

Рәсәйҙең Туған телдәрҙе һаҡлау һәм өйрәнеү фонды "Туған тел уҡытыусыһына рәхмәт!" акцияһын үткәрә. Сара 15 сентябрҙән 5 октябргә тиклем үтә һәм Уҡытыусылар көнөнә бағышлана.
Акция барышында һәр уҡыусы туған телдәрҙе өйрәнеүҙең әһәмиәте хаҡында һөйләп, уҡытыусыһына рәхмәт һүҙҙәрен еткерә ала.
"Туған тел уҡытыусыһына рәхмәт!" акцияһында ҡатнашыу өсөн эссе яҙырға, туған тел уҡытыусыһы тураһында видеояҙма төшөрөргә, уҡытыусының фоторәсемен ҡуйырға һәм рәхмәт һүҙҙәрен теркәргә кәрәк. Остазығыҙға бағышланған шиғыр, йыр йә бейеүегеҙҙе лә күрһәтергә мөмкин.
Ижади эш социаль селтәрҙәрҙә - Инстаграм, "Бәйләнештә", ТikTok сәхифәләрендә #учительродногоязыка2021 #фондродныеязыки тигән хештегтар менән билдәләнергә тейеш. Акцияла 1 - 11-се класс уҡыусылары ҡатнаша ала.
Иң ҡыҙыҡлы эштәр Рәсәйҙең Туған телдәрҙе һаҡлау һәм өйрәнеү фондының, Рәсәй Мәғариф министрлығының, Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының социаль селтәрҙәрендә таратыласаҡ. Был акция беҙҙең күп милләтле илдәге барлыҡ туған тел уҡытыусылары өсөн бик яҡшы теләктәшлек сараһы буласаҡ.
Фото: "Бәйләнештә".