Белем һәм тәрбиә
4 Октябрь 2021, 08:30

Ҡалған мәктәптәр әлегә дистанцияла уҡыуға күсмәй

Саралар бик ваҡытлы ҡабул ителде, был хәлде контролдә тотоу мөмкинлеген бирҙе, тине министр. 

Ҡалған мәктәптәр әлегә дистанцияла уҡыуға күсмәйҠалған мәктәптәр әлегә дистанцияла уҡыуға күсмәй
Ҡалған мәктәптәр әлегә дистанцияла уҡыуға күсмәй

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәлдәр ҡатмарлашты тип хәбәр иткәйнек. Уҡыу йылы башланыу менән балалар һәм уҡытыусылар ҙа күпләп сирләй башланы. Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы быға ҡаршы сара күрҙе һәм ҡайһы бер мәктәптәр дистанцияла уҡыуға һәм карантинға китте.

Бөгөн Хөкүмәттәге кәңәшмәлә мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин республиканың бөтә мәктәптәрен дә дистанциялы уҡыуға күсереү өсөн нигеҙ юҡ тип белдерҙе. Уның белдереүенсә, ковид асыҡланған мәктәптәрҙә хәл ябай түгел.

– Район һәм ҡалаларҙа мәктәптәрҙе дистанцияла уҡыуға күсереү ҡарары ваҡытында ҡабул ителеү сәбәпле ыңғай һөҙөмтә бар.  Сентябрҙән алып беренсе тапҡыр әле сирләп киткәндәр һаны буйынса кире динамика күҙәтәбеҙ. Саралар бик ваҡытлы ҡабул ителде, был хәлде контролдә тотоу мөмкинлеген бирҙе. Әле башҡа мәктәптәрҙе дистанцияла уҡыуға күсереү кәрәкмәй тип уйлайым, – тине министр.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров министрлыҡҡа “Роспотребнадзор” идаралығы менән берлектә мәктәптәрҙә килеп сыҡҡан коронавирус усаҡтарын тиҙ арала юҡҡа сығара барырға ҡушты.  

– Бөтәһен дә күсерер өсөн нигеҙ булмаһа ла, инфекция усағы килеп сығыу менән шунда уҡ дистанцияла уҡыуға күсерегеҙ. Беҙ балаларҙы ваҡытлыса ғына өйҙән уҡыуға күсерҙек. Тимәк, ваҡыт үтә икән, улар кире мәктәптәргә ҡайтасаҡ, – тине Радий Хәбиров.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, әлеге ваҡытта Өфөлә һәм ҡайһы бер район-ҡалалар мәктәптәрендә 5, 6, 7, 8-се һәм 10-сы класта уҡыған балалар өйҙән уҡытыуға күсерелде.

Фото: 9111.ru

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас