

Бөгөн баш ҡаланың "Өфө-Арена" майҙаны алдында республика Башлығы Радий Хәбиров, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин 140 мәктәп автобусы асҡыстарын тапшырҙы. Сара Уҡытыусылар көнө уңайынан үтте. Асҡыс алған мәктәп директорҙары Радий Хәбировҡа ҙур бүләк өсөн рәхмәт әйтте, дәүләт тарафынан бүлегән иғтибарҙы баһаланы.
Тантаналы сараны асып, республика Башлығы Радий Хәбиров уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы.
- Бөгөн бик әһәмиәтле көн. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ баһалап бөткөһөҙ ҙур. Водителдәрҙең дә эше яуаплы, ә уҡыусыларҙы йөрөткәндәрҙеке айырыуса! Ата-әсәләр һеҙгә донъялағы иң ҡәҙерле кешеләрен – балаларын ышанып тапшыра. Бөгөн республикала 50 меңгә яҡын бала мәктәп автобусы менән белем алырға йөрөй. Уларҙың хәүефһеҙлеге өсөн беҙ – өлкәндәр яуап бирәбеҙ, - тине Радий Фәрит улы.
"Бөгөн Өфөнән республиканың һәр районына тиерлек һары мәктәп автобустары тараласаҡ. Ошоноң менән республика мәктәптәренең ихтыяжын ҡәнәғәтләндерҙек тип ҙур ғорурлыҡ менән әйтә алам. Тағы ла ике мең бала йылы һәм заманса автобустарҙа уҡырға йөрөйәсәк. Уларҙың барыһы ла ҡышҡы юлда йөрөү йәһәтенән хәүефһеҙ. Был айырыуса Урал аръяғы райондары өсөн мөһим. Балаларҙың хәүефһеҙлеге – тәү сираттағы бурысыбыҙ", - тип билдәләне Айбулат Хажин.
Автобус асҡысы алғанға ҡыуанғандар араһында Ейәнсура районы Арсен ауылы мәктәбе водителе Тимерәз Ҡараҡынов та бар. Ул ошо белем усағында 40 йыл эшләй. Автобус өс ауылдан балаларҙы мәктәпкә йөрөтә. Директор Гөлназ Тоҡомбәтова билдәләүенсә, белем усағында 72 бала уҡый, шуларҙың 14-е автобус менән уҡырға килә.
"Был техника мәктәп өсөн бик кәрәк. Тәү сиратта – хәүефһеҙлек. Балаларҙың имен-аман ҡайтып етеренә шикләнмәйбеҙ. Икенсенән, ярыш, конкурстарға йөрөү өсөн мөһим. Район, республика кимәлендә үткән сараларҙа балалар ҡатнашырға тейеш", - ти мәктәп директоры.
Салауат районынан килгән вәкилдәр Радий Хәбиров ҡулынан асҡыс алғас, төбәк етәксеһен ҡунаҡҡа саҡырҙы. Ошо көндәрҙә ундағы Лаҡлы ауылында яңы мәктәп асыласаҡ.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.