Белем һәм тәрбиә
21 Сентябрь 2021, 07:16

Уҡыусыларға һөнәр һайлауы еңелерәк булыр

Рәсәй Федерацияһында Президент Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Мәғариф” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.

Дәүләт етәксеһе билдәләүенсә, барлыҡ милли проекттарҙың да төп маҡсаты – балаларҙың киләсәген хәстәрләү, граждан­дарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу.

Башҡортостан етәкселеге лә белем биреү тармағына етди иғтибар бүлә. Мәҫәлән, “Мәға­риф” милли проектының “Заманса мәктәп” фе­дераль проекты нигеҙендә Благовещен ҡа­ла­һының М.А. Киняшев исемендәге 6-сы мәк­тәбендә “Үҫеш нөктәһе” үҙәге барлыҡҡа килде.

Уның асылыуына белем усағында йәй буйы ныҡлы әҙерләнгәндәр: физика, биология, химия кабинеттарында сифатлы ремонт эшләнгән. Мәктәп заманса йыһазландырылған, кабинеттар тәбиғи-ғилми йүнәлештә эшләйәсәк. Бынан ары дәрестәр заманса приборҙар һәм материалдар ярҙамында үткәреләсәк.

Мәктәп директоры Надежда Машкина билдәләүенсә, “Үҫеш нөктәһе” балаларҙың белем сифатын яҡшыртырға, фәнгә ҡыҙыҡ­һыныу уятырға ярҙам итәсәк. Иң мөһиме – был йүнәлештә белемен камиллаштырған уҡыусыларға һөнәр һайлауы еңелерәк булыр, тип ышана уҡытыусылар.

 

Лилиә НУРЕТДИНОВА әҙерләне.

Читайте нас