Белем һәм тәрбиә
5 Октября 2021, 08:28

Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап ҡараның күҙҙәремә!..

Ул иң беренсеһе булған өсөн әсәй кеүек яҡындыр.

Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа

Тәү аяҡ баҫҡан көнөм.

Тәү башлап мәктәп ишеген

Үрелеп асҡан көнөм!

Мостай Кәрим.

 

Кеше тормошонда тәүге тапҡыр булған һәр күренеш һәм ваҡиға айырыуса иҫтә ҡалыусан. Беренсе тапҡыр мәктәп тупһаһын атлап үтеп, уҡыусы булыу, беренсе уҡытыусыңдың ихлас йылмайыуы, ул биргән һабаҡтар ҙа шулай хәтер һандығында матур хәтирә булып һаҡланыусан. Ваҡыт үтеү менән мәктәп йылдарындағы күп ваҡиғалар хәтерҙән юйыла, иҫтәлектәр тоноҡлана, ҡайһы бер уҡытыусыларҙың исемдәре лә онотолоуы ихтимал. Тик беренсе уҡытыусы түгел, сөнки ул – иң тәүгеһе, иң яҡыны. Бөгөнгө мәҡәлә геройҙары ла тәүге уҡытыусылары тураһында матур иҫтәлектәрен ихлас уртаҡлашты, беҙҙең менән бергә мәктәп йылдарына ҡайтып ураны.

 

Ғәҙилә БҮЛӘКОВА, филология фәндәре кандидаты, Баш­ҡортос­тан­дың атҡаҙанған мә­ғариф хеҙмәткәре:

– Мин 1964 йылда Бөрйән районының Ҡыпсаҡ ауы­лын­дағы һигеҙ йыллыҡ мәк­тәп­кә уҡырға барҙым. Тәүге уҡытыусым әсә­йем Рәхилә Әҙеһәм ҡыҙы Ирназарова булды. Ә V кластан атайым Мөҙәрис Мөбәрәк улы Ғәликәев класс етәксеһе булып китте, ул беҙҙе башҡорт теле менән әҙәбиә­тенән уҡытты. Атай-әсәйеңдең ҡулында уҡыу, бигерәк тә тәүге уҡытыусыңдың тыуғандан алып яныңдағы яҡын кешең булыуының ыңғай ҙа, шул уҡ ваҡытта ниндәй­ҙер кимәлдә кире яҡтары ла бар, әлбиттә. Иң беренсе сиратта, шуны әйтергә кәрәк: атай ҙа, әсәй ҙә өйҙә беҙгә ҡарата ярайһы уҡ талапсан булды. Был күренеш беҙ мәктәпкә барғас та дауам итте. Ошоно яҡшы аңлап, уҡырға төш­кәндең тәүге көндәренән үк яҡшы уҡыу өсөн бар тырыш­лығымды һалғаным иҫемдә.

Аҙна дауамында “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә генә өлгәш­кән уҡыусыларҙың партаһының мөйө­шө­нә бәләкәй генә ҡыҙыл байраҡ ҡаҙап ҡуя торғайнылар. Минең партала шул байраҡ йыл дауамында торор ине. Ә бына беҙҙең менән параллель класта уҡыған (ул саҡта ике класты бер уҡытыусы уҡыта торғайны) бер туған ағайыма ул байраҡ һирәгерәк эләгә ине. Бер ваҡыт әсәйем ағайымды аҙыраҡ сәмләндереп алырға теләптер инде: “Ана, ҡарындашың яҡшы уҡығас, уның партаһында һәр ваҡыт байраҡ тора. Ә һин өлкән булһаң да, һеңлең кеүек була алмайһың”, – тине. Быға ҡаршы ағайымдың: “Эй, ул байрағығыҙ шөңкәйә лә тора! Елбер­ҙәп тормағас, нимәгә ул?!” – тип әйткәнен әле лә көлөп хәтергә алабыҙ.

Әйткәндәй, мәктәптә әсәйгә башҡа уҡыусылар ыңғайына “апай” тип өндәшә торғайныҡ. Уҡытыусы бөтә класҡа һорау биргән саҡта, “Апый, апый, апый!” – тип, түҙем­һеҙләнеп ҡул күтәреп ултырыуым бөгөнгөләй хәтерҙә. Тағы шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: беҙ үҫкән саҡта ауыл ерендә уҡытыусының абруйы ныҡ юғары булды. Уларға ябай булмаған кешегә ҡа­раған һымаҡ ҡарайҙар ине. Мәҫәлән, бергә уҡыған тиңдәштәрем минән йыш ҡына: “Апайҙар (хөрмәт йөҙөнән­ме, уҡытыусы тураһында һөйлә­гәндә шулай күплек формаһын ҡулланыр­ҙар ине) әбрәкәйгә йөрөй­мө ул?” – тип һорай торғайны...

Уҡытыусы балаһы булыу баштан уҡ иңгә ҙур яуаплылыҡ та һалды. Әсәйем дә, атайым да ниңәлер һәр ваҡыт “һин бөтәһен дә белергә тейеш” тигән ҡарашта булды. Береһе шелтәләһә, икенсе­һе бер ваҡытта ла яҡлашманы. Хәтеремдә, II класта уҡығанымда яҙыуым насарайып китте. Әсәйем таҡтаға арҡыс-торҡос хәреф­тәр менән яҙҙы ла: “Бына ҡарағыҙ әле, Ғәҙилә ошолай яҙа”, – тине. Шул тиклем ғәрләнеп иланым. Шунан һуң гел матур итеп яҙырға тырыштым.

Ғөмүмән, нәҡ тәүге уҡытыусым – әсәйем күңелемдә белемгә ынтылыш, тырышлыҡ, ихтыяр көсө, ғүмер буйы етерлек сәм һәм башҡа ыңғай сифаттар булдырыуға нигеҙ һалғандыр, тим. Мәктәп йылдарында ла, артабан­ғы ғүмер юлымда ла ҡәҙерле кешелә­ремдең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫ­лек итеп йәшәргә ынтылдым. Ғәзиз­дәремдең рухтары шаттыр, тип ышанам.

* * *

Айтуған ЯҠШЫҒОЛОВ, от­став­­ка­ла­ғы полиция майоры:

– 1978 йылда Баймаҡ ра­йо­нының Байым һигеҙ йыл­лыҡ мәктә­бенә ете малай, ете ҡыҙ уҡырға барҙыҡ. Баш­лан­ғыс клас­тар­ҙағы уҡы­тыусыбыҙ Зөл­фиә Заһретдин ҡыҙы Рахманғоло­ва йәш кенә матур апай ине, шул уҡ ваҡытта талапсан да булды.

Беҙ, хәҙерге балалар кеүек, мәктәп­кә уҡый-яҙа белеп бар­маныҡ, ул саҡта ауылда балалар баҡсаһы ла булманы. Беренсе класты тамамлағандағы хис-тойғо әле лә хәтеремдә: ул саҡта үҙемде шундай белемле кеше итеп тойҙом, сөнки ошо бер йыл эсендә уҡырға ла, яҙырға ла, мәсьәләләр сисергә лә, һүрәт төшөрөргә лә, тағы әллә күпме һөнәрҙәргә өйрәндек, үҙебеҙ өсөн асыштар яһаныҡ! Зөлфиә Заһретдин ҡыҙы биргән төплө белем артабан өлкән кластарҙа һәм юғары уҡыу йортонда алған һабаҡтар өсөн ныҡлы нигеҙ булды, тип иҫәпләйем.

Уҡытыусыбыҙ 37 йыл ғүмерен башланғыс класс уҡыусыларына белем һәм тәрбиә биреүгә арнап, хаҡлы ялға сыҡты. Эш осоронда ул, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яуланы, Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде, фиҙакәр хеҙмәте менән ауылдаштар араһында хөрмәт һәм абруй ҡаҙанды. Балаларға белем һәм тәрбиә биреүҙә арымай-талмай эшләгән, һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылған, эҙләнеүсән уҡытыусыбыҙ бөгөн дә Байым ауылы тормошонда ҡайнап йәшәй. Ул – “Ағинәйҙәр” ҡороноң иң әүҙем ағзаһы, ҡул эштәре оҫтаһы. Улар тормош юлдашы Мирхәт Вәли улы менән дүрт балаһына ла матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына оҙатты.

Беренсе уҡытыусыбыҙ Зөлфиә Заһретдин ҡыҙына иҫәнлек-һау­лыҡ, именлек теләйбеҙ. Күңеле­беҙгә ул һалған тәрбиә һабаҡтарын бөгөн дә тотабыҙ, класташтар менән аралашып, дуҫ-татыу йәшәй­беҙ.

* * *

Рида ФӘХРЕСЛАМОВА, Өфө­лә­ге “Нур” татар дәүләт драма театры актрисаһы, Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы:

– Мин 1986 йылда Асҡын райо­нының Билгеш ауылы мәктәбенә уҡырға бар­ҙым. Беренсе уҡытыу­сым – Мөхлисә Вәсбирахман ҡыҙы Рәхимова.

Беҙҙең мәктәптә башланғыс кластарҙа ике параллель класс уҡыусыларына бер уҡытыусы белем бирҙе, беҙ өсөнсөләр менән бергә уҡыныҡ, тип иҫләйем. Ауыл балалары булғас, тәртипле, итәғәт­ле инек. Мөхлисә апа (беҙҙең яҡта уҡытыусыға “апа” тип өндәшәләр) талапсан ғына булды. Шунһыҙ мөмкин дә түгел: хәҙерге балалар ише уҡый-яҙа белеп бар­маныҡ беребеҙ ҙә. Ҡулыбыҙҙан тотоп тигәндәй хәреф яҙырға өй­рәт­те бит инде. Ике класҡа бер ың­ғай дәрес үткәреү ҙә еңел булма­ғандыр.

Мәктәп йылдарында шаян, шуҡ ҡына бала булдым. Уҡытыусы әйт­кәндәрҙе тиҙ отоп алам, түкмәй-сәс­мәй һөйләйем, әммә теүәл фәндәр ауыр ғына бирелде. Бала саҡтан кәүҙәгә тулыраҡ булдым. Малайҙар “һимеҙ” тип үсекләһә, Мөхлисә апа: “Беҙҙең Рида һис тә һимеҙ түгел, йомроҡай ғына бит ул”, – тип яҡлашыр, арҡамдан һөйөп яратыр ине.

Беренсе уҡытыусым сығышы менән Асҡын районының Ҡартки­ҫәк ауылынан. Беҙҙең мәктәптә бер нисә йыл эшләгәндән һуң улар ғаиләһе менән Өфөгә күсеп китте. Күңел түремдә уға ҡарата иҫ киткес йылы тойғолар, рәхмәт хистәре һаҡлайым.

Ғөмүмән, мәктәп йылдарын һағынып, уҡытыусыларымды оло хөрмәт менән иҫкә алам. Теүәл фәндәргә өлкән кластарҙа ла илтифат биреп еткермәнем. Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен яраттым, мәктәп тормошонда ҡайнап йәшә­нем, концерт­тарҙың уртаһында булдым. Уҡытыу­сыларым: “Рида, математиканы ла уҡырға кәрәк бит”, – тиһәләр, “Мин әртис булам, ә уларға математика кәрәкмәй”, – тип шаярып яуаплай торғайным. Шөкөр, хыял-маҡсатта­рыма ирештем, Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамланым. Яратҡан эшемде башҡарыуым менән бәхет­лемен. Һәм, әлбиттә, өлгәшелгән уңыш­та­рым нигеҙендә беренсе уҡытыу­сым Мөхлисә Вәсбирахман ҡыҙы­ның һәм башҡа мөғәллимдә­ремдең тырыш хеҙмәте, тәрбиә һабаҡтары ята.

Алда әйтеп үтеүемсә, беренсе уҡытыусым бөгөн Өфө ҡалаһында йәшәй. Ул күптән инде хаҡлы ялда. Тормош иптәше Зиннур ағай менән матур ғүмер кисерәләр, бына тигән балалар үҫтерҙеләр. Һөйләшеп, аралашып торабыҙ, театрҙың яңы миҙгеленең тамашаларына ла саҡыр­ҙым. Форсаттан файҙа­ланып, Мөхли­сә апабыҙға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, күтәренке кәйеф, рух ныҡлығы теләйем һәм бөтә уҡытыу­сыларҙы ла һөнәри байрамы менән ҡотлайым! Ауыр ҙа, изге лә, яуаплы ла, кәрәкле лә эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын!

- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА. 

Читайте нас