Белем һәм тәрбиә
5 Октябрь 2021, 15:00

Мәғарифта көслө зат күберәк булһа...

Әле илебеҙҙә Уҡытыусы аҙналығы бара (4 – 10 октябрь көндәре), уны Рәсәй Мәғариф министрлығы ойошторған.

Мәғарифта көслө зат күберәк булһа...Мәғарифта көслө зат күберәк булһа...
Мәғарифта көслө зат күберәк булһа...

Әле илебеҙҙә Уҡытыусы аҙналығы бара (4 – 10 октябрь көндәре), уны Рәсәй Мәғариф министрлығы ойошторған.

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ғайса Ишмөхәмәтов мәктәптә 31 йыл эшләй. Ул - 2005 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса ойошторолған республика конкурсы, “Педагог-тикшеренеүсе” республика бәйгеһе еңеүсеһе. Бынан тыш, “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы” тигән конкурста ла алдынғылыҡты бирмәгән.

Ғайса Ишмөхәмәтовтың тормош девизы – йәшәүҙең ҡәҙерен белергә, ғүмер юлынан кеше исемен юғары тотоп үтергә! Ул 1966 йылдың 27 майында Ейәнсура районының Саҙалы ауылында тыуған. "Эш урыным – Яңыбай урта мәктәбе, – ти 31 йыллыҡ педагогик стажы булған Ғайса Харис улы. – Ете йылдан ашыу ошо уҡ мәктәптә директор вазифаһын да башҡарҙым. Әле иһә был бурысты ҡатыным атҡара. Салауат, Айтуған, Тимербулат исемле улдарыбыҙ бар. Уҡыусыларым күп тапҡыр республика олимпиада һәм конкурстарында еңде. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу буйынса методик ярҙам күрһәтеү маҡсатында Бәләбәй, Йәрмәкәй райондарына, Ҡурған өлкәһе Сафакүл районына барып ҡайттым".

Фото Ғайса Ишмөхәмәтовтың шәхси альбомы.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас