Белем һәм тәрбиә
1 Октябрь 2021, 08:01

“Балаңды яҡлап, башҡаларҙы ситкә тибергә ярамай...”

Үҙ миҫалыңда бар яҡлап та яҡшылыҡ күрһәтеү – тәрбиәсенең бурысы.

Ильяс Шәйәхмәтов фотоһы.Ильяс Шәйәхмәтов фотоһы.
Фото:Ильяс Шәйәхмәтов фотоһы.

Өс балам да ясле йәшенә етеү менән балалар баҡсаһына йөрөй башланы. Балалар баҡсаһына йөрөтөү өйҙә ултырыу түгел икән. “Сәңгелдәк” ҡарағас та йоҡларға ятыу, бәләкәсте таң менән татлы йоҡоһонан айырып уятыу, улай ғына ла түгел, йоҡо аралаш кейендереү, хатта баҡсаға күтәреп алып барыу. Ярай, былары – атай-әсәйҙең мөҡәддәс бурысы.

Күпмелер ваҡыт үтеү менән ҡыҙҙарымдың һорауҙары һиҙелерлек артты, һәр йәһәттән дә бер аҙ үҫкәндәй тойолдолар. Әлбиттә, үҫеш һәм ҡыҙыҡһыныуҙары – тәрбиәселәрҙең тынғыһыҙ хеҙмәт емеше һөҙөмтәһе. Төптән уйлап ҡараһаң, ысынлап та, уларҙың иңенә әллә күпме бурыс йөкмәтелгән. Кескәйҙәр нисек туҡлана, етерлек йоҡлаймы, әхирәттәре кем, уйындарға ҡушыламы, түңәрәктәргә теләп йөрөймө – барыһын да хәстәрләргә һәм көйләргә тейеш. Ҡыҙҙарым менән бергә балалар баҡсаһында ҡайнағас, тәрбиәселәрҙең һәр береһенә ҙур хөрмәт менән ҡарайым, эштәренең ни хәтлем яуаплы ла, кәрәкле лә, файҙалы ла икәнлеген яҡшы аңлайым. 

Бөгөнгө тәрбиәсе ниндәй сифаттарға эйә? Эш үҙенсәлектәре нисек? Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғол ауылындағы “Ләйсән” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Асия ШӘЙӘХМӘТОВА менән әңгәмәлә ошо һорауҙарға яуап табырға тырыштыҡ.

 

– Башта гәзит уҡыусыларҙы үҙегеҙ менән таныштырығыҙ әле. Сығышығыҙ менән һеҙ ҡайһы яҡтан? Ниндәй мәктәпте һәм юғары уҡыу йортон та­мамланығыҙ?

– Хозур Ейәнсура районының иң гүзәл, иң күркәм ауылдарының береһе Этҡолда (элек Юлдаш ине – автор.) тыуып үҫтем. Ошо уҡ ауылда тулы булмаған урта мәктәпте тамамлап, Сибай педагогия колледжының “Мәктәп­кәсә йәштәге балаларҙы тәр­биәләү" бүлегенә уҡырға керҙем. Этҡол илебеҙгә бихисап арҙаҡлы шәхестәр биргән, улар араһында мөғәллимдәрҙең һәм балалар баҡсалары тәрбиәселәренең дә күплеге иғтибарымды йәлеп итте.

 

– Тәрбиәсе һөнәрен яра­тыуығыҙ йөҙөгөҙҙә лә сағыла. Балалар донъяһына нисек барып сыҡтығыҙ йәки кем йүнәлеш бирҙе?

– Эйе, кескәйҙәрҙе ныҡ яратам, әммә бала саҡ хыялым актриса булыу ине. Элегерәк ауыл­ға театр артистары йыш килде бит, һәр спектаклде ҡалдырмай ҡарап барҙыҡ. Иртәгәһенә иһә яратҡан персонаждарым уйнаған ролде әхирәттәрем алдында ҡабатлап, ҡыҙыҡлы тамаша ойоштора торғайным. Шул саҡ­тарҙа үҙем дә ҙур сәхнәләрҙә хисләнеп китеп уйнарға хыялландым. Тик үҫә килә күрше-тирәнең бәләкәй балалары менән аралашыу ны­ғыраҡ ылыҡтырҙы. Улар ҙа урамға уйнарға сығыу менән, һөйләшеп ҡуйғандай, беҙҙең өй янына йыйыла. Унан инде бергәләп йәсле (ясле), мәктәп уйындарына күмеләбеҙ. Бәләкәй ваҡыттағы төрлө ошо мауығыуҙар буласаҡ һөнәремә нигеҙ һал­ғандыр ҙа, бәлки. Ә инде һөнәр һайлау ваҡыты еткәс, атайымдың “ҡыҙым, тәгәрмәс өҫтөндәге тормошҡа фатихам юҡ” тип кәңәш биреүе тәрбиәсе булыу ҡарарын нығытты ғына.

Сибай педагогия колледжында уҡый башлағас та, тәүге хыялым мине бөтөнләй үк ташламағайны әле. Дәрестән һуң Сибай “Сулпан" балалар театрында (хәҙер – Сибай концерт-театр берек­мәһе) ныҡлап шөғөлләндем. Шул уҡ ваҡытта практикаға йөрөгәндә бер хәйлә белмәгән балаларҙың һиңә оло ышаныс бағлап, ниндәйҙер яңылыҡ өйрәнергә өмөт иткән күҙҙәре менән осрашҡан һайын, беренсе хыял икенсе планға күсә барҙы. Әммә уны хыял ғына итеп, тормош һандығы төбөнә һалып ҡуйырға тура килмәне. Хәҙер байрам һайын үткәрелгән иртәлектәрҙә кескәйҙәрем яратҡан персо­наждарҙы уйнап, уны ниндәйҙер кимәлдә бойомға ашырам. Ә тормошомдо балаларһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым.

– 25-30 балаға – бер тәр­биәсе. Нисек өлгөрәһегеҙ барыһына ла?

 

– Беҙ бит 25-30 бала менән яңғыҙ эшләмәйбеҙ. Иртәнән кискә тиклем бергә булған тәрбиәсе ярҙамсыһының да ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Психолог, логопед, музыка һәм физкультура уҡытыусылары кеүек белгестәр – һәр саҡ эргәлә. Һәр береһе менән килешеп эшләһәң, һис тә ҡыйынлығы юҡ, өлгөрәбеҙ.

 

– Асия Шәфҡәт ҡыҙы, элек балалар бүтән төрлө ине, тиҙәр. Ошо фекер менән килешәһегеҙме?

– Ниндәйҙер кимәлдә киле­шергә мөмкиндер. Хәҙерге малай һәм ҡыҙҙарҙың уйындары, аралашыуы, фекерләүе башҡасараҡ. Нисек әйтергә? Улар ҡайһы саҡ хәбәрҙе бөтөнләй бүтән юҫыҡтан – төптән башлай. Әммә бала һәр ваҡытта ла бала булып ҡала. Уның күңеле ихлас, эскерһеҙ.

 

– “Ялҡҡандан түгел, ә бер төрлөлөктән ҡасыу маҡса­тын­да ҡыҙымды бүтән төркөмгә бирҙем”, – тип һөйләгәйне бер тәрбиәсе. Һеҙҙең дә балала­рығыҙ тап үҙегеҙ эшләгән балалар баҡсаһына йөрөнө. Улдарығыҙҙы һәм ҡыҙығыҙҙы үҙегеҙҙең төркөмгә алдығыҙ­мы, әллә бүтәненә бирҙегеҙме?

– Бер төрлөлөктән ҡасып та, ялҡҡандан да түгел, әммә йәше тап килеп, үҙемдең төркөмгә йөрөгән улымды икенсеһенә күсерергә тура килде. Беренсе­нән, уйынсыҡты бүлешә алмай, балалар үҙ-ара һүҙгә килешеп китһенме, һәр саҡ ғәзиздәремде ситкәрәк ҡуя инем. Йәнәһе, тәүҙә – башҡалар, аҙаҡ – үҙемдеке. Балаңды яҡлап, бүтәндәрҙе ситкә тибеү тәрбиәсене биҙәмәй.

Бер осор улымдың башҡалар­ҙыҡына ынтылмауына иғтибар итә башланым. Икенсенән, балалар баҡсаһында эшләгән хеҙмәткәрҙәргә исем-шәрифе менән өндәшергә өйрәтәбеҙ бит инде. Улым миңә өйҙә лә бер мәл “Асия Шәфҡәтовна!” тип өндәшә башламаһынмы! Өйҙә башҡа төрлө мөхит булғас, күҙ­ҙәрем шарҙай булды. Төркөмдә үҙен бигүк иркен тотмай кеүек, йәлләнем баламды. Икенсе төр­көмгә күсергәс, кискеһен ҡосаҡ­лашып күрешәбеҙ. Балалар баҡ­саһындағы хәлдәрҙе һораша-һораша һөйләшеп ҡайтабыҙ. Ә өйҙә мин – яңынан әсәй!

 

– Эшегеҙҙең үҙенсәлектәре тураһында ла һөйләгеҙ әле...

– Тәрбиәсе ябай һөнәр түгел. Иң беренсе шарт һәм иң мөһиме – балаларҙы яратыу. Эскерһеҙ­лек, сабырлыҡ, ихласлыҡ кәрәк. Тирә-йүнгә, тәбиғәткә, тереклеккә һаҡсыл ҡараш, хеҙмәткә һөйөү, ата-әсәгә, дуҫтарға хөрмәт кеүек бик күп ыңғай һыҙаттар тәрбиәләү һәм, әлбиттә, үҙ миҫалыңда бар яҡлап та яҡшылыҡ күрһәтеү – тәрбиәсенең мөҡәддәс бурысы. Балаларҙың һәләтен асыу, талантын үҫтереү, үҙ-үҙенә ышаныс тәрбиәләү ҙә – төп эшебеҙ. Ғөмүмән, бала һәр яҡлап та камил үҫешһен өсөн тәүге ойотҡоно һалырға тырышабыҙ.

Тәрбиәсе эше еңел, тип әйтеп булмай. "Өйҙә бер балаға баш була алмай китәһең, ә һеҙҙә – ҡырҡ атаның ҡырҡ балаһы. Тәрбиәселәргә һәйкәл ҡуйырлыҡ!" тигән һүҙҙәрҙе лә йыш ишетергә тура килә. Шулай ҙа һәр эштең дә үҙ мәшәҡәте, үҙенсәлеге булған кеүек, бер төрлө рәхәт­леген тояһың. Башҡарған хеҙмә­тең күңелеңә ятышлы булһын, шул саҡта ғына мәшәҡәте лә, ауырлығы ла һиҙелмәй.

 

– Был һөнәр ни хәтлем мөһим һәм кәрәк?

– Беренсе сиратта, ата-әсә күҙлегенән ҡарағанда, бала һәр саҡ ҡараулы, тамағы туҡ. Икен­сенән, сабый күмәк кеше ара­һында аралашырға, йәмғиәттә үҙен тоторға өйрәнә. Хәҙер был да бик мөһим. Алда әйтеп үткәнемсә, донъяны, тирә-йүнде өйрәнеүгә, танып-белеүгә юлдар балалар баҡсаһында нығыраҡ асыла.

 

– Тәрбиәсе һөнәрен һайла­ған йәштәргә ниндәй теләктә­регеҙ булыр?

– Уңыштар теләйем, әлбиттә. Әгәр тәрбиәсе һөнәрен һайла­ғандар икән, тимәк, хеҙмәт хаҡы­ның – бәләкәй, ә эштең ныҡ яуап­лы булыуына күнеп, балаларҙы ихлас яратҡан кешеләр улар. Был эштә балаларҙың үҙҙәре кеүек үк эскерһеҙ, алсаҡ булыу кәрәк. Ата-әсәләр менән килешеп, бергә-бергә эшләү тәрбиәсенең эшен күпкә еңеләйтә.

Үҙемдең тәрбиәсе булып эш­ләү дәүерендә, Аллаға шөкөр, тип әйтәм, һәр саҡ ярҙамсыл, аңлаусан ата-әсәләр тура килде һәм уларға рәхмәтем сикһеҙ.

Бөтә тәрбиәселәргә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡлы көндәр, еңел булмаған хеҙмәтебеҙҙә уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр, сабырлыҡ теләйем. Кескәйҙәребеҙ һау-сәләмәт булһын, уңыштары менән йыш һөйөндөрһөн!

 

– Асия Шәфҡәт ҡыҙы, һо­рау­ҙарға ихлас яуап биргәнегеҙ өсөн рәхмәт! Эшегеҙҙә уңыш­тар юлдаш булһын!

 

- Илдар АҠЪЮЛОВ әңгәмәләште.

 

Ейәнсура районы.

Читайте нас