

Кешенең мейеһе нимәләргә һәләтле икәнен беребеҙ ҙә белмәй. Шулай ҙа уны, даими уҡып, хәрәкәтләнеп, төрлө күнекмәләр яһап, үҫтерергә мөмкин икәнлеге билдәле. Һәм, киреһенсә, ялҡаулыҡ менән һәләк итергә була. Йәштәрҙе тәрбиәләгәндә быны онотмау мөһим.
Түбәндәге мәғлүмәттәрҙе белеп ҡуйыу балаларығыҙҙы яҡшыраҡ аңларға, уларға дөрөҫ кәңәштәр бирергә ярҙам итер. Һис юғында үҙегеҙгә күпмелер файҙа килтерер һәм һис тә зыянға булмаҫ.
Уның эшләү тиҙлеге
Ҡапыл ниҙер сәнселһә йәки сөй ҡаҡҡанда сүкеш тейеп китһә, кеше бармағын йәһәт кенә тартып ала. Был саҡтағы тиҙлек тураһында уйланғанығыҙ бармы?
Ғалимдар раҫлауынса, кешенең реакцияһы баш мейеһенә тоташҡан нерв импульстары менән бәйле. Ә ул импульстарҙың тиҙлеге – сәғәтенә 400 саҡрымға яҡын! Тимәк, ярты секундта 55 метр тигән һүҙ. Олоғая килә был тиҙлек 15 процентҡа кәмей икән.
Һауаға ихтыяжы
Мейенең ауырлығы дөйөм тәндекенең ни бары 2 процентын тәшкил итә. Әммә ҡан тамырҙары буйлап йөрөгән кислородтың 20 процентын (бүтән ағзаларҙың барыһынан да күберәк) ул “һулай”.
Организмға кислород етешмәй башлауы шуға ла мейегә айырыуса тиҙ һәм ауыр йоғонто яһай.
Күҙәнәктәре яңырамы?
Күп йылдар дауамында ғалимдар беҙҙе: “Нейрондарҙың һәм нерв туҡымаһының үҫеү һәләте юҡ, улар яңырмай”, – тип ышандырып килде. Асылда һис тә улай түгел икән. Кеше организмының башҡа туҡымаларына ҡарағанда бүтәнсәрәк булһа ла, нерв нейрондары ла ғүмер буйы үҫә, ти. Һәм был асыш нигеҙендә мейене, уның сирҙәрен өйрәнеү йәһәтенән яңы йүнәлештәр барлыҡҡа килде.
Төндә лә ял итмәй
Мейе төндә көндөҙгөгә ҡарағанда әүҙемерәк эшләй, тиһәләр, ышаныуы ҡыйын, сөнки беҙ яҡтыла күберәк хәрәкәтләнәбеҙ, уйланабыҙ, төрлө мәсьәләләр буйынса әңгәмәләр ҡорабыҙ, ә ҡараңғы ваҡытта йоҡлайбыҙ ғына. Ләкин, ғилми тикшеренеүҙәрҙән асыҡланыуынса, беҙ серем иткәндә мейе ял тураһында һис тә уйламай, киреһенсә, күберәк көс түгә. Ни өсөн улай икәнен ғалимдар аңлата алмай әле.
Күпме энергия етә?
Мейенең эшмәкәрлеген тейешенсә тәьмин итеү өсөн уға ҡеүәте ни бары 25 ватт булған яҡтыртҡысҡа етерлек энергия кәрәк.
Төш күреү – аҡыллылыҡтан
Кешенең аҡыл кимәле ни хәтлем юғары булһа, ул шул тиклем күберәк төштәр күрә, тип иҫбатлаған ғалимдар. Тик беҙ йыш ҡына, йоҡонан уянып, бер аҙ ваҡыт үткәс, ни күргәнебеҙҙе асыҡ ҡына хәтерләй алмайбыҙ. Кешенең төштәре, оҙон һымаҡ тойолһа ла, ғәҙәттә, 2-3 секундлыҡ ҡына була, сөнки йоҡо хәлендә ваҡыт үлсәме бүтәнсәрәк.
Бер башта – 100 компьютер!
Кешенең мейеһе “Британника” энциклопедияһында тупланғанға ҡарағанда (ә ул – 30 томдан ашыу тәшкил иткән ҙур йыйынтыҡ) биш тапҡырға күберәк мәғлүмәтте иҫтә ҡалдырырға һәләтле. Хәйер, ғалимдар аҡыл дәрәжәһен әлегәсә теүәл генә үлсәй алмаған.
Иҫбатланыуынса, мейе бер үк ваҡытта үҙ эсенә 3-тән алып 100-гә тиклем терабайтты һыйҙыра ала. Тимәк, әлеге мәлдә берәүҙең башында өс заманса компьютер ултыра, тип уйлаһаҡ, икенсенекендә уларҙың йөҙ булыуы ихтимал.
Ауыртыу тоймай
Бөтә тәндәге бәләкәй генә ауыртыуҙарҙы ла һиҙеп, уларға төрлөсә реакция биреп торһа ла, мейенең үҙендә ауыртыу тойоу рецепторҙары юҡ икән. Шулай ҙа, башыбыҙ бихисап туҡымалар, нерв селтәре, ҡан тамырҙары менән тулы булғас, уларға зарар килгән саҡта мейенең үҙе ҡайнап киткәндәй.
“Һыу мейе” тиһәк тә...
Һүрәттәргә ҡараһаҡ, баш мейеһе грек сәтләүегенә оҡшаған ҡаты бер нәмә булып күренә. Ысынында иһә ул – йәшкелт-алһыу төҫтәге ҡойҡа һымаҡ ағза, туҡымалары башлыса һыуҙан һәм ҡандан ғибәрәт. Аныҡлап әйткәндә, мейенең 85 проценты – һыу.
Сарсап киткән мәлдә шуны иҫегеҙгә алығыҙ: һыу, моғайын, һеҙҙең мейегеҙҙең эшмәкәрлеге өсөн мөһимдер.
("Бәрәкәт" журналынан).
Фото: kanal-o.ru