Белем һәм тәрбиә
29 Сентябрь 2021, 16:00

"Биләнемдә йәшәүем менән бәхетлемен"

Һәр кешелә ҡояш бар, ти Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Ғәлиәбаныу Сабирова.

"Биләнемдә йәшәүем менән бәхетлемен""Биләнемдә йәшәүем менән бәхетлемен"
"Биләнемдә йәшәүем менән бәхетлемен"

Билдәле булыуынса, Уҡытыусылар көнө айҡанлы төркөмөбөҙҙә яңы конкурс иғлан иттек. Республикабыҙҙың уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле мөғәллимдәре “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” исеме өсөн көрәшә.

Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Ғәлиәбаныу Сабированың да конкурста ҡатнашыуы - шуға асыҡ миҫал.

"Билән тигән матур ауылда тыуып үҫтем, ул Балаҡатай районында урынлашҡан, – ти 28 йыллыҡ педагогик стажға эйә Ғәлиәбаныу Абдулла ҡыҙы. – Эш урыным – тыуған Биләнемдә, шуның менән ныҡ бәхетлемен. Ауыл тормошон шул хәтлем яратам, күңелле мәшәҡәттәр солғанышында йәшәүгә ни етә! Тормош девизым: "һәр кешелә ҡояш бар, уға уны яҡтыртырға ирек бирергә кәрәк!"

Ғәлиәбаныу Сабирова 1970 йылдың 25 ғинуарында тыуған. Ире менән 30 йылдан ашыу бер-береһенә терәк-таяныс булып ғүмер итәләр, ике ҡыҙҙары, бер улдары бар, хәҙер инде ейәнсәрҙәрен дә һөйөү бәхетенә өлгәшкәндәр.

Ғәлиәбаныу Абдулла ҡыҙы әйтеүенсә, тормош шул хәтлем матур, уның ҡәҙерен белеп йәшәргә кәрәк.

Фото Ғәлиәбаныу Сабированың шәхси альбомынан.

 https://vk.com/app7198399_-104965500#poll6152bd87a384..

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас