Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
22 Сентябрь 2021, 17:30

Айбулат Хажин дистанциялы алымда уҡытыуға күсеү тураһында

Башҡа райондар ҙа күсерме? Бөгөн күпме уҡытыусы ауырый? Мәғариф һәм фән министры дистанциялы уҡыуға күсеүгә ҡағылышлы аңлатмалар бирҙе. 

Айбулат Хажин дистанциялы алымда уҡытыуға күсеү тураһында
Айбулат Хажин дистанциялы алымда уҡытыуға күсеү тураһында

22-23 сентябрҙән республиканың 12 районындағы мәктәп уҡыусылары дистанциялы алымда уҡыуға күсеүе тураһында хәбәр иткәйнек. Белеүебеҙсә, Әбйәлил, Балтас, Бәләбәй, Белорет, Бишбүләк, Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, Шишмә, Мишкә, Стәрлебаш һәм Яңауыл райондарының 5–8-се һәм 10-сы класс уҡыусылары 14 көн дауамында онлайн-алымда уҡыясаҡ.

Был мәсьәләгә республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Вәкил улы Хажин асыҡлыҡ индереп, үҙ фекерен белдерҙе.

- Республикала уҡыуҙың дүртенсе аҙнаһы дауам итә һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ көн һайын балалар һәм уҡытыусылар араһында сирләүселәрҙең артыуын теркәй барабыҙ. Был дөйөм белем биреү ойошмаларына ла, урта һөнәри белем биреү системаһына ла ҡағыла. Республика халҡын мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында хәлдең тотороҡло булыуы тураһында хәбәр итеп, тынысландырғым килә.

Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, 12 муниципалитеттағы дөйөм белем биреү ойошмаларында эпидемиологик хәл-торош ярайһы уҡ ҡатмарлыға әйләнде. Ошоға ярашлы, ошо 12 райондың хакимиәт башлыҡтары, муниципаль оператив штабтар менән берлектә әлеге райондарҙа уҡыусыларҙы ике аҙнаға дистанциялы алымда уҡытыуға күсереү тураһында ҡарар ҡабул иттек. Асыҡлап әйткәндә, был Әбйәлил, Балтас, Бәләбәй, Белорет, Бишбүләк, Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, Шишмә, Мишкә, Стәрлебаш һәм Яңауыл райондарының ҡайһы бер мәктәптәренә ҡағыла. Башҡа муниципалитеттарҙа белем биреү процесы ғәҙәти алымда дауам итәсәк.

Барлығы 116 дөйөм белем биреү ойошмаһы дистанциялы алымға күсә, был – 23,5 мең самаһы уҡыусы тигән һүҙ. Әйтергә кәрәк, ул әллә ни ҙур күрһәткес түгел, уҡыусыларҙың дөйөм күләменең 4,5 процентын тәшкил итә, - тип белдерҙе министр Айбулат Вәкил улы.

Ул шулай уҡ муниципалитеттарға онлайн-алымда уҡыусыларҙы кәрәкле ҡорамалдар, гаджеттар менән тәьмин итеүҙә булышлыҡ күрһәтергә ҡушылыуы хаҡында ла әйтеп үтте. Бығаса ғәмәлдә булған онлайн-уҡыу, электрон кейстар, интернет селтәре булмаһа, ҡағыҙ кейстар менән тәьмин итеү кеүек алымдарҙы ҡулланырға мөмкин буласаҡ.

- Башланғыс звено, 9-сы һәм 11-се кластар уҡыуҙы ғәҙәти алымда дауам итә. Льготалы категорияға ҡарап, республика бюджетынан бушлай туҡланыу менән тәьмин ителгәндәргә (сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлектәре сикләнгәндәр, инвалид балалар, күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәргә) аҙыҡ-түлек йыйылмалары (ҡоро паектар) тапшырыласаҡ. Был график белем биреү ойошмаһының етәксеһе тарафынан раҫлана һәм класс етәкселәре аша ата-әсәләргә еткереләсәк. Ошо графикка ярашлы, ата-әсә аҙыҡ-түлек йыйылмаһын килеп алырға тейеш, - тине министр.

Айбулат Вәкил улына: “Әлеге ҡарар ҡағылған муниципалитеттар исемлеге үҙгәреүе ихтималмы?” – тигән һорау ҙа бирелде.

- Беҙ ошо ике аҙнала әлеге белем биреү ойошмаларында сирләү сылбырын өҙә алырбыҙ, тип өмөтләнәбеҙ. Үкенескә ҡаршы, ауырыған балалар күп кенә. Хәл-торош тотороҡланыу менән уларҙы ғәҙәти алымда уҡытыуға күсерәсәкбеҙ.

Әгәр башҡа муниципалитеттарҙың белем биреү ойошмаларында сирләүсе балалар һаны арта башлаһа, муниципаль оператив штабтар менән берлектә ҡарар ҡабул итеп, уларҙы ла дистанциялы алымда уҡытырға күсереү ихтималлығы һаҡлана. Шуға күрә ата-әсәләрҙе бындай хәлде аңлап ҡабул итергә саҡырам.

Бөгөнгө көнгә иң хәүефле “ҡыҙыл” зоналар булып, үрҙә әйтеп үтелгән 12 район һанала. Шул уҡ ваҡытта республика буйынса Ковид-19 менән сирләгән уҡытыусылар артыҡ күп түгел: әлеге ваҡытта 36 мең педагогтан 300 самаһы кеше ауырый. Башҡа социаль төркөмдәр менән сағыштырғанда, беҙҙә вакцина яһатыу күрһәткесе иң яҡшыларҙың береһе булды. Мәктәп уҡытыусыларының 84 проценты прививканың ике компонентын да яһатҡан.

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: