

Башҡортостанда яңы ҡулланма донъя күрҙе. Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәғариф, фән, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссия кураторы Сынтимер Баязитов хәбәр итте.
“Хөрмәтле дуҫтар! “Башҡорт теле. Яңы ҡараш” тип аталған уҡыу ҡулланмаһы донъя күрҙе. Өфө киң профилле һөнәри белем биреү колледжы уҡытыусылары Рида Марс ҡыҙы Латипова, Фәнзил Бүләк улы Санъяров һәм практик-уҡытыусы Ләлә Хафиз ҡыҙы Сафина сығарған был уҡыу әсбабы, телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында, башҡорт телен башлап өйрәнеүселәргә тәғәйенләнгән. Коллегаларыбыҙ уҡыу ҡулланмаһын, коммуникатив, лингвокультурологик һәм педагогик хеҙмәттәшлек принциптарына таянып, телдәрҙе өйрәнеүҙең заманса сараларын киң файҙаланыуҙы күҙ уңында тотоп төҙөнө.
Уҡыу ҡулланмаһы Башҡортостан Башлығы грантына Граждандар йәмғиәтен үҫтереү фонды ярҙамы менән донъя күрҙе”, - тип яҙған Сынтимер Биктимер улы. Беҙ унан яңы ҡулланмаһының тәғәйенләнеше, әһәмиәте тураһында ла белештек.
– Был уҡыу ҡулланмаһының әһәмиәте шунда: ул уҡыу йорттары өсөн түгел, башҡорт телен өйрәнергә теләгән киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнгән. Телде уҡытыусы етәкселегендә өйрәнеү күҙ уңында тотола. Башҡа дәреслектәрҙән айырмалы, бында төрлө ил һәм халыҡтар тураһында ла мәғлүмәт бирелгән. Баҫма төрлө милләт вәкилдәре араһында телебеҙҙе өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу маҡсатынан сығып әҙерләнде. Беҙ октябрҙә һәр райондан башҡорт теле уҡытыусыларын йыйып, был уҡыу ҡулланмаһы менән эшләү методикаһы буйынса курс үткәрергә йыйынабыҙ. Улар артабан халыҡ араһында эште дауам итәсәк, – тине Сынтимер Баязитов.
Фото: Граждандар йәмғиәтен үҫтереү фонды.