

Коронавирусҡа бәйле хәл киҫкенләшә. Был мәғариф тармағының эшмәкәрлегендә лә сағыла. Уҡытыусылар ғына түгел, балалар ҙа күпләп ауырый хәҙер. Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин дистанцияла уҡыуға күсеүгә ҡағылышлы аңлатма бирҙе.
22-23 сентябрҙән республиканың 12 районындағы мәктәп уҡыусылары дистанциялы алымда уҡыуға күсеүе тураһында хәбәр иткәйнек. Уларҙа V – VIII һәм X класс уҡыусылары 14 көн дауамында онлайн рәүештә уҡыясаҡ.
Был мәсьәләгә республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Вәкил улы Хажин, асыҡлыҡ индереп, үҙ фекерен белдерҙе.
– Республикала уҡыуҙың дүртенсе аҙнаһы бара һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ көн һайын балалар һәм уҡытыусылар араһында сирлеләрҙең арта барыуын теркәйбеҙ. Был дөйөм белем биреү ойошмаларына ла, урта һөнәри белем биреү системаһына ла ҡағыла. Республика халҡын мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында хәлдең тотороҡло булыуы тураһында хәбәр итеп, тынысландырғым килә.
“Роспотребнадзор”ҙың БР буйынса идаралығы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, 12 муниципалитетта дөйөм белем биреү ойошмаларындағы эпидемиологик хәл-торош ярайһы уҡ ҡатмарлы. Шуға күрә ошо 12 райондың хакимиәт башлыҡтары, муниципаль оператив штабтар менән берлектә әлеге төбәктәрҙә уҡыусыларҙы ике аҙнаға дистанциялы алымда уҡытыуға күсереү тураһында ҡарар ҡабул иттек. Асыҡлап әйткәндә, был Әбйәлил, Балтас, Бәләбәй, Белорет, Бишбүләк, Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, Шишмә, Мишкә, Стәрлебаш һәм Яңауыл райондарының ҡайһы бер мәктәптәренә ҡағыла. Башҡа муниципалитеттарҙа белем биреү процесы ғәҙәттәгесә дауам итәсәк.
Барлығы 116 дөйөм белем биреү ойошмаһы дистанциялы алымға күсә, был – 23,5 мең самаһы уҡыусы тигән һүҙ. Әйтергә кәрәк, ул әллә ни ҙур күрһәткес түгел, уҡыусыларҙың дөйөм күләменең 4,5 процентын тәшкил итә, – тип белдерҙе министр Айбулат Вәкил улы.
Ул шулай уҡ муниципалитеттарға онлайн рәүештә уҡыусыларҙы кәрәкле ҡорамалдар, гаджеттар менән тәьмин итеүҙә булышлыҡ күрһәтергә ҡушылыуы хаҡында ла әйтеп үтте. Бығаса ғәмәлдә булған онлайн-уҡыу, электрон кейстар, интернет селтәре булмаһа, ҡағыҙ кейстар менән тәьмин итеү кеүек ысулдарҙы ҡулланырға мөмкин буласаҡ.
– Башланғыс звено, IX һәм XI кластар уҡыуҙы ғәҙәти алымда дауам итә. Льготалы категорияға ҡарап, республика бюджетынан бушлай туҡланыу менән тәьмин ителгәндәргә (сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлектәре сикләнгәндәргә, инвалид балаларға, күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәргә) аҙыҡ-түлек йыйылмалары (ҡоро паектар) тапшырыласаҡ. Төҙөлгән график белем биреү ойошмаһы етәксеһе тарафынан раҫлана һәм класс етәкселәре аша ата-әсәләргә еткереләсәк. Шуға ярашлы, ата-әсә аҙыҡ-түлек йыйылмаһын килеп алырға тейеш, – тине министр.
Айбулат Вәкил улына “Әлеге ҡарар ҡағылған муниципалитеттар исемлеге үҙгәреүе ихтималмы?” тигән һорау ҙа бирелде.
– Беҙ ошо ике аҙнала әлеге белем биреү ойошмаларында сирләү сылбырын өҙә алырбыҙ, тип өмөтләнәбеҙ. Үкенескә ҡаршы, ауырыған балалар күп кенә. Хәл-торош тотороҡланыу менән уларҙы ғәҙәти алымда уҡытыуға күсерәсәкбеҙ.
Әгәр башҡа муниципалитеттарҙың белем биреү ойошмаларында сирләгән балалар һаны арта башлаһа, муниципаль оператив штабтар менән берлектә ҡарар ҡабул итеп, уларҙы ла дистанцияла уҡытырға күсереү ихтималлығы һаҡлана. Шуға күрә ата-әсәләрҙе бындай хәлде аңлап ҡабул итергә саҡырам.
Бөгөнгә иң хәүефле “ҡыҙыл зона”лар булып үрҙә әйтеп үтелгән 12 район һанала. Шул уҡ ваҡытта республика буйынса яңы коронавирус инфекцияһы менән сирләгән уҡытыусылар һаны артыҡ күп түгел: әлеге ваҡытта 36 мең педагогтан 300 самаһы кеше ауырый. Башҡа социаль төркөмдәр менән сағыштырғанда, беҙҙә вакцина ҡаҙатыу күрһәткесе иң яҡшыларҙың береһе булды. Мәктәп уҡытыусыларының 84 проценты прививканың ике компонентын да яһатҡан.
- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.