Белем һәм тәрбиә
17 Сентябрь 2021, 09:00

Башланып китте уҡыуҙар...

Өс таған берҙәм булғанда, мәшәҡәттәр бер ни түгел.

Фотолар ғаилә архивынан.Фотолар ғаилә архивынан.
Фото:Фотолар ғаилә архивынан.

 Һағынып көтөп алған йәй тамамланып, мәктәптә уҡыуҙар башланды, белем усаҡтарының коридорҙары уҡыусыларҙың шат тауышына күмелде. Яңы уҡыу йылын айырыуса тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһын атлап үткән беренселәр һәм уларҙың ата-әсәһе көтөп ала. Был осор бәләкәстәр өсөн дә, уҡытыусыларға ла, атай-әсәйҙәргә лә бер аҙ борсоулы ла, мәшәҡәтле лә, тулҡынландырғыс та. Бала ят мөхиткә эләгеп, яңы коллективҡа, бығаса таныш булмаған шарттарға яраҡлашырға, уҡыусы статусына инергә тейеш. Уҡытыусы алдында уларҙың һәр береһен шәхес итеп тәрбиәләү, шул уҡ ваҡытта бер коллективҡа туп­лау, төплө белем, яҡшы тәрбиә биреү бурысы тора. Ата-әсә лә уҡытыусынан кәм борсолмай. Әлбиттә, ошо өс таған берҙәм булғанда, ауырлыҡтар һәм мәшәҡәттәр бер ни түгел.

  

Уҡыуҙы ыҙаға әйләндермәгеҙ

 

Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡытыусыһы Әлмира Минйәр ҡыҙы Рәсүлева быйыл сираттағы беренселәре менән белем донъяһына аяҡ баҫҡан. Ул етәкләгән I “Б” класында – 31 уҡыусы. Өс тиҫтә йылдан ашыу педагогик стажға эйә уҡытыусының, әлбиттә, тәжрибәһе лә, оҫталығы ла етерлек.

Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ һис икенләнмәйенсә уҡытыусы һөнәрен һайлай. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағас, тыуған районының Ҡуянтау, Покровка мәктәптәрендә эшләп тәжрибә туплай. 2006 йылдан Сибай ҡалаһының башҡорт лицейында уҡыта.

– Беренсе класс уҡыусыһының ата-әсәһе өсөн иң мөһиме – балаға һәм уҡытыусыға ышаныс күрһәтеү. Тәүге йыл, ысынлап та, ҙур әһәмиәткә эйә, шуға күрә ситтән ҡарап күҙәтеүсе булмағыҙ, балағыҙҙың тормошонда әүҙем ҡатнашығыҙ, тип әйтергә теләр инем. Улығыҙҙың йәки ҡыҙығыҙҙың бәләкәй генә уңыштарын да күреп, баһалай белегеҙ. Әлбиттә, барыһы ла гел яҡшы бармаясаҡ, балағыҙ төшөнкөлөккә бирелһә, нимәлер килеп сыҡмаһа, дөрөҫ юл күрһәтегеҙ. Әгәр сетерекле хәлдәрҙә тәжрибәгеҙ етешмәһә, интернеттан махсус әҙәбиәт уҡығыҙ, белгестәр кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ, уларға шәхсән мөрәжәғәт итегеҙ һәм, әлбиттә, уҡытыусы менән бәйләнештә, бер тулҡында булығыҙ. “Бала баҡмаҡ – йән сыҡмаҡ”, ти халыҡ әйтеме. Ысынлап та, баланы шәхес итеп тәрбиәләү, ҙур тормошта юғалып ҡалмаҫлыҡ, үҙенә ышанған кеше итеп үҫтереү – иҫ киткес ауыр ҙа, яуаплы ла, шул уҡ ваҡытта татлы ла хеҙмәт, – ти Әлмира Минйәр ҡыҙы.

Тәжрибәле уҡытыусынан яңы мәктәп тупһаһы аша атлап үткән бәләкәстәрҙе нисек итеп уҡыусы статусына өйрәтеү, ниндәй алымдар ҡулланыу йәһәтенән дә кәңәштәре урынлы.

“Уҡыуҙы ыҙаға әйләндерергә ярамай, – тип яуапланы ул. – Иң яҡшыһы – үҙ өлгөң. Әгәр үҙегеҙ теүәллекте яратһағыҙ, һәр эшкә яуаплы ҡараһағыҙ, балағыҙ ҙа һеҙгә ҡарап өйрәнәсәк. Башланғыс класта иң ябай тәртип ҡағиҙәләре – дәрескә һуңламау, бөхтә кейенеп йөрөү, уҡыу әсбаптарын яҡшы торошта тотоу. Быларға өлгәшеү өсөн көн тәртибен булдырыу (ваҡытында йоҡларға ятыу, тороу), уйындар аша хеҙмәт һөйөргә, таҙалыҡҡа, тәртипкә өйрәтеү мөһим. Балағыҙҙың көсөнән килгән һәм көн һайын башҡара торған эштәре булһын. Үҙ бурысын яҡшы үтәһә, маҡтарға онотмағыҙ. Шул уҡ ваҡытта һәр нәмәлә – иркәләү-маҡтауҙа ла, ҡәтғилектә лә сама белегеҙ, алтын урталыҡты һаҡлағыҙ. Ғаилә традициялары, мәҫәлән, иртәнсәк бергәләп физик күнекмәләр эшләү, ял көндәрендә берәй мәҙәни ял урынына барыу – бик яҡшы алым”.

Белеүебеҙсә, I класс уҡыу­сыларына өйгә эш бирелмәй, әммә тәжрибәле уҡытыусылар был талап менән бигүк килешеп етмәй, сөнки өйгә эш уҡыусыны тәртипкә, үҙ бурысыңа яуаплы ҡарарға өйрәтә. Әлмира Минйәр ҡыҙының ошо мәсьәләгә ҡағылышлы фекере менән дә ҡыҙыҡһындыҡ.

“Быйыл 31 майҙа яңы Федераль дәүләт белем биреү стандарттары ҡабул ителде. Әле улар уҡытыу системаһына тулыһынса индерел­мәне, беҙҙең тарафтан өйрәнелә, үҙләштерелә. Уға ярашлы, бәлки, уҡыусыларҙың белемен баһалау ҡағиҙәләре йәһәтенән бер аҙ үҙгәрештәр булыр, тип уйлайбыҙ. Әлегә беҙ быға тиклем ғәмәлдә булған стандарттарға таянып эшләйбеҙ. Уның буйынса I класс уҡыусыларына өйгә эш бирелмәй, тәүге сиректә хатта китаптарын да биреп ҡайтармайбыҙ. Шулай ҙа мин дәрестә ҡушылған эште башҡарып өлгөрмәгән яйыраҡ балаларға, шулай уҡ теләге булғандарға еңелсә генә өйгә эштәр биреү яҡлымын, сөнки улар шулай яуаплылыҡҡа, тәртипкә өйрәнә. Әлбиттә, был баланың те­ләге буйынса башҡарыла, эштәргә баһа ҡуйылмай”, – тип фекере менән уртаҡлашты Әлмира Рәсү­лева.

Әйткәндәй, Әлмира Минйәр ҡыҙы тормош иптәше менән өс ҡыҙға матур тәрбиә биргән, өлкән ҡыҙҙары – балалар табибәһе, уртансыһы банк хеҙмәткәре һөнә­рен һайлаған, бәләкәстәре быйыл Өфө дәүләт авиация техник университетына уҡырға ингән.

 

Асия уҡырға барған!

 

Баймаҡ районының Түбәнге Иҙрис ауылында йәшәгән Ләйсән менән Азамат Сыңғыҙовтарҙың икенсе ҡыҙҙары Асия, быйыл тәүге тапҡыр белем усағы тупһаһын атлап үтеп, Ҡолсора урта мәктәбе уҡыусыһы булып киткән. Апаһы Азалия ла ошонда уҡ III класта уҡый, әсәһе Ләйсән Азамат ҡыҙы – математика уҡытыусыһы.

Ғаилә башлығы Азамат эшҡы­уарлыҡ менән шөғөлләнә. Уларҙың ҙур, иркен өйҙәрендә ҡыҙҙарға дәрес әҙерләү, яратҡан шөғөлдәре менән булышыу өсөн уңайлы шарттар булдырылған.

– Асия уҡырға бик теләп барҙы. Ғинуарҙа алты йәше тулды, шуға күрә тағы бер йыл балалар баҡса­һына йөрөргә мөмкинлек бар ине, әммә ул “мәктәпкә барам” тигән ҡарарынан ҡайтманы. 1 сентябрҙә Белем байрамында булып ҡайтҡас, “их, ҡасан иртәгә етә инде!” тип  йөрөнө. Төн уртаһында йоҡоһонан уянып: “Әсәй, иртәнсәк булманымы әле? Мәктәпкә барырға нисә сәғәт ҡалды?” – тип  көлдөрөп тә алды. Бына шулай, бик дәртләнеп уҡый башланыҡ.

Дәрестәр иртәнге сәғәт 8-ҙә башлана. Ҡыҙҙар алты тулып үтеү менән үҙҙәре тора, был ғәҙәттәре балалар баҡсаһынан уҡ килә. Иртәнсәк – йоҡлаған урындарын, мәктәптән ҡайтҡас, кейемдәрен йыйыштыралар, уҡыу кәрәк-ярағын тәртиптә тотоуҙы ла ныҡлы төшөндөргәнбеҙ. Кискеһен иртәрәк йоҡларға һалабыҙ, сөнки йоҡо, тейешенсә ял итеү бала өсөн бик мөһим.

Уҡыуға килгәндә, әлбиттә, һәр атай-әсәй балаһының тырышып уҡыуын, яҡшы кеше булыуын теләй. Беҙ ҙә ҡыҙҙарыбыҙға уҡыу­ҙың етди хеҙмәт булыуын, тормош­та маҡсат ҡуйып йәшәргә кәрәклек­те бәләкәйҙән аңлатырға тырыша­быҙ. Бөгөн хатта башлан­ғыс клас­тарҙа ла программалар ҡатмарлы, ауыр ғына, шуға күрә мин һәр кем үҙ мөмкинлегенән сығып белем алырға тейеш тип һана­йым. Гел “бишле”гә генә уҡыу­ҙы маҡсат итеп ҡуймайбыҙ, әммә тырышырға кәрәклекте күңелдә­ренә һалабыҙ, – тип уй-фекерҙәре менән уртаҡ­лашты Ләйсән Азамат ҡыҙы.

Кескәй Асияға һәм уның кеүек I класс уҡыусыһы булып киткән ҡыҙҙарға һәм малайҙарға фәндәр тауын яулағанда уңыштар, аҡ юлдар теләйбеҙ.

 

Психолог кәңәше

 

Ғәлиә СӘЛИХОВА,

юғары категориялы психолог:

– Мәктәп тормошоноң тәүге йылы – баланың ғүмерендәге иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе. Тап ошо осорҙа уҡыуҙағы уңыштарға нигеҙ һалына.

Беренсе класҡа барғас, баланың тормошо ҡырҡа үҙгәрә: яңы мөнәсәбәттәр, яңы бәйләнештәр, яңы талаптар һәм бурыстар уның алдына баҫа, тәүге уҡыу көнөндә үк аҡыл һәм физик көсөн, иғтибарҙы туплау кеүек мәсьәләләр ҡуйыла. Ошоға тиклем уйындан башҡа мәшәҡәтте белмәгән бала өсөн был – ҙур һынау, шуға күрә мәктәпкә алдан әҙерләнеү, ул ҡуйған тәртипкә өйрәнеү, күнегеү мөһим. Быға ике-өс көн генә аҙ. Балаларҙың 60 процентына яңы тәртипкә өйрәнеү өсөн ике-өс ай етә, 30 проценты – ярты йыл, ҡайһы берҙәре тотош уҡыу йылын сарыф итә.

Иң ҡатмарлы осор – тәүге ай, шуға күрә тап ошо мәлдә балаға ҡарата үтә иғтибарлы булырға кәңәш ителә. Мәктәпкә өйрәнеүҙең ауыр кисерелеүе шунда сағыла: уҡыусы юҡ-барға ҡыҙып китә, тиҙ арый, мәктәпкә барғыһы килмәй, төрлө сәбәп менән өйҙә ҡалыу яғын ҡарай.

Мәктәпкә өйрәнеүҙе еңеләйтеү өсөн бала күңелендә уҡыусының ыңғай образын булдырыу мөһим. Бәләкәсегеҙҙә белемгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләргә тырышығыҙ, күберәк бергә уҡығыҙ, төрлө энциклопедия менән танышығыҙ, мәктәпкә ыңғай ҡараш тыуҙырған фильмдар ҡарағыҙ. Буласаҡ уҡыусының башланғыс кластарҙа уңышлы уҡып йөрөгән балалар менән аралашыуы ла файҙалы булыр. Үҙегеҙҙең мәктәп йылдарын иҫегеҙгә төшөрөп, балағыҙға ошо турала һөйләгеҙ.

- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.

Фотолар ғаилә архивынан.Фотолар ғаилә архивынан.
Фото:Фотолар ғаилә архивынан.
Читайте нас