Белем һәм тәрбиә
5 Октябрь 2021, 08:02

Тырышҡандың даны сыға

50 башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусыһына 50-шәр мең һум күләмендә аҡса тапшырылды

Уҡытыусы – иң абруйлы һәм иң маҡтаулы һөнәрҙәрҙең береһе, ул һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Педагогтың киләсәктә лә хөрмәт ҡаҙанып эшләүендә һәм йәшәүендә тамсы ла шик юҡ. Аҡты ҡара менән бутамаҫҡа, яҡшыны ямандан айырырға кем өйрәтә? Уҡымышлы булырға, белемлелеккә кем саҡыра? Әлбиттә, һөйкөмлө лә, мөләйем дә мөғәллимә. Әйткәндәй, тап Уҡытыусылар көнө алдынан данлы уҡыу йорттарының береһе – Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында мөғәллимдәр өсөн ҙур байрам ойошторолдо.

 Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Хөкүмәтенең 2007 йылдың 15 ғинуарындағы Ҡарарына ярашлы, Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан дөйөм белем биреү һәм дәүләт профессиональ белем биреү ойошмаларының иң яҡшы башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусылары араһында (аҡсалата дәртләндереүгә дәғүә иткән) республика конкурсы уҙғарылғайны. Шул иғтибарға лайыҡ, коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе көслө булыу сәбәпле, сара дистанцияла уҙҙы.

Шулай итеп, конкурс йомғаҡтары буйынса (һөҙөмтәле профессионал эшмәкәрлек һәм Башҡортостанда мәғариф үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн), иң яҡшы 50 уҡытыусыға 50-шәр мең һум күләмендә аҡса тапшырылды.

... Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты байрамса биҙәлгән. Талғын ғына ишетелгән көй кәйефте күтәрә, педагогтар бер-береһен байрам менән ҡотлай, таныш­тар­ҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй, кемдәрҙер яңы фекерҙәш табырға ла өлгөргән.

Башҡортостан мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин педагогтарҙы Уҡытыусылар көнө һәм яҡынлашып килгән Республика көнө менән ҡотланы, эштәрендә уңыштар теләне.

– Инде 15 йыл рәттән иң яҡшы башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусылары асыҡлана һәм уларға дәртләндереү саралары күрелә, – тине Айбулат Вәкил улы. – Ошоға хәтлем ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән 700 уҡытыусы бүләк­ләнде, бөгөн иһә исемлеккә тағы ла 50 педагог өҫтәлде.

Айбулат Хажин һөйләүенсә, уҡытыусылар Башҡортостанда дәүләт телдәрен популярлаш­тырыуға, ғөмүмән, телде үҫтереүгә күп көс түгә.

Бүләкләнеүселәр араһында Дистанцияла белем биреү республика үҙәге Дыуан филиалының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Баш­ҡортостандың мәғариф алдынғыһы Айһылыу Сир­баеваны күреү шатлыҡлы ине. Айһылыу Рәйес ҡыҙының һүҙҙәренә ҡарағанда, белем усағында балалар X класҡа хәтлем башҡорт телен туған теле һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнә. Барыһының да башҡорт телен өйрәнергә тырышып ятыуы һоҡландыра.

– Минең уҡыусыларым да, ә улар Бөрйән, Белорет һәм Учалы райондарынан, шулай уҡ башҡорт теле буйынса һәр дәресте көтөп ала, – тип коллегаһының фекерен ҡеүәтләй Дистанцияла белем биреү республика үҙәге Белорет филиалының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Резеда Шәйәхмәтова.

Күгәрсен районы Мораҡ ауылы 1-се урта мәк­тәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алһыу Бикбаева әйтеүенсә, республика етәкселеге уҡытыусыларҙың хеҙмәтен юғары баһалай һәм дәртләндереү сараһын даими күрә.

 

Илдар АҠЪЮЛОВ.

Читайте нас