Белем һәм тәрбиә
24 Сентябрь 2021, 07:00

"Балалар беҙ уйлағандан тиҙерәк үҫә..."

"Торатау" конгресс-холында мәктәп йәштәре проекты менән таныштырыу сараһы булды.

"Балалар беҙ уйлағандан тиҙерәк үҫә...""Балалар беҙ уйлағандан тиҙерәк үҫә..."
"Балалар беҙ уйлағандан тиҙерәк үҫә..."

Кисә “Торатау” конгресс-холында “Үҫеш биләмәһе. Яңы движ” проекты менән таныштырыу сараһы булды. Ул төбәктәге мәктәп йәштәренең шәхси үҫеше өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелә.

Сара барышында ойоштороусылар проекттың барлыҡҡа килеү тарихы, уны тормошҡа ашырыу алымдары, планлаштырылған эш һәм көтөлгән һөҙөмтәләр тураһында һөйләне. “Бәхет биләмәһе” фондының Попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова әйтеүенсә, яңы проект “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе”нә тиклем үк тыуған “Үҫеш биләмәһе”нең дауамын тәшкил итә, ләкин ул күберәк иғтибар һәм әүҙемлек талап итә, сөнки балалар беҙ уйлағандан байтаҡҡа тиҙерәк үҫә, шәхес булараҡ формалаша.  

“Үҫеш биләмәһе. Яңы движ” проекты республикалағы һигеҙ ҡалала (Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама, Октябрьский, Сибай, Күмертау, Межгорье һәм Ағиҙел) һәм Өфөнөң ете районында мәктәп йәштәре майҙансыҡтарын ойоштороуҙы күҙ уңында тота. Уларҙың эше быйыл апрелдә үткән “Үҫеш биләмәһе” форумы вәкилдәре һәм проекттың тәжрибәле остаздары аша тормошҡа ашырыласаҡ.

Проекттың координаторы Вито Сабиров билдәләүенсә, проект йәштәрҙең командала эшләү, лидерлыҡ, тәнҡит күҙлегенән фекерләү, идара итеү, ойоштороу һәләттәрен үҫтерергә булышлыҡ итәсәк. Бер үк ваҡытта уларҙың барыһы ла ыңғай ижади эшкә йәлеп ителәсәк.

Проект менән таныштырыу сараһын “Бәхет биләмәһе” хәйриә фонды йәштәр башланғыстарын үҫтереү буйынса “Йәштәр сәйәсәте лигаһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә ойошторҙо. Унда республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, ҡала округтары хакимтәттәре вәкилдәре ҡатнашты. Проект Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Фото: БР Киң мәғлүмәт саралары агентлығынан.

"Балалар беҙ уйлағандан тиҙерәк үҫә..."
"Балалар беҙ уйлағандан тиҙерәк үҫә..."
"Балалар беҙ уйлағандан тиҙерәк үҫә..."
"Балалар беҙ уйлағандан тиҙерәк үҫә..."
"Балалар беҙ уйлағандан тиҙерәк үҫә..."
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас