

Билдәле булыуынса, 5 октябрҙә билдәләнгән Уҡытыусылар көнө айҡанлы гәзитебеҙҙең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә яңы конкурс иғлан иттек. Республикабыҙҙың уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле мөғәллимдәре “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” исеме өсөн көрәшә.
Араларынан Инзилә Зарипова 1981 йылдың 20 ноябрендә тыуған. Ул бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыялланған. Педагогтың тормош девизы: "юлды баһалар өсөн уны үтергә кәрәк!"
Егерме йыллыҡ педагогик стажға эйә Инзилә Шәйғәле ҡыҙы Краснокама районының Яңы Нуғай ауылында тыуып үҫкән, әле ошонда уҡытыусы булып эшләй.
– Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетын тамамланым, – ти ул. – Тормошомдо мәктәпһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. Тәбиғәтте яратам, сәйәхәт итеүҙән баш тартмайым. Ирем менән Ралина исемле ҡыҙ үҫтерәбеҙ.
Фото Инзилә Зарипованың шәхси альбомынан.