Белем һәм тәрбиә
24 Сентября 2021, 09:54

Рәхмәт һүҙҙәрен еткерәйек!

“Бәйләнештә”“Бәйләнештә”
Фото:“Бәйләнештә”

Рәсәйҙең Туған телдәрҙе һаҡлау һәм өйрәнеү фонды “Туған тел уҡытыусыһына рәхмәт!” акцияһын үткәрә. Сара 15 сентябрҙән 5 октябргә тиклем үтә һәм Уҡытыусылар көнөнә бағышлана.

Акция барышында һәр уҡыусы туған телдәрҙе өйрә­неүҙең әһәмиәте хаҡында һөйләп, уҡытыусыһына рәх­мәт һүҙҙәрен еткерә ала.

“Туған тел уҡытыусыһына рәхмәт!” акцияһында ҡатна­шыу өсөн эссе яҙырға, туған тел уҡытыусыһы тураһында видеояҙма төшөрөргә, уҡы­тыусының фоторәсемен ҡу­йырға һәм рәхмәт һүҙҙәрен теркәргә кәрәк. Остазығыҙға бағышланған шиғыр, йыр йә бейеүегеҙҙе лә күрһәтергә мөмкин.

Ижади эш социаль селтәр­ҙәрҙә – “Инстаграм”, “Бәйлә­нештә”, ТikTok сәхифә­лә­рен­дә #учительродногоязыка2021 #фондродныеязыки тигән хештегтар менән бил­дәлә­нергә тейеш. Акцияла I – XI класс уҡыусылары ҡатнаша ала.

Иң ҡыҙыҡлы эштәр Рәсәй­ҙең Туған телдәрҙе һаҡлау һәм өйрәнеү фонды­ның, Рә­сәй Мәғариф министр­лығы­ның, Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының социаль селтәрҙәрендә тараты­ласаҡ. Был акция беҙҙең күп милләтле илдәге барлыҡ ту­ған тел уҡытыусылары өсөн бик яҡшы теләктәшлек сара­һы буласаҡ.

- Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.

Читайте нас