

Башҡортостанда алты йыл эсендә 300-ҙән ашыу мәктәп ремонтланасаҡ.
Был эштәр 2022 – 2026 йылдарҙа дөйөм белем биреү ойошмаларын капиталь ремонтлау буйынса федераль программа нигеҙендә планлаштырылған.
Программаны тормошҡа ашырыу Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә үткән Башҡортостан Хөкүмәте кәңәшмәһендә төп темаларҙың береһе булды. "Республика был эшкә 2020 йылда тотондо. Төбәк Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса пилот режимда мәктәптәрҙе, шул иҫәптән аҙыҡ-түлек блоктарын комплекслы ремонтлау, биләмәләрҙе төҙөкләндереү, ҡоролмалар һатып алыу башланды", - тине Андрей Назаров. Ул быйыл 280 мәктәптәге аҙыҡ-түлек блоктары ҡоролмаларының яңыртылыуы хаҡында белдерҙе, әле 25 уҡыу йорто бинаһын капиталь ремонтлау буйынса эштәр бара.
Башҡортостандағы белем усаҡтарының был программала ҡатнашыуы хаҡында мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин да һөйләне.
Бинаға капиталь ремонт эшләүҙән тыш, был программаны тормошҡа ашырыу мәктәптәр биләмәләрен төҙөкләндереү, спорт объекттарын, архитектураның бәләкәй формаларын яңыртыу мөмкинлеген бирәсәк. Ремонт атҡарылғандарында "Үҫеш нөктәһе", һанлы мәғариф мөхите, медицина бүлмәләре һәм башҡалар барлыҡҡа киләсәк.
Министр аңлатыуынса, муниципалитет үҙаллы объекттар исемлеген асыҡлаясаҡ һәм уларҙы 2022 - 2026 йылдар араһында бүләсәк. Урындарҙа шулай уҡ барлыҡ ремонт эштәре буйынса смета иҫәптәре, ведомостар тултырыласаҡ. Айбулат Хажин район-ҡалалар хакимиәттәре башлыҡтарына мәғлүмәттәрҙе иҫәп системаһына индереүгә, мәктәп биналарын һайлауға һәм башҡаларға етди ҡарарға ҡушты.
Мәғлүмәт һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52914