

“Яратҡан эшемде башҡарыуым менән бәхетлемен. Көн һайын иртәнсәк ошонда ашҡынып, уҡыусыларымды һағынып киләм. Республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған тырыш, маҡсатлы, саф күңелле балалар менән эшләү шул тиклем рәхәт тә, ҡыҙыҡлы ла, яуаплы ла”, – ти Рәми Ғарипов исемендәге Республика башҡорт гимназия-интернатының химия уҡытыусыһы Гөлнара Рамаҙанова.
Гөлнара Мирсаяф ҡыҙы был белем усағында 1997 йылдан эшләй. Өфөлә тыуып үҫкән ҡыҙ Башҡорт дәүләт университетының химия факультетын тамамлағас, бер нисә йыл ғилми-тикшеренеү институтында, артабан 121-се мәктәптә тәжрибә туплай.
Ҡала шарттарында үҫкән уҡытыусыға башҡорт телле балаларға белем бирә башлау үҙенә күрә бер яңылыҡ була. “Бала саҡта Ҡырмыҫҡалы районында йәшәгән нәнәйем янында үҫтем, тиергә мөмкин. Телем башҡортса асылды, тик һуңынан ҡала мәктәбендәге, юғары уҡыу йортондағы мөхиткә ярашлы туған телем бер аҙ онотолдо. Бында килгәс, дәрестәрҙе русса аңлатһам да, ауылдан килеп, яңы мөхиткә яраҡлашып өлгөрмәгән балаларға башҡортса яуап бирергә рөхсәт итә инем. Тиҙҙән улар ыңғайына үҙем дә туған телемдә яңынан һөйләшергә өйрәндем”, – ти Гөлнара Мирсаяф ҡыҙы.
Эшенә йәне-тәне менән бирелгән уҡытыусыны уҡыусылары ла, коллегалары ла хөрмәт итә. Ысынлап та, ошо гимназия-интернатта 24 йыл эшләү осоронда ул үҙен талантлы педагог, һөнәренең оҫтаһы тип танытып өлгөргән. Быны уның эш һөҙөмтәләре, иң мөһиме – уҡыусыларының уңыштары асыҡ раҫлай. Ошоғаса ете уҡыусыһы химиянан Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырыуға өлгәшкән, шуларҙың береһе – гимназияның быйылғы сығарылыш уҡыусыһы, ике фәндән иң юғары балл йыйған Гөлназ Ишемғужина. Йылдан-йыл химиянан һынау тотоусыларҙың уртаса балл күрһәткесе арта бара, мәҫәлән, 2019/20 уҡыу йылында ул 74 булһа, быйыл 76 балл булған.
Гөлнара Мирсаяф ҡыҙының ҡулында төплө белем алып, артабан яҙмышын химия, медицина тармаҡтары менән бәйләгән уҡыусылар ҙа бихисап, бөгөн улар араһында фән кандидаттары ла бар. Химия буйынса республика, юғары уҡыу йорттары олимпиадаларында алдынғы урындар яулаған гимназистар рәте лә йыл һайын тулыланып тора. Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында уның уҡыусылары Хәмзә Ғәлиәхмәтов, Рәил Сәфәрғәлин, Азамат Йомағужин еңеүсе булып танылған.
Г.М. Рамаҙанова – һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылған педагог. Ул – Бөтә Рәсәй “Минең иң яҡшы дәресем” педагогик оҫталыҡ конкурсы финалисы, Рәсәйҙең иң алдынғы уҡытыусылары конкурсында ла ике тапҡыр еңеү яулаған. Фиҙакәр хеҙмәте Маҡтау грамоталары, “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы” билдәһе, “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы”, “Рәсәйҙең почетлы мәғариф хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр менән билдәләнгән. “Ул бер ваҡытта ла өлгәшелгәндәр менән туҡтап ҡалмай, һәр ваҡыт үҫешкә ынтыла”, – ти коллегалары. 2017 йылда Бәләкәй Фәндәр академияһы уҙғарған Бөтә Рәсәй “Педагогик технологиялар” конкурсында ҡатнашып, беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ була. 2018 йылда Рәсәй уҡытыусылары араһында ҙур конкурс һайлап алыуын үтеп, “Сириус” белем биреү үҙәгендә һәләтле балалар менән эшләү буйынса курс алып, дипломға эйә була.
– “Сириус”тағы мөмкинлектәрҙе күреп, ни өсөн беҙҙең балалар ҙа шундай шарттарҙа уҡырға тейеш түгел әле, тигән уй менән янып ҡайттым. Аналитик химия лабораторияһы булдырыу буйынса теләгемде гимназиябыҙҙың ул саҡтағы директоры Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы Фәзлетдинова ла хупланы һәм дәррәү эш башланыҡ. Артабан әлеге директорыбыҙ Илнур Рифат улы Сәлиховтың ҙур ярҙамын тойҙом. Шулай итеп, былтырғы уҡыу йылының сентябрендә беҙҙә заманса аналитик химия лабораторияһы асылды. Аҡсаны республика бүлде. Ошо бер йыл эсендә уҡыусылар менән дүрт проект эшләнек. Бында ғәмәли дәрестәр, аналитик химия буйынса дәрестән тыш күнекмәләр үтә. Дөрөҫөн әйткәндә, химия фәненең был кимәле юғары уҡыу йорттарында ғына өйрәнелә башлай. Ә беҙҙең уҡыусылар, ғәмәли белемгә эйә булып, тәжрибәләр уҙғарып, әҙерлекле булып уҡырға инә. Әлбиттә, башланғыстарымды хуплап ҡабул итеп, һәр йәһәттән ярҙам күрһәткән гимназия етәкселегенә, коллективыма ҙур рәхмәтлемен, – тип яңы лабораторияның мөмкинлектәре менән таныштырҙы Гөлнара Мирсаяф ҡыҙы.
Уның үҙ фәне тураһында шул тиклем мауыҡтырғыс итеп һөйләүен тыңлап, балалар менән мөғәмәләһен күҙәтеп, “ысын уҡытыусы тап шулай булырға тейештер” тигән һығымта яһаным. Шуға күрә үҙ эшен яратҡан, уға бөтә йөрәген, күңелен һалған Гөлнара Мирсаяф ҡыҙының хеҙмәт емештәренең тослоғона ла ғәжәпләнәһе түгел.
Хеҙмәтендә ул абруйлы уҡытыусы булһа, тормошта әсәһе Ғәлиә Сәлим ҡыҙы өсөн хәстәрлекле ҡыҙ, терәк-таяныс булып ҡала. Уларҙың Шамонин ауылында берҙәм көс менән төҙөп сыҡҡан йорттары – туғандарҙың бергә йыйылыр ҡотло нигеҙе.
“Көн һайын эшемә ашҡынып киләм. Балаларҙың шат йөҙөн күреү менән күңел үҙенән-үҙе күтәрелә, уларҙың ҡыҙыҡһыныу тулы күҙҙәренә бағыу яңы идеялар менән янып эшләргә дәртләндерә. Беҙҙең гимназияла өй йылыһы, ҙур, татыу ғаилә мөхите бар. Шул йылы мөхитте булдырыуҙа, белем усағы яулаған уңыш-ҡаҙаныштарҙа минең дә өлөшөм булыуым менән бәхетлемен”, – тине Гөлнара Мирсаяф ҡыҙы хушлашҡан саҡта. Ә беҙ үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған, тырыш, талапсан, һоҡланғыс уҡытыусыға артабан да уңыштар теләйбеҙ!
- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.