

Ҡәҙерле дуҫтар! 5 октябрҙә билдәләнгән Уҡытыусылар көнө айҡанлы төркөмөбөҙҙә яңы конкурс иғлан иттек, был турала барығыҙ ҙа беләһегеҙ. Хәҙер республикабыҙҙың иң уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле мөғәллимдәре “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” исеме өсөн көрәшә.
Мәҫәлән, Роза Хөснуллина Өфө ҡалаһының 116-сы урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Педагогтың тормош девизы: яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ, яманға юл ҡуймағыҙ, яҡшынан баш тартмағыҙ! Ул 1976 йылдың 11 октябрендә тыуған, ире менән бер ул тәрбиәләйҙәр.
– Тыуған төйәгем Баймаҡ районының Юлыҡ ауылы, – ти 23 йыллыҡ педагогик стажы булған Роза Дияс ҡыҙы. – Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын ҡыҙыл дипломға тамамланым. Арҙаҡлы ғалим Ғайса Хөсәйенов етәкселегендә филология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡланым.
Роза Хөснуллина билдәләүенсә, уҡытыусылыҡ менән фән эшен бергә алып барыу шул хәтлем отошло һәм улар бер-береһен даими тулыландырып тора. Һәр бала һәләтле, уны үҫтерә белеү – педагогтың оҫталығына бәйләнгән.
Фото: Роза Хөснуллина.