Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
22 Сентябрь 2021, 11:00

Уҡыусылар “дистанционка”ға күсә

Был ҡарар нисәнсе класс уҡыусыларына ҡағыла?

Уҡыусылар “дистанционка”ға күсә
Уҡыусылар “дистанционка”ға күсә

Башҡортостанда 5, 6, 7, 8 һәм 10 класс уҡыусыларын дистанциялы уҡытыуға күсерәләр. Ағымдағы эпидемиологик хәлдең ҡатмарлы булыуын иҫәптә тотоп, ошо класс уҡыусылары иң яҡын арала өйҙән уҡый башлаясаҡ. Ҡарар 12 районға - Әбйәлил, Балтас, Бәләбәй, Белорет, Бишбүләк, Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, Шишмә, Мишкә, Стәрлебаш һәм Яңауылға ҡағыла. Был турала Хөкүмәттәге сығанаҡҡа таянып “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, был ҡарар әлегә ике аҙнаға индерелеп тора.

Кисә генә республиканың Спорт министрлығы ябыҡ биналарҙа үткәрәлгән спорт сараларына тамашасылар индереүҙе сикләргә тигән ҡарар сығарғайны. Был шулай уҡ коронавирусҡа бәйле хәлдәрҙең киҫкенләшеүенә бәйле. Тағы бер ҡарарға ярашлы, әле Башҡортостанда диспансерлаштырыу һәм планлы тикшеренеүҙәр туҡтатылып тора.

Күренеүенсә, республикала коронавирусҡа бәйле хәлдәр киҫкенләшә. Көн һайын яңы сир йоҡторған кешеләр һаны 300-ҙән аша, 15-16 кеше һәләк булып тора. Шуға күрә был ҡарарҙар ваҡытлы. 

Фото: newsbash.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: