

Билдәле булыуынса, Уҡытыусылар көнө айҡанлы гәзитебеҙҙең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә яңы конкурс иғлан иттек. Республикабыҙҙың уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле мөғәллимдәре “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” исеме өсөн көрәшә.
Конкурсанттар араһынан Зүлиә Исламова Бәләбәй ҡалаһының башҡорт гимназия-интернатында уҡыта, педагогик стажы – 18 йыл. Ул 1983 йылдың 1 авгусында Миәкә районының Сатай ауылында тыуған. Тормош девизы: "бөтә ғүмереңде йәш быуынға биреү-бағышлау, илең, халҡың менән бергә атлау, тормош ағышынан ҡалышмау - ҙур бәхет".
"Уҡытыусыға етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, – ти Зүлиә Исламова. – Йырларға, бейергә яратам. Ҡала һәм район ғына түгел, ә республика кимәлендә уҙған төрлө мәҙәни сараларҙы алып барам. Бәләбәй районы башҡорттары ҡоролтайының йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе булараҡ, башҡорт телендә төрлө сараларҙы үткәрәм".
Зүлиә менән Ринат Исламовтар Ассель һәм Арыҫлан исемле балалар үҫтерә.
Фото Зүлиә Исламованың шәхси альбомынан.