Белем һәм тәрбиә
29 Сентябрь 2021, 08:00

Асҡын ҡыҙы Дилбәр!

Ҡәҙерле дуҫтар!  Уҡытыусылар көнө айҡанлы төркөмөбөҙҙә яңы конкурс иғлан иттек, был турала барығыҙ ҙа беләһегеҙ. Хәҙер республикабыҙҙың иң уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле мөғәллимдәре “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” исеме өсөн көрәшә. Сираттағы конкурсантыбыҙ – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Дилбәр Заһиҙуллина.  

Асҡын ҡыҙы Дилбәр!Асҡын ҡыҙы Дилбәр!
Асҡын ҡыҙы Дилбәр!

Ҡәҙерле дуҫтар! 5 октябрҙә билдәләнгән Уҡытыусылар көнө айҡанлы төркөмөбөҙҙә яңы конкурс иғлан иттек, был турала барығыҙ ҙа беләһегеҙ. Хәҙер республикабыҙҙың иң уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле мөғәллимдәре “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” исеме өсөн көрәшә.

Сираттағы конкурсантыбыҙ – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Дилбәр Заһиҙуллина.

– Мин Асҡын районының Яңы Бағаҙы ауылында 1977 йылдың 25 февралендә донъяға килгәнмен, – тип үҙе менән таныштыра 25 йыл педагогик стажы булған Дилбәр Зөфәр ҡыҙы. – Әле Асҡын районы Асҡын ауылының 2-се урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытам.

Дилбәр Заһиҙуллинаның тормош девизы – уҡытыусы иң беренсе һәр йәһәттән дә үҙе өлгө булырға тейеш!

– Мәсәғүт педагогия училищеһында белем эстәнем, тәүге эш урыным – Урмияҙ ауылы мәктәбе, – ти Дилбәр Зөфәр ҡыҙы. – Тормош иптәшем Шамил менән Диана исемле ҡыҙ тәрбиәләйбеҙ. Ғәзиз балабыҙ әле Пермь дәүләт медицина университетының 5 курс студенты.

Фото: Дилбәр Заһиҙуллина.

 https://vk.com/app7198399_-104965500#poll6152bd87a384..

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас