Белем һәм тәрбиә
1 Октябрь 2021, 07:50

Бәхетле осраҡ бәхетле итә

Яратҡан һөнәренән кинәнес таба.

Баҡалы районы үҙәгендәге 2-се мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәлиә Камаева талапсанлығы һәм белем биреү системаһында компетентлығы менән айырылып тора. Уның уҡыусылары район, республика олимпиадаларында алдынғы урындар яулай, төрлө ярыштарҙа, конференцияларҙа уңышлы сығыш яһай.

Туймазы районының Сәйрән ауылында тыуып үҫкән Рәлиә Ти­мерйән ҡыҙының уҡытыусы һөнә­рен үҙ итеүе лә осраҡлы ғына килеп сыға. Иптәш ҡыҙҙары кеүек ул бәлә­кәйҙән ҡурсаҡтарға “белем биреп” уҡы­тыусы булып уйнамай. Киреһенсә, үтә етди һәм алдына ҡуйған маҡса­тына ирешеү­сән ҡыҙ булып үҫә. Күрәһең, шуға­лыр ҙа мәктәп йылдарында хоҡуҡ нигеҙ­ҙәре менән ҡыҙыҡһына, республика олимпиа­даһында алдынғы урынға сығып, Бөтә Рәсәй күләмен­дә призер була.

Урта мәктәпте миҙалға тамамла­ған Рәлиә, юрист булырға хыялланып, Башҡорт дәүләт университетына документтарын тапшырырға килә. Әммә юридик факультетҡа кереү өсөн хеҙмәт стажының булы­уы мотлаҡ икәнен белгәс, бер аҙ юға­лып ҡала. Шулай ҙа кире ҡай­тыр­ға ҡыймай ул, уҡыу йорто­ноң бар­лыҡ факультеттары ара­һынан “Башҡорт фило­логияһы һәм журна­листикаһы”н һайлай һәм яңылыш­май.

Хеҙмәт юлын Баҡалы районы­ның Иҫке Гусев урта мәктәбендә Башҡортостан мәҙәниәте, тарихы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыу­сыһы булып башлай. Йәш белгесте мәктәп коллективы үҙ итеп ҡаршы ала, уҡыусылар ҙа талапсан йәш уҡытыу­сыны ярата. Уның дәрестәрендә әсә теленә һөйөү тәрбиәләү, халыҡ ижадын, милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе өйрә­неүгә ҙур иғтибар бирелә. Заман менән йәнәш атлаған уҡытыусы 2009 йылда “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” төбәк-ара бәйгеһендә ҡатнаша һәм 62 бәй­гесе араһында “Асылыма ҡайтам” номинацияһында еңеү яулай.

2010 йылда Рәлиә Тимерйән ҡыҙы ғаиләһе менән район үҙәгенә күсә һәм 2-се мәктәпкә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша.

– Башҡорт теле дәрестәренә урын булмағас, рус теле һәм әҙәбиәтен уҡытырға риза булдым, – ти әңгәмәсем. – Һәм үҙем өсөн яңы ҙур мөмкинлектәр астым. Пушкин, Толстой, Лермонтов һәм Гоголдең бөйөк классик әҫәрҙәре менән уҡыусыларҙы таныштырыу, рус яҙыусыларының Башҡортос­танда булыуы тураһында төрлө эҙләнеү эштәре алып барыу, уҡыу­сылар менән улар булған урындар­ҙан үтеү, бихисап фәнни-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһау – һәр сарала бар яҡлап та уҡыусы­ларҙың һәләтен асырға тырыштым, улар менән даими шөғөл­ләндем. Һөҙөмтәләр ҙә оҙаҡ көттөр­мәне, балалар төрлө конкурстарҙа приз­лы урындар яуланы.

Ысынлап та, Рәлиә Камаеваның уҡыусы­һы Милена Сәйетова Стәрлетамаҡ ҡала­һында “Ломоносов уҡыуҙары”нда ҙур уңышҡа өлгәшә һәм, уҡытыусыһының юлын лайыҡлы дауам итеп, Башҡорт дәүләт университе­тының филология факультетын тамамлай. Бөгөн Милена “Вся Уфа” телеканалының йөҙөн билдәләй һәм һәр саҡ журна­листикаға тәүге аҙымдарҙы яһарға ярҙам иткән уҡытыусыһы Рәлиә Тимерйән ҡыҙына оло рәхмәтен белдерә. Рәлиә Камаева оҙаҡ йылдар мәктәптә “Йәш хәбәрсе” түңәрә­ге алып бара һәм райондың “Баҡа­лы таңдары” гәзите менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә.

Тәжрибәле уҡытыусы бәләкәй кластарҙан дәүләт имтихандарына әҙерләй, шуға күрә улар сығары­лыш кластарында рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханында юғары балл йыйыуға өлгәшә. Арина Попова республика буйынса иншалар конкурсында еңә, Тахмина Залилова – рус әҙәбиәте буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында, ә Арина рус теле буйынса төбәк этабында призер була. Уҡытыусы өсөн уҡыу­сыларының уңыш­тарынан да юға­ры­раҡ баһаның булыуы мөм­кин­ме?! Юҡ, әлбиттә.

Утыҙ йылға яҡын бар булмышын уҡыу­сыларға белем биреүгә арна­ған тәжрибәле остазы Рәлиә Кама­ева бәхетле осраҡ менән донъя­ла иң бөйөк һөнәрҙе һай­лауына һис тә үкенмәй. Киреһенсә, әгәр уҡы­тыусы булмаһам, нисек йәшәр инем ти.

Яратҡан һөнәренән йәм-кинәнес тапҡан уҡытыусы шәхси тормошонда ла уңған. Ире менән сәскә­ләй ике ҡыҙға ғүмер биреп, әле Тимур ейәненең яратҡан өләсәһе лә. Маҡсатлы, креатив, замандан бер аҙым алда атлаған Рәлиә Ти­мерйән ҡыҙына артабан да ижади уңыштар юлдаш булһын, уҡыу­сы­лары һәр саҡ ҡыуандырһын!

- Кәримә УСМАНОВА

Баҡалы районы.

 

Читайте нас