Белем һәм тәрбиә
29 Сентябрь 2021, 12:00

Ғайсанан уңдыҡ, ти яңыбайҙар

Ҡәҙерле дуҫтар! 5 октябрҙә билдәләнгән Уҡытыусылар көнө айҡанлы төркөмөбөҙҙә яңы конкурс иғлан иттек, был турала барығыҙ ҙа беләһегеҙ. Хәҙер республикабыҙҙың иң уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле мөғәллимдәре “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” исеме өсөн көрәшә.

Ғайсанан уңдыҡ, ти яңыбайҙарҒайсанан уңдыҡ, ти яңыбайҙар
Ғайсанан уңдыҡ, ти яңыбайҙар

Ҡәҙерле дуҫтар! 5 октябрҙә билдәләнгән Уҡытыусылар көнө айҡанлы төркөмөбөҙҙә яңы конкурс иғлан иттек, был турала барығыҙ ҙа беләһегеҙ. Хәҙер республикабыҙҙың иң уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле мөғәллимдәре “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” исеме өсөн көрәшә.

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ғайса Ишмөхәмәтовтың тормош девизы – йәшәүҙең ҡәҙерен белеп йәшәргә, ғүмер юлынан Кеше исемен юғары тотоп үтергә!

Ул 1966 йылдың 27 майында йәмле Ейәнсура районының Саҙалы ауылында тыуып үҫкән.

– Эш урыным – Яңыбай ауылы урта мәктәбе, – ти 31 йыл педагогик стажы булған Ғайса Харис улы. – Ете йылдан ашыу ошо уҡ мәктәптә директор вазифаһын да башҡарҙым. Әле кәләшем иһә Яңыбай мәктәбендә – директор. Салауат, Айтуған һәм Тимербулат исемле улдарыбыҙ бар.

Ғайса Ишмөхәмәтов әйтеүенсә, уның уҡыусылары күп тапҡырҙар республика олимпиада һәм конкурстары еңеүселәре исемен алған. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу буйынса методик ярҙам күрһәтеү маҡсатында, республикабыҙҙың Бәләбәй һәм Йәрмәкәй райондарында, Ҡурған өлкәһе Сафакүл районына барып ҡайтҡан.

 

Фото: Ғайса Ишмөхәмәтов.

 https://vk.com/app7198399_-104965500#poll6152bd87a384..

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас