүлек).

Тимәк, үрҙә әйтелгәндәрҙән сығып һығымта яһарға була: бала мәктәпкә барғандан алып сағыштырмаса ауыр теүәл фәндәрҙе үҙләштерә башлағанға тиклем туған телендә уҡырға тейеш.

Башҡорттар бер ваҡытта ла матди донъяның ҡоло булып йәшәмәгән. Халҡыбыҙҙың әҙәп кодексы булып торған “Урал батыр” эпосында “Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ” тигән алтын һүҙҙәр – быға асыҡ дәлил.

Туған телдә уҡытыу фарыз

 

...Ата-әсәләр комиссияһы тарафынан был тәңгәлдә фәнни тикшеренеүҙәр үткәрелде. Атҡарылған эштең ҡыҫҡаса һығымталары менән таныштырып үтеү урынлы булыр. Тикшереү эше фәнни Оnlinetestpad.com.ru платформаһы һәм социаль селтәрҙәр аша Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Ата-әсәләр комиссияһының әүҙемселәре һәм Башҡорт теле уҡытыусылары ассоциацияһы ярҙамында үткәрелде.

Һорау алыуҙа 1616 кеше ҡатнашҡан, улар араһынан 1392 кеше – үҙен башҡорт тип, татар тип – 156, сыуаш тип – 19, урыҫ тип 35 кеше атаған, 14 респондент – башҡа милләт вәкилдәре. Һорау алыуҙа ҡатнаш­ҡандарҙың уртаса йәше – 42. 1021 кешенең юғары белеме бар, махсус урта белемлеләр – 445, урта белемлеләр – 150. Йәшәгән урынға килгәндә, һорау алыуҙа ҡатнашҡан кешеләрҙең 857-һе – ҡалала, 639-ы – ауылда, 120 кеше район үҙәктәрендә йәшәй. Үткәрелгән эшкә ҡыҫҡаса һығымта яһайыҡ.

“Туған телгә ҡарашығыҙ нисек?” тигән һораунамәлә ҡатнашҡандарҙың 95 проценты туған телен һаҡлау һәм балаларына туған телде еткереү өсөн яуаплылыҡты үҙ иңендә тоя, 84,7 проценты балалары менән туған телдәрендә аралаша, 89 проценты башҡорт телендә аралашыу абруйлы тип һанай.

“Туған телдә уҡытыу өсөн шарттар тыуҙырылғанмы?” тигән һорауға ғәҙел яуап алыр өсөн балалары милли гимназияларҙа уҡыған кешеләрҙең яуаптарын ҡушманыҡ. Анкета һорауҙарына яуап биреүселәрҙең 55 процентының балалары милли гимназия­ларҙа уҡый, ә 45 процентыныҡы ябай дөйөм белем биреү мәктәптәрендә белем ала.

Шулай уҡ анкетала: “Һеҙҙеңсә, Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн яуаплылыҡ кемдә ята?” тигән һорауға бер нисә вариантты һайларға мөмкинлек бирелгәйне. Атай-әсәйҙәрҙең яуабы ошолай булды: дәүләттә – 81% (1133 кеше), атай-әсәйҙәрҙә – 76% (1062 кеше), мәктәп директорҙарында – 23% (320 кеше), уҡытыусыларҙа – 33% (457 кеше). Анкетала ҡатнашыусыларҙың күпселеге (81% – 1314 кеше) балалар баҡсаларында тәрбиә нигеҙҙәрен туған башҡорт телендә алып барыу яҡлы.

Шулай уҡ һорауҙарға яуап биргән атай-әсәйҙәрҙең фекере буйынса, башҡорт теле мөхитен ҡеүәтләү өсөн башҡорт телендә сифатлы йәнһүрәттәр (62%  –  861 кеше),  интернет-контент (44 % – 619 кеше), балалар әҙәбиәте (35% – 491 кеше), башҡорт телендәге әҙәбиәт (22% – 304 кеше), башҡорт телендәге спектаклдәр һәм төрлө тамашалар (36% – 499 кеше), башҡорт телендә дәрестән тыш саралар һәм түңәрәктәр (60% – 836 кеше), тел лагерҙары (60% – 816 кеше) етешмәй.

Үткәрелгән тикшереү республиканың милли мәғарифы хәлен, улар атҡарған эшкә ата-әсәләрҙең ҡарашын асыҡ сағылдыра.

Глобалләшеү осоронда асыҡ дошман юҡ, рухи тотҡаһы, аң зирәклеге булған айыҡ аҡыллы, тәрән зиһенле кеше генә (халыҡ) бирешмәйәсәк әлеге заман афәтенә. “Аң ҡан аша күсә, әммә башҡа йән эйәләре менән сағыштырғанда, Тәбиғәт кешене үҙ яҙмышын үҙе хәл итерлек аҡыл менән яралтҡан. Кеше үҙ-үҙен тәрбиәләү менән шөғөлләнә һәм ҡанындағы холоҡ-фиғелен үҙгәртә ала. Уның өсөн маҡсат, йүнәлеш билдәләй белеү кәрәк”, – тип яҙа Мәрйәм апай Бураҡаева. Был фекер менән килешмәү мөмкин түгел. Беҙҙең илгә сағыштырмаса һуңлап килеп ингән “европалыса йәшәү ҡиммәттәре” нимәгә алып барғанын, туған телен генә түгел, тамырын, атай-олатаһын бар тип белмәгән, ғаилә ҡороп бала үҫтерергә теләмәгән, кешенең гонаһтарына “түҙемле” (толерантлы) булырға өйрәткән европалылар үҙҙәре үк аҙ һанлы юғалыу алдында торған халыҡтар исемлегенә инеп бара түгелме?

“Мин нимә эшләй алам?”

 

Атай-олатайҙарыбыҙҙың рухи ныҡлығы­ның, ихтыяр көсөнөң нигеҙенә ниндәй тойғолар, ниндәй өмөт-ынтылыштар һа­лынған? Азатлыҡ һөйөү, ғәҙеллек яратыу, кәмһетелеүгә һәм иҙелеүгә юл ҡуймау, тыуған ереңде, тәбиғәтте яратыу, үҙеңде уның бер өлөшө итеп тойоу.

Шулай булғас, аңы булған кеше шуны белергә тейеш: рухи тотҡаларға, хаҡ ҡиммәттәргә нигеҙләнмәй тороп, глобалләшеү осоронда юғалып ҡалыу, ассимиляцияға дусар булыу өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған.

Хәҙер һәр кеше ирекле, тигән ялған фекер таратыла. Ысынлап та, һине берәү ҙә баҫып алмаған, өйөңдән ҡыуып сығармаған, хатта балаңды ла ниндәй телдә уҡытырға иреклеһең. Ләкин күпме кеше кредит, ипотека түләй – былмы ирек? Күпме атай-әсәй балаһының туған теле тип ят телде һайлай? Күпме кеше телевизорҙан, компьютерҙан, телефондан айырыла алмай? Хәҙер заман афәте ана шул гаджеттар аша кешенең аңына инеп ояланы. Иң ҙур ҡурҡыныс беҙҙең балаларға янай: уларҙың нығынып бөтмәгән аңына агрессия, рухи наҙанлыҡ орлоҡтары һалына. Ҡыҙғаныс, әммә үҙен ирекле тип һанаған кеше бөтөнләй азат түгел, ул был турала белмәй ҙә, аңламай ҙа.

Фекеребеҙҙе фәлсәфәүи юҫыҡта йомғаҡлайбыҙ: Ер шарында бик күп милләттәр бар. Күптәре, ҡасандыр гөрләп торғандары ла, юҡҡа сыҡҡан, ассимиляцияға бирелгән. Бөгөнгә тиклем килеп еткән һәр халыҡтың быуаттар аша еткергән ҡиммәттәре бар: ул да булһа тел, әҙәп ҡағиҙәләре, кеше аңы менән аңлатып булмаған серле донъяны булдырып, уны билдәле бер тәртиптә тотҡан Илаһи Көскә ышаныу (шул нигеҙҙә формалашҡан милли традициялар). Был тәңгәлдә аңы булған кеше өс төп һорауға яуап эҙләй:

а) мин нимә эшләй алам (ни тиклем иреклек бирелгән миңә)?

б) нимә эшләй алмайым (ниндәй сиктәрҙе үтеү ҡәтғи тыйыла)?

в) нимәне мин бөтөнләй үҙгәртә алмайым (кеше аңы был өлкәлә сикле)?

Беренсенән, тәрбиә, холоҡ, әҙәп, әхлаҡ өлкәһендә үҙеңде тәрбиәләү аша ниндәйҙер һөҙөмтәләргә килергә була. Икенсенән, был донъяның серҙәре кешенең ябай аҡылына һыймай, шулай булһа ла, кешелек тарихында быуаттар буйы йәшәйеш ҡағиҙәләре (Тәүрат, Зәбүр, Инжил, Ҡөрьән) кешеләргә ебәрелә килгән. Ниндәй генә дини китапты алып ҡарамайыҡ, уларҙың бөтәһенең дә төп принциптары бер үк: “Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел”, “Үҙеңә ниндәй мөнәсәбәттә булыуҙарын теләһәң, башҡаларға ла шулай бул”.

Өсөнсөнән, беҙ был яҡты донъяға килгәндә атай-әсәйебеҙҙе, телебеҙҙе, милләтебеҙҙе һайлап килмәгәнбеҙ, шуға үҙгәртә лә алмайбыҙ. Был – Хоҙай бүләге. Икенсенән, ваҡытты туҡтатыу, тәндең ҡартайыуы, ауырыуҙарға дусар булыу, үлеү кешенән ҡалмай. Былар – мәңгелек ҡанун, “сүпләп бағты бушатҡан, бөтмәй торған йола” (“Урал батыр” эпосы).

Тимәк, бәхет серҙәре үҙ-үҙеңде тәрбиәләүгә һәм Илаһи Көстөң ҡанундарын үтәп йәшәүгә ҡайтып ҡала. Хоҙай Тәғәлә тарафынан бирелгән телде белмәй, моңдо тоймай, әҙәп ҡанундарын үтәмәй тороп, кеше тулы мәғәнәһендә Бәхетле кеше була алмай, тип әйтергә була. Шуға күрә беҙ, хәҙерге быуын башҡорттары, ошо фәлсәфәүи ҡанундарҙы аңлап, үҙебеҙ аша үткәреп, шуға ярашлы йәшәргә бурыслыбыҙ.

 

- Эльвира БАЙНАЗАРОВА,

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендәге Ата-әсәләр комиссияһы етәксеһе;

- Гүзәл ВИЛДАНОВА,

философия фәндәре докторы,

БДУ профессоры.

Читайте нас