Белем һәм тәрбиә
29 Сентябрь 2021, 11:30

Эльмираның еңеүе – уҡыусыларының уңышы!

Ҡәҙерле дуҫтар! 5 октябрҙә билдәләнгән Уҡытыусылар көнө айҡанлы төркөмөбөҙҙә яңы конкурс иғлан иттек, был турала барығыҙ ҙа беләһегеҙ. Хәҙер республикабыҙҙың иң уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле мөғәллимдәре “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” исеме өсөн көрәшә.

Эльмираның еңеүе – уҡыусыларының уңышы!Эльмираның еңеүе – уҡыусыларының уңышы!
Эльмираның еңеүе – уҡыусыларының уңышы!

Ҡәҙерле дуҫтар! 5 октябрҙә билдәләнгән Уҡытыусылар көнө айҡанлы төркөмөбөҙҙә яңы конкурс иғлан иттек, был турала барығыҙ ҙа беләһегеҙ. Хәҙер республикабыҙҙың иң уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле мөғәллимдәре “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” исеме өсөн көрәшә.

Сираттағы конкурсантыбыҙ – Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Эльмира Хәсәнова Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында эшләй. Эльмира Салауат ҡыҙы сығышы менән  Бөрйән районының Байназар ауылынан, 1981 йылдың 19 июлендә донъяға килгән.

– Ирем менән өс бала үҫтерәбеҙ, ғәзиздәребеҙҙең һәр береһе уҡыу алдынғыһы һәм төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙем, – ти 17 йыл педагогик стажы булған Эльмира Хәсәнова. – Шәхсән мин дәрестә һәр бала менән айырым эшләйем, үҙ сиратында, ул һөҙөмтәһен мотлаҡ бирә. Уҡыусы балаларҙың олимпиадаларҙа еңеүҙәр яулауы, ҡыуаныс та, ғорурлыҡ та.

Педагогтың тормош девизы – бөгөнгө хеҙмәт – киләсәктең нигеҙе!

Эльмира Салауат ҡыҙы билдәләүенсә, көн дә эш урынына ашҡынып барыусы, кискеһен тыуған йортоңа йүгереп ҡайтыусынан да бәхетле кеше юҡ. Ул һөнәрен яратыуына баҫым яһаны.

 

Фото: Эльмира Хәсәнова.

 https://vk.com/app7198399_-104965500#poll6152bd87a384..

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас