Белем һәм тәрбиә
27 Сентябрь 2021, 17:30

Ниндәй һанлы ҡарарҙар тормошто яҡшыртасаҡ?

Башҡортостан командаһы “Һанлы ынтылыш”тың ярымфиналында еңеү яуланы.

Ниндәй һанлы ҡарарҙар тормошто яҡшыртасаҡ?Ниндәй һанлы ҡарарҙар тормошто яҡшыртасаҡ?
Ниндәй һанлы ҡарарҙар тормошто яҡшыртасаҡ?

“Һанлы ынтылыш” Бөтә Рәсәй конкурсының өсөнсө миҙгеленең алтынсы ярымфиналы тамамланды. Ул “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһының төп проекттарының береһе.

48 сәғәт дауамында 142 команда Lifetech кейстарын сисеү менән шөғөлләнде. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса 21 еңеүсе команда билдәләнде. Жюри тап улар тәҡдим иткән һанлы ҡарарҙарҙы халыҡтың тормошон яҡшыртыу йәһәтенән урынлы тип тапты.

“Был хакатон бик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте: 3363 теркәлгән ҡатнашыусы, 18 төбәк майҙансығы, 67 төбәк, ете кейс, 150 остаз, яҡлау этабында 101 команда”, - тип билдәләне “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” йәмғиәтенең генераль директоры Алексей Комиссаров.

DIVAR командаһына берләшкән Арсен Сабирйәнов, Денис Шәйхелбарин, Рөстәм Афанасьев, Илья Хәкимов һәм Иван Ермолов “Социаль калькулятор” тигән платформа менән таныштырҙы. Ул һәр кешегә ниндәй социаль түләүҙәр тейешлеген билдәләй. Платформа, алынған мәғлүмәттәргә таянып, социаль ярҙамға мохтаж кешеләрҙең төркөмдәргә бүлеп билдәләргә ярҙам итә.

Хәҙер еңеүселәрҙе финал көтә. Улар унда үҙҙәренең эшкәртмәләре менән шәхсән таныштырып, проекттарын һынап ҡарау йәки ғәмәлгә индереү, ил күләмендә танылған эш биреүселәрҙән тәҡдимдәр ҡабул итеү мөмкинлегенә эйә.

“Һанлы ынтылыш” конкурсының киләһе ярымфиналы 22-24 октябрҙә үтәсәк. Ул транспорт һәм логистика тармағына арнала. 17 октябргә тиклем теркәлергә мөмкин. Конкурс тураһында тулы мәғлүмәт алыу өсөн һылтанма: https://leadersofdigital.ru/ 

“Һанлы ынтылыш” конкурсы “Мәғариф” милли проектының “Һәр кем өсөн социаль лифт” федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Фото: pbrea.ru 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас