Белем һәм тәрбиә
1 Октябрь 2021, 07:52

“Физик Йыһаннур ағай”

Шулай тип йөрөтә уны балалар.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Һуңғы йылдарҙа мәктәптә белем биргән ир-егетте осратыу һирәк күренешкә әйләнә бара, шуға күрә райондарға командировкаға сыҡҡанда, мәктәптәргә барырға тура килһә, беренсе сиратта ир-ат уҡытыусылар менән аралашырға тырышам. Был юлы Баймаҡ ҡалаһының 4-се мәктәбенә физика һәм математика уҡытыусыһы Йыһаннур Муллагилдин менән танышырға юл алдым.

Уҡыусыларҙы 31 йылдан ашыу серле математика һәм физика  донъяһы менән таныштырған Йы­һаннур Фәруҡ улының һәр дәресе үҙенсәлекле үтә. Ауыр, ләкин ҡыҙыҡлы миҫалдар сисеү, геометрик фигураларҙы өйрәнеү, арифметик мәсьәләләрҙе эшләү, физиканан төрлө тәжрибәләр үткәреү бар уҡыусыға  ла еңел бирелмәй, әммә тәжрибәле уҡытыу­сы һәр бала күңеленә асҡыс таба, үҙ фәненә ҡарата һөйөү тәрбиәләй.

– Математика һәм физиканан Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу башланғас та, уҡыусылар менән даими шөғөлләнәм. Дәрестә генә бар материалды үтеп өлгөрөп булмай, шуға күрә күберәк төштән һуң улар менән өҫтәмә эшләргә тура килә. Физиканы үҙ иткән, уның менән артабан да шөғөлләнергә теләк белдергән уҡыусыларым менән айырым эш алып барам, уларҙы район, республика, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй олимпиадаларына әҙерләйем, – ти уҡытыусы.

Мәҫәлән, үткән йылда уҡыусы­лары Ильяс Бүләкбаев менән Морат Сәхибгәрәев “Киләсәккә аҙым” республика олимпиадаһында беренсе һәм икенсе урындарҙы яулаған. Республика буйынса уҡыусыларҙың инженер олимпиа­даһында Йыһаннур Муллагилдин­дың уҡыусылары “Электроника”, “Ғәмәли физика”, “Конструкторлау”, “Робот техникаһы” йүнәлештәре буйынса тәүге призлы урындарҙы яулауы ла уның үҙ эшенә ҡарата талапсан булыуын күрһәтә.

Быйылғы  сығарылыш класынан 38 уҡыусының 16-һы физиканан дәүләт имтиханы биргән һәм 15-е ошо йүнәлештәге төрлө уҡыу йортона уҡырға кергән. Уларҙың Санкт-Петербург  ҡалаһындағы Тасимов исемендәге тау университеты, Мәскәү, Екатеринбург ҡалаһындағы төрлө юғары уҡыу йорто студенттары булып китеүендә, һис шикһеҙ, уҡытыусылары Йыһаннур Фәруҡ улының баһалап бөткөһөҙ хеҙмәте бар.

1986 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлап, хеҙмәт юлын Ҡуянтау урта мәктә­бендә уҡытыусы булып башлаған Йыһаннур Муллагилдин директор­ҙың уҡыу-тәрбиә буйынса урынба­ҫары, артабан Семеновскиҙа һигеҙ йыллыҡ мәктәп директоры була. Үҙ эшенә һәр саҡ талапсан етәксе­не тиҙ арала ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы итеп һайлап ҡуялар.

Алты улға атай булған ғаилә башлығы 2005 йылда Баймаҡ ҡалаһына күсеп килә һәм шунан алып бөгөнгә тиклем 4-се мәктәптә математика һәм физиканан уҡыу­сы­ларға белем бирә. Уҡытыусының фиҙакәр хеҙмәте “Рәсәй Феде­рация­һының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” тигән маҡ­таулы исемдәр менән баһаланған. Юғары категориялы уҡытыусы мәктәп тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, мәктәптең профсоюз комитеты рәйесе, 2015 йылдан һай­лау участкаһы рәйесе булып тора.

Йыһаннур Фәруҡ улы – шулай уҡ  Гагарин кубогы олимпиадаһы кураторы ла. Уның уҡыусыһы Евгения Әкбәрова – астрономия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы­ның төбәк этабы призеры.

Мәктәптә хәҙерге заманға  ярашлы дәрес биреү өсөн уңайлы шарттар булдырылған: ике компьютер класы, физика кабинеты, бихисап уҡыу кабинеттары юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырылған, белем усағында күптән түгел “Үҫеш нөктә­һе” асылған. Майҙансыҡтар уҡыу һәм проект эшмәкәрлеге сиктәрен­дә юғары технологиялы, заманса белем биреү ҡорамал­дары менән йыһазландырылған. Уҡыусылар хәҙерге заман 3D-принтерҙарын, компьютер программаларын үҙ­ләш­терә, квадрокоптер­ҙарға идара итә, фотокамералар менән эшләргә өйрәнә, шахмат серҙәренә төшөнә, медиапродукциялар булдыра.

Заманса үҙәктәр асылыуға ҡарамаҫтан, уҡыусыларға йүнәлеш биргән, уларҙы серле һәм мөғжи­зәле майҙансыҡтарға йәлеп иткән остаз булғанда ғына, ҡыҙ һәм егеттәрҙең күңелендә мәңге си­селмәҫ кеүек тойолған серҙәр донъяһына ҡарата ҡыҙыҡһыныу артасаҡ. Тап шундай остаздарҙың береһе, уҡыусыларҙың кәңәшсеһе һәм яҡын дуҫы ла инде Йыһаннур Фәруҡ улы.

Әйткәндәй, уның ҡатыны – Стәр­лебаш районы һылыуы Фаягөл Зөбәйҙулла ҡыҙы ла мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Уларҙың алты улы, ғаиләлә бик матур тәрбиә алып, бөтәһе лә тиерлек техник йүнәлештәге юғары уҡыу йортон һайлаған, бөгөн  биш ейән һәм ике ейәнсәренә хәстәр­лекле олатай Йыһаннур Муллагилдин күркәм юбилейын – 60 йәшен билдәләй.

 

- Кәримә УСМАНОВА

Баймаҡ ҡалаһы.

Читайте нас