Белем һәм тәрбиә
23 Сентябрь 2021, 14:00

Радий Хәбиров – Грацта

"Үҙебеҙҙең йәштәр менән ғорурланам һәм барыһына ла уңыштар теләйем!"

Радий Хәбиров – ГрацтаРадий Хәбиров – Грацта
Радий Хәбиров – Грацта

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.

“Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов менән Грацта (Австрия) EuroSkills чемпионатында Рәсәй командаһы составындабыҙ. Беҙ үҙебеҙҙә "WorldSkills Russia" финалын үткәргәндән һуң, WorldSkills-тың халыҡ-ара этаптары ҡулыбыҙҙан килә”. Радий Фәрит улы Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцовты һөнәри белем биреү буйынса федераль компетенциялар үҙәген беҙҙә асырға кәрәклегенә өгөтләүе хаҡында ла белдереп, был хаҡта видеояҙма ҡуйҙы.

Республика етәксеһе шулай уҡ EuroSkills чемпионатында Рәсәй командаһы менән осрашыуҙары хаҡында әйтте. "Улар араһында - беҙҙең Сибай күп профилле колледжын тамамлаған Илнур Шәйхисламов. Үҙебеҙҙең йәштәр менән ғорурланам һәм барыһына ла уңыштар теләйем!", - тип яҙҙы ул.

Фото Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас