

Билдәле булыуынса, Уҡытыусылар көнө айҡанлы гәзитебеҙҙең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә яңы конкурс иғлан иттек. Республикабыҙҙың уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле мөғәллимдәре “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” исеме өсөн көрәшә.
Конкурсанттар араһынан Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Венера Әйүпова Ишембай ҡалаһының 14-се урта мәктәбендә эшләй, бер үк ваҡытта директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары ла. Тормош девизы: "ҡаршылыҡтарға бирешмәйенсә, һәр ваҡыт алға барырға!"
Венера Бектемир ҡыҙы Ҡырғыҙстандағы Ош өлкәһе Алай районының Гөлшә ауылында 1974 йылдың 14 майында тыуған. Педагогик стажы – 24 йыл.
"Эшемдән рәхәтлек алам, ғаиләмдән дә уңдым, – ти Венера Әйүпова. – Уҡыусыларымдың ҡаҙаныштары бихисап, улар - республика һәм Рәсәй кимәлендә ойошторолған олимпиадалар, төрлө конкурстар еңеүселәре. Йәштәребеҙҙең аҡыллы, белемгә ынтылышлы булыуҙарына ифрат һөйөнәм".
Венера Бектемир ҡыҙы ире Рифат менән ике ҡыҙ үҫтергән - Регина һәм Руфина. Хәҙер инде ейәнсәрҙәре Амелия тормоштарына йәм, күңелдәренә көс, дәрт өҫтәй.
Фото Венера Әйүпованың шәхси альбомынан.