

Һаҡмар йылғаһы һуғарып ятҡан Юлдыбай – ҙур өс юл айырсаһында ултырған күркәм ауылдарҙың береһе. Исеме есеменә тура килә, ысынында юлдарға бай Юлдыбай. Унан көнсығышта урынлашҡан Баймаҡ ҡалаһына – 40, район үҙәге Йылайыр ауылына – 40 һәм көньяҡтағы Аҡъяр ауылына 70 саҡрым. Был ауылда ғүмер итеүселәр әйтеүенсә, юл уртаһындағы ауылда йәшәү һәр йәһәттән дә уңайлы.
Бынан 15 йыл элек Юлдыбай үҙенең 800 йәшен туйлағайны. Байрам тантанаһында халыҡтың күплеге хайран итте, сараның мәҙәни өлөшөндә Юлдыбай 80-се һөнәрселек училищеһының ҡыҙ һәм егеттәре сағыу сығыштары менән барыһын да таң ҡалдырҙы. Дәртле бейеүҙәр, күңел ҡылдарын сиртерлек йырҙар, серле ҡурай моңо шуға асыҡ дәлил.
Уны Тракторсылар мәктәбе тип беләләр
Тарихи сығанаҡтар буйынса, Юлдыбай ауылындағы Көньяҡ Урал Агроинженерия колледжы (элек – Юлдыбай 80-се һөнәрселек училищеһы) – эшсе һөнәрҙәр әҙерләү тәңгәлендә Башҡортостанда иң боронғо уҡыу йорттарының береһе. Ул Башҡорт АССР-ы Ер эшкәртеү Халыҡ комиссариатының (Наркомзем) махсус ҡарары нигеҙендә 1934 йылда асылған. Тәүге исеме – Тракторсылар мәктәбе. Белем усағы быйыл үҙенең 87 йәшен билдәләне.
Шул иғтибарға лайыҡ, белем биреү учреждениеһы Көньяҡ Уралда оҙаҡ йылдар башланғыс профессиональ белем биреүҙә һәм ауыл хужалығы тармағы өсөн механизаторҙар әҙерләүҙә берҙән-бер уҡыу йорто һаналды. Туғыҙ тиҫтә йылға яҡын эшләү һуҙымында уҡыу йорто 45 меңдән ашыу белгес әҙерләп сығарған. Уны тамамлаған биш кеше илебеҙҙең иң юғары наградаһы менән бүләкләнгән. Мәҫәлән, заманында Социалистик Хеҙмәт Геройҙары Риза Яхин, Мәсғүт Заманов (икеһе лә сығышы менән Баймаҡ районынан), Ғиниәт Насыров, Ғилметдин Ҡырымғужин (икеһе лә Йылайыр районынан), Абдулла Фәйзуллин (Хәйбулла районынан) өлгөһөнә эйәреүселәр бик күп булды, уларҙы маяҡ итеп алыусыларҙың иҫәбе-һаны юҡ ине.
Нәҙерғоловтар династияһын барыһы ла белә
Уңғандарҙы кемдәр генә маяҡ итеп алмай! Йылайыр районы, Юлдыбай ауылы тиһәк, шунда уҡ күҙ алдына данлы Нәҙерғоловтар килеп баҫа. Әйтәйек, “Почет Билдәһе” һәм Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры, һуғыш ветераны Яхъя Ғибәт улы тыныс тормошта (үткән быуаттың 60 – 70-се йылдары) ошо уҡыу йортонда 16 йыл тирәһе директор булған. Яхъя Нәҙерғолов училищеның аяҡҡа баҫыуына һәм артабанғы үҫешенә ҙур өлөш индергән. Өлкән йәштәгеләрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡыҙ һәм егеттәр төплө белем алһын һәм һәр йәһәттән дә ҡараулы булһын өсөн бар тырышлығын һалған ул. Директор башта – уҡыусы балаларға, аҙаҡтан – уҡытыусыларға тигән принцип менән эш иткән, тиҙәр.
