Белем һәм тәрбиә
30 Сентябрь 2021, 11:15

Йәкшәмбе һайын – башҡорт теле

Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округының Ейәнсура ауылында башҡорт йәкшәмбе мәктәбе эшләй башланы.

Йәкшәмбе һайын – башҡорт телеЙәкшәмбе һайын – башҡорт теле
Йәкшәмбе һайын – башҡорт теле

Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округының Ейәнсура ауылында башҡорт йәкшәмбе мәктәбе эшләй башланы.

Уны асыу тантанаһы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты базаһындағы онлайн-форматта үткәрелде. Өфөнән һәм башҡа тарафтарҙан был тантанала “Zoom” форматында ҡатнаштылар. Сараны Башҡортостан Мәғариф министрлығының бүлек етәксеһе Илдус Ҡаһарманов алып барҙы.

 – Башҡорт телен уҡытыуҙа беҙ Башҡортостандың ярҙамын һәр саҡ тоябыҙ, бының өсөн оло рәхмәт һеҙгә! – тине Ырымбур өлкәһенең мәғарифты үҫтереү төбәк үҙәге директоры Марина Тамбовцева.

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты директоры Илнур Сәғитов, Ҡыуандыҡ районы мәғариф идаралығы вәкилдәре һәм башҡалар үҙ сығыштарында бындай мәктәптең туған тел һәм туған мәҙәниәтте өйренеү буйынса әһәмиәте тураһында  һөйләне, Ейәнсура мәктәбе уҡыусылары башҡортса шиғырҙар уҡып күрһәтте.

Сара аҙағында Ейәнсура мәктәбе уҡытыусылары шәжәрә төҙөү һәм өйрәнеү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы.

Автор фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас