Белем һәм тәрбиә
29 Сентябрь 2021, 17:00

Күңелгә шифа – хеҙмәттә

Белорет ҡалаһының 21-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Гөлсибәр Шакирова йәш журналистар ҙа әҙерләй.  

Күңелгә шифа – хеҙмәттәКүңелгә шифа – хеҙмәттә
Күңелгә шифа – хеҙмәттә

Билдәле булыуынса, Уҡытыусылар көнө айҡанлы гәзитебеҙҙең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә яңы конкурс иғлан иттек. Республикабыҙҙың уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле мөғәллимдәре “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” исеме өсөн көрәшә.

Конкурсанттар араһынан Белорет ҡалаһының 21-се урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсибәр Шакирова мәктәп йылдарынан уҡ мөғәллимә булырға хыялланған.

"Маҡсатыма өлгәштем - бәхетлемен, – ти Гөлсибәр Искәнйәр ҡыҙы. – Тәүҙә – Белорет педагогия училищеһында, аҙаҡтан Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында белем алдым".

29 йыллыҡ педагогик стажға эйә Гөлсибәр Шакирова тыуып үҫкән еренә - ошо райондың Ҡаһарман ауылына йыш ҡайтырға тырыша. Тормош девизы: "моңһоу мәлдә шифаны хеҙмәттә тап".

Гөлсибәр Искәнйәр ҡыҙының идеяһы менән 21-се урта мәктәптә ике йыл рәттән Белорет районы уҡыусылары араһында “Журналист булырға теләйем” тип аталған ижади конкурс үткәрелгән.

Фото Гөлсибәр Шакированың шәхси альбомынан.

 https://vk.com/app7198399_-104965500#poll6152bd87a384..

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас