Белем һәм тәрбиә
20 Сентября 2021, 13:30

Быйылғы йәйге ялға йомғаҡ яһалды

Быйыл Башҡортостанда балаларҙың йәйге ялы нисек ойошторолдо? Был турала Хөкүмәттәге кәңәшмәлә мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һөйләне.

Добавить в предпочтительные источники Google
Быйылғы йәйге ялға йомғаҡ яһалдыБыйылғы йәйге ялға йомғаҡ яһалды
Быйылғы йәйге ялға йомғаҡ яһалды

Быйыл Башҡортостанда балаларҙың йәйге ялы нисек ойошторолдо? Был турала Хөкүмәттәге кәңәшмәлә мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һөйләне.

Уның белдереүенсә, быйыл йәй республикала 1462 ошондай ойошма эшләгән. "Ялдың төрлө формаларына 79,6 процент бала йәлеп ителде, йәғни - 396 мең уҡыусы", – тине министр.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, йәйге каникулдар осоронда ҡала һәм райондарҙа 950-нән ашыу онлайн-смена ойошторолған, уларҙа 20 меңдән ашыу уҡыусы шөғөлләнгән. Был уҡыусылар араһында сит төбәктекеләр ҙә бар.

"1 сентябргә ҡарата балалар ялына һәм һауыҡтырыуға дөйөм тотонолған сығым күләме 1,482 миллиард һум тәшкил иткән. Шуныһын билдәләргә кәрәк, быйыл балалар лагерҙарында аҙыҡ-түлектән ағыуланыу осраҡтары теркәлмәне", – тине Айбулат Хажин.

Шул уҡ ваҡытта,24 балалар лагерында 200-ҙән ашыу коронавирус менән сирләү осрағы теркәлде. Министр белдереүенсә, бөтә осраҡтар буйынса ла ваҡытында эпидемияға ҡаршы саралар ҡабул ителгән, биш стационар лагерҙа сир сәбәпле смена туҡтатылған.

"Киләһе йыл да еңел булмаясаҡ, санитар-эпидемиологик талаптар ҡаты. Хәҙерҙән үк ҡала ситендәге һәм мәктәп янындағы лагерҙарҙы әҙерләй башларға кәрәк. 2022 йылдың 1 июнендә барлыҡ һауыҡтырыу учреждениелары асыла алырлыҡ булһын", – тине Айбулат Хажин.

Фото: mos-guru.ru

Автор:Альфия Мингалиева