Булыр бала бишектән, тибеҙ. Яхъя Ғибәт улының эшен уның улы Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Ғәле Нәҙерғоловтың уңышлы дауам итеүен бик яҡшы беләбеҙ. Ысынлап та, республика етәкселеге уҡыу йортон уға ышанып тапшырып һис тә яңылышмай. Белемле, булдыҡлы һәм ныҡышмал Ғәле Яхъя улы 80-се һөнәрселек училищеһы менән 22 йылға яҡын етәкселек иткән. Бер осрашҡанда Ғәле Нәҙерғолов былай тигәйне:
– Ер эшен яратам, шул уҡ ваҡытта ауыл балалары менән аралашыу, эш итеү киләсәккә ҙур өмөттәр уята. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки улар алсаҡ һәм эскерһеҙ, улар менән төрлө темаға иркен һөйләшергә мөмкин. Әрһеҙ һәм эш белгәндәре өсөн һәммәһен дә хөрмәт итәм.
Бында кемдәр уҡый, уларҙы ниндәй һөнәргә өйрәтәләр?
Бүтән белем усаҡтары шикелле, Көньяҡ Урал Агроинженерия колледжында ла 2021/2022 уҡыу йылы матур ғына башланған. Ғәҙәттәгесә, Белем көнө ҙур байрамға әйләнгән. Сентябрь урталарында I курс студенттарына бағышлап “Хәйерле сәғәттә, студенттар!” исемле сара ойошторолған. Ошо көндәрҙә спартакиада уҙғарғандар.
– Йәйгеһен уҡыу йортон, дөйөм ятаҡтарҙы, ихаталарҙы тәртипкә килтереүҙе тамамлауға балалар уҡырға килде, – тип башланы һүҙен колледж директоры вазифаһын башҡарыусы Тимур Ҡорбанғәлиев. – Байлыҡ төшөнсәһен төрлөсә аңларға мөмкин, уға ҡараш төрлөсә. Колледжға килгәндә инде, беҙҙең төп байлығыбыҙ – студенттарыбыҙ. Ҡыҙ һәм егеттәргә төплө белем биреү – мөҡәддәс бурыстарыбыҙҙың береһе. Барыһы ла тырыш һәм ныҡышмал. Көслө – берҙе, белемле меңде йығыр, тигән кеүек, һәр береһе әлеге заманда тәрән белемгә эйә булырға кәрәк икәнде яҡшы аңлай. Үҙ сиратында, педагогтар ҙа уҡыусы балаларҙың бөтә идеяларын хуплай, кәрәк икән, йүнәлеш бирә. Бәләкәй генә проекттарының да тормошҡа ашыуын ишетеү менән нисек ҡанатланып киткәндәрен күрһәгеҙ икән! Беҙҙә бер ҡасан да абитуриенттарҙың етмәүенә зарланмағандар, хәҙер ҙә уҡырға теләүселәр бихисап.
Бөгөн белем усағында 185 студент иҫәпләнә. Бөтәһе туғыҙ төркөм тупланған. Колледжда эргә-тирәләге Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарынан һәм, әлбиттә, Йылайыр районынан йәштәр белем эстәй.
Белем биреү учреждениеһына IX һәм XI класты тамамлаусыларҙы уҡырға ҡабул итәләр. IX кластан һуң килгәндәр, ниндәй һөнәрҙе үҙләштереүенә ҡарап, өс йәки дүрт йыл, ә XI кластан һуң килгәндәр бер йыл уҡый. “Ауыл хужалығы производствоһының тракторсы-машинисы”, “Һатыусы”, “Контролер-кассир”, “Ашнаҡсы”, “Кондитер” (IX кластан һуң) һәм “Ауыл хужалығы производствоһында электр ҡоролмаларын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса электромонтер”, “Иретеп йәбештереүсе” (XI кластан һуң) һымаҡ ауыл хужалығы өсөн кәрәкле һөнәрҙәргә уҡыталар.
Тимур Азат улы билдәләүенсә, ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһен өҫтәл китабы итеп алған.
Радий Фәрит улының түбәндәге фекере айырыуса оҡшаны. Былай тигәйне республика етәксеһе: “Былтыр Урал аръяғын үҫтереү программаһының икенсе этабы тамамланды. Уға ярашлы ошо райондар өсөн иҡтисадта һәм социаль өлкәлә бик күп эштәр башҡарылды. Тиҫтәләгән инвестиция проекты тормошҡа ашырылды. Әле беҙ Урал аръяғын үҫтереүҙең өр-яңы стратегияһын төҙөйбөҙ. Ул шул иҫәптән транспорт һәм энергетика системаһын нығытыу мәсьәләләрен дә үҙ эсенә ала”.
Тимур Ҡорбанғәлиевтең һүҙҙәренә ҡарағанда, һөнәрселек училищеһының статусы үҙгәртелгәс йәки ул Көньяҡ Урал Агроинженерия колледжы итеп аталғас, педагогтар ҙа, студенттар ҙа үҙҙәрен бер башҡа үҫкәндәй тойған.
Белем усағында йәмғеһе 35 хеҙмәткәр иҫәпләнә, шуның ҡап яртыһы – педагогтар. Рәсәйҙең мәғариф алдынғылары Вәхит Әбсәләмов менән Рим Әбүбәкеров – колледждың ғорурлығы. Бынан тыш Марс Ҡоҙашев, Муса Байназаров, Гөлсөм Иҫәндәүләтова, Булат Биксаев, Роза Моталлапова, Нәзирә Биксаева, Фәтих Солтанғолов, Земфира Фәйзуллина “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы” тигән маҡтаулы исемде йөрөтә. Бай тәжрибәле педагогтар йәштәрҙе ярҙамынан өҙмәй.
Студенттар төплө белем алһын өсөн бында бар уңайлыҡтар ҙа тыуҙырылған, уның матди-техник базаһы шаҡтай яҡшы. Уҡыу кабинеттарының яҡты һәм иркен булыуы, уларҙың интернетҡа тоташтырылыуы шуға асыҡ дәлил.
Уҡыусы балалар өсөн 122 урынлыҡ заманса ике дөйөм ятаҡ бар. Бүлмәләрҙә – душ, санузел. Шул иғтибарға лайыҡ, нисек өлгәшеүенә ҡарап, студенттар бер мең һумға яҡын стипендия ала, бынан тыш тәүлегенә биш тапҡыр бушлай ашатыу ойошторолған.
Тимур Ҡорбанғәлиевкә ышаныс белдереп, ныҡ отҡандар
Форсаттан файҙаланып, колледж етәксеһе тураһында бер кәлимә һүҙ әйтергә кәрәк. Үҙе сығышы менән Юлдыбай ауылынан булғас, 33 йәшлек Тимур Ҡорбанғәлиевкә уҡыу йорто иҫ белгәндән таныш, бында уға бер нимә лә ят та, сит тә түгел.
– Үҙемде белә-белгәндән училищеның ихатаһында шау-гөр килеп уйнай инек, иркен спорт майҙанында онотолоп китеп туп типтек, – тип хәтерләй үткәндәрҙе Тимур Азат улы. – Ысынлап та, бындағы бөтә нәмә миңә яҡын. Бер ниҙе лә өр-яңынан өйрәнергә кәрәкмәй.
Йәш егет Юлдыбай урта мәктәбен тамамлағас, юғары белем алыу ниәтендә Өфөгә юлланған. Башҡортостан дәүләт аграр университетының механика факультетында белем алған. Үҙе теләп армияла хеҙмәт иткән. Минеңсә, республика етәкселеге, тотҡан еренән хатта тимерҙе лә бөгөрлөк Тимур Ҡорбанғәлиевкә ышаныс белдереп, ныҡ отҡан. Егет эш тәртибен яҡшы белә, өҫтәүенә, дәрестәрен ҡыҙыҡлы итеп алып бара.
Тимур Азат улы һөйләүенсә, студенттарҙың белемгә ынтылышын күреп, ифрат ныҡ һөйөнә, шул уҡ ваҡытта көйөнөстәре лә юҡ түгел.
– Мин – ауыл малайы, Юлдыбайҙан бер ҡайҙа ла китергә йыйынмайым, бында ла шәп итеп эштәреңде йәйелдерергә һәм көйләргә мөмкин, – ти ул. – Халыҡтың ауылдан китеүенә борсолам, йәштәрҙең ауылға ҡайтмауына йәнем әсей.
Тимур Ҡорбанғәлиев киләһе йылдарға ла уй-пландары менән ихлас бүлеште. Студенттарҙы өр-яңы һөнәргә уҡытыу тураһында хыяллана ул. Мәҫәлән, ул егеттәр, хатта ҡыҙҙар ҙа урман хужалығы тәңгәлендә мастер һөнәрен тап бында, урманға бай Йылайыр яҡтарында үҙләштерһә, һәр яҡлап та отошло булыуына баҫым яһаны. Етмәһә, юл һәм төҙөлөш машиналары машинисы һөнәренә уҡытыу – өлгөрөп еткән мәсьәлә.
– Студенттар араһында “Тағы ла ниндәй һөнәргә уҡыр инегеҙ?” тигән социаль һорау ойошторҙоҡ, – тип дауам итә һүҙен директор. – Бына нәҡ улар ошо йүнәлештәр тураһында фекерен асыҡ итеп әйтте, үҙ сиратында, беҙ, педагогтар, дөйөм анализ эшләнек һәм өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләнек.
Иген сәскән уңғандарға – дан!
Колледждың үҙенең бынамын тигән уҡытыу хужалығы йәйрәп ята, ул Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылы эргәһендә урынлашҡан. Юлдыбай – Әбделкәрим араһы ун саҡрымға ла тулмай. 600 гектар майҙанға студенттар башлыса иген культуралары сәсә. Күптән түгел ужым бойҙайын сәскәндәр, ерҙе туңға һөргәндәр. Яҙғы баҫыу эштәренән һуң химик утауға төшәләр, унан инде көҙгө урып-йыйыу эштәре лә яҡынлаша. Ҡыҫҡаһы, тырыштар оҙон йәйге миҙгелдә күңелле мәшәҡәттәргә тулыһынса күмелә, бойҙайҙы бураларға ташып һалғас ҡына ҡәнәғәтлек кисерәләр. Йәшерен-батырын түгел, быйыл Көньяҡ Уралда үткән быуаттың 1921 йылына ҡарағанда ла ҡаты ҡоролоҡ булыу сәбәпле, уңыш ҡыуандырмаған. Гектар ҡеүәтенең күпме икәнен әйтергә тел әйләнмәй. Уның ҡарауы, егәрлеләр “кикереген төшөрмәгән”, киреһенсә, киләсәккә билдәләнгән уй-ниәттәрҙе бойомға ашырыуға сәмсел тотонған.
Баҫыу эштәрендә әҙме-күпме сынығыу алған уңғандарға юғары курстарҙа республикабыҙҙың хужалыҡтарында практика үткәндә еңелгә тура килеүен һыҙыҡ өҫтөнә алдылар. Үҙ сиратында, диплом алып, ауыл хужалығы тармағына эшкә урынлашҡанда ла бер ниндәй ҙә ауырлыҡ кисермәйҙәр.
– Үҫемлекселек тармағында егеттәрҙең ныҡышмаллығы һоҡландыра, – тип шатлығы менән уртаҡлаша әңгәмәсем. – Иген урғанда күҙҙәренең янып тороуына ҡарауы кинәнес. Тимәк, улар беҙгә ҙур маҡсаттар менән килгән, аңлап эш итә, ваҡытын бушҡа уҙғармай. Бында тупраҡ ҡәҙерен белгәндәр, ер эшенә мөкиббән киткәндәр йыйылған.
Үҫемлекселек йүнәлешен тотҡарлыҡһыҙ алып барыу өсөн автомобиль паркының – тәртиптә, “тимер ат”тарҙың төҙөк булыуы мотлаҡ. Һәр йылдағыса, быйыл да өс урып-йыйыу комбайны боҙолмай эшләгән, сөнки колледж етәкселеге ҡышҡыһын техника ремонтлауға етди иғтибар бүлә. Бынан тыш, автопаркта 11 заманса трактор һәм ун яңы автобус бар.
– Колледж яны участкаһы, ә ул 30 сутый майҙанды тәшкил итә, уйынлы-ысынлы әйткәндә, уҡытыу хужалығының “балаһы” ул, – тип һөйләй директор. – Тегендә ҡеүәтле заманса техника ярҙамында ерҙе эшкәртһәк, бында иһә, өйҙәге шикелле, иң төп ярҙамсы – көрәк, тырма, салғы, һәнәк һәм башҡа эш ҡоралдары.
Әйткәндәй, уҡытыу хужалығын һәм колледж яны участкаһын тотоуҙың отошло яҡтары бихисап. Беренсенән, студенттар заманса техника серҙәренә төшөнә, эшкә өйрәнә. Икенсенән, уларҙа үҫтерелгән йәшелсә-емеш белем усағының ашханаһының ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә.
– Уҡыу йортоноң киләсәге өмөтлө, – тип һөйләй Тимур Ҡорбанғәлиев. – Заманса уҡыу корпусы, оҫтаханалар, йылы гараждар, автопарк, теплица, пилорама, йәшелсә, еләк-емеш һаҡлау урыны, иген һаҡлау келәте, газ ҡаҙанлыҡтары – быларҙың барыһы ла яңы һәм үҙҙәренең бурысын теүәл үтәй.
Спорт ярыштарында, бүтән төрлө йәмәғәт сараларында әүҙем ҡатнашҡан группа старостаһы Айнур Йосоповты, лидер булып танылған Артем Ҡадировты, тиҫтерҙәренә маяҡ һаналған,
Студенттарҙың ялына иғтибар ҙур
Колледжда уҡыу юғары кимәлдә ойошторолған, шул уҡ ваҡытта ҡыҙ һәм малайҙар буш ваҡытын файҙалы үткәрһен өсөн барыһы ла тормошҡа ашырыла. Дәрестән һуң һәр кем үҙе теләгән спорт төрө менән шөғөлләнә ала, бейеү, йыр һәм драма түңәрәктәре эшләй. Бер кем дә “һауа тибеп” йөрөмәй урамда. Ысынлап та, педагогтарҙың тәрбиә эштәренә ҙур иғтибар бүлеүҙәре маҡтауға лайыҡ.
Студенттар Йылайыр районында ғына түгел, ә унан ситтә лә, хатта республика кимәлендәге төрлө спорт ярыштарында ҡатнашып, тәүге урындарҙы йыш яулай.
Тимур Азат улы билдәләүенсә, уҡытыусылар, егет һәм ҡыҙҙарға төплө белем биреү менән бер рәттән, уларҙың күңеленә аралашыу мәҙәниәтен һеңдереү өҫтөндә күп эшләй, киң эрудициялы булырға саҡыра, ғөмүмән, тормошта юғалып ҡалмаҫҡа төшөндөрә, һәр ҡаршылыҡты еңел йырып сығыу юлдарына өйрәтә.
Ҙур булмаған Юлдыбай ауылындағы Көньяҡ Урал Агроинженерия колледжын тамамлаусылар бөгөн ҡайҙа ғына эшләмәй! Йылайыр, Баймаҡ, Хәйбулла, Ейәнсура, Әбйәлил райондарындағы хужалыҡтарҙа ең һыҙғанып эшләүҙәре, Сибай һәм Баймаҡ ише ҡалаларҙағы сауҙа нөктәләрендә эш урындары табыуҙары – шуға асыҡ миҫал. Шуныһы, белем усағын тамамлаған йәштәр бер ҡасан да эшһеҙ ҡаңғырып йөрөмәй, ҡулдарына диплом алғас та шунда уҡ эшкә урынлаша.
Илдар АҠЪЮЛОВ.
Йылайыр районы.
Реклама