Белем һәм тәрбиә
22 Сентябрь 2021, 17:00

Йәштәр лабораториялары булдырыласаҡ

Радий Хәбиров: “Беҙ Евразия ғилми-белем биреү үҙәге ҡарамағындағы ойошмалар базаһында алты лаборатория булдырасаҡбыҙ". 

Йәштәр лабораториялары булдырыласаҡЙәштәр лабораториялары булдырыласаҡ
Йәштәр лабораториялары булдырыласаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ғилми-белем биреү үҙәктәре базаһында йәштәр лабораториялары булдырыуға Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығы тарафынан ойошторолған конкурстың йомғаҡтары иғлан ителеүе, беҙҙең республиканың алдынғылар араһында булыуы тураһында яҙҙы.

“Беҙ Евразия ғилми-белем биреү үҙәге ҡарамағындағы ойошмалар базаһында алты лаборатория булдырасаҡбыҙ. Конкурстың мотлаҡ шарты – проектта йәш аспиранттарҙың, студенттарҙың ҡатнашыуы. Әйткәндәй, иң өлкән лаборатория етәксеһенә 38 генә йәш.

Шулай итеп, Башҡорт дәүләт университетында һәм Өфө дәүләт авиация техник университетында икешәр лаборатория асыласаҡ. БДУ базаһында – “Популяция һәм медицина генетикаһы лабораторияһы” һәм “Яңы материалдар дизайны лабораторияһы”, уларҙың етәкселәре – Дарья Прокофьева, Илдус Шәрәфуллин. Өфө дәүләт авиация техник университетында “Интеграль фотоника ҡорамалдары нигеҙендә сенсорлы системалар”, “Ғәҙәти булмаған тәьҫир шарттарында металдар һәм иретмәләр” лабораториялары барлыҡҡа киләсәк. Уларға Елизавета Грахова, Елена Корзникова етәкселек итәсәк.

Рәсәй Фәндәр академияһының Металдарҙың үтә һығылмалылыҡ проблемалары институтында “Углерод наноматериалдарҙың физикаһы һәм механикаһы” тигән лаборатория асырға планлаштырабыҙ, етәксеһе – Юлия Байымова. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми-тикшеренеү үҙәгендә Елена Кузьмина етәкселегендә электр химияһы энергетикаһы өсөн яңы материалдар лабораторияһы эш башлаясаҡ.

Ғилми-белем биреү үҙәге ҡарамағындағы йәштәр лабораторияларының һәр береһе өсөн федераль бюджеттан 15 миллион һум аҡса бүленәсәк. Проект өс йылға иҫәпләнгән. Һөҙөмтәлә Башҡортостанда фәнде үҫтереүҙең әлеге йүнәлеше өсөн генә лә 270 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.

Беҙҙең ғалимдар киләсәккә ҙур ынтылыш яһай. Беҙ донъя кимәлендәге ғилми-белем биреү үҙәген (127 миллион һум), биотехнологиялар өлкәһендә инжиниринг үҙәген (300 миллион һум) үҫтерәбеҙ. Генетика тармағында ҙур күләмдәге грант (90 миллион һум) һәм “Яһалма интеллект” йүнәлеше буйынса программалар эшләүгә грант (46 миллион һум) ғәмәлгә ашырыла. Индустриаль партнер менән берлектә нефть һәм газ ятҡылыҡтарын тикшерәбеҙ (160 миллион һум). Алдынғы фәнни ойошмаларҙа ҡорамалдар базаһын яңыртабыҙ (185 миллион һум). Мал аҙығы культуралары буйынса селекция-генетик үҙәге булдырабыҙ (300 миллион һум). Сколтех менән берлектә шыйыҡ углеводородтарҙы рациональ үҙләштереү өлкәһендә донъя кимәлендәге үҙәкте үҫтерәбеҙ (806 миллион һум).

Бер йыл дауамында берҙәм көс менән ике миллиард һум федераль аҡса йәлеп итеүгә өлгәштек. Республикала фәнгә ундай ярҙам бер ваҡытта ла булмаған. Барығыҙҙы ла ҡотлайым! Артабан да алға”, - тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Фото һәм сығанаҡ: https://vk.com/wall413272232_698417

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас