

Яңауыл ҡалаһының И.Ш. Мөҡсинов исемендәге гимназияһы көслө уҡытыусылары, төплө белемгә эйә уҡыусылары менән данлы. Гимназия коллективы, йәш быуынға заман шарттарына ярашлы белем һәм тәрбиә биреү йәһәтенән алдынғы алымдарға таянып, бер төптән егелеп эшләй, шуға күрә уңыштары ла тос, һөҙөмтәләре лә яҡшы.
Үткән уҡыу йылында Яңауыл районы һәм ҡалаһынан Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыусылар араһында ике уҡыусы һынауҙы 100 балға тапшырыуға өлгәшә. Рус теленән иң юғары балл йыйған Әлиә Аҫылгәрәева тап ошо гимназияла белем ала. Уҡытыусыһы – Гөлнара Саҙырова. Әйткәндәй, Гөлнара Мөхәмәтсәлих ҡыҙының уҡыусылары араһынан алты кеше рус теленән имтиханда 80-дән ашыу балл йыйыуға өлгәшкән.
– Уҡыусыларыбыҙҙың алдына аныҡ маҡсат ҡуйып, тырышып уҡыуы, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүе – әлбиттә, беҙҙең өсөн дә ҡыуаныс. Быйыл гимназияны тамамлаған ҡыҙҙар һәм егеттәр барыһы ла тиерлек үҙҙәре һайлаған йүнәлеш буйынса уҡырға инде. Ә рус теленән 100 балл йыйған уҡыусым Әлиә Аҫылгәрәева тураһында маҡтау һүҙҙәре генә әйтә алам, – тине Гөлнара Мөхәмәтсәлих ҡыҙы.
И.Ш. Мөҡсинов исемендәге гимназияла Гөлнара Саҙырова 2014 йылдан эшләй, был класс – уның тәүге сығарылышы. “Дәүләт имтихандарына әҙерләнгәндә үҙемдең йылдар дауамында һыналған алымдарыма таянам: теорияны ҡабатлайбыҙ, ғәмәли күнегеүҙәрҙе тикшерәбеҙ. Уҡыусыларҙың телмәр байлығын үҫтереүгә ҙур иғтибар бирәм, иншалар, эсселар яҙып өйрәнәбеҙ. Инша яҙыу – бик ауыр хеҙмәт ул, шуға күрә уға ҙур иғтибар бүлергә тырышам”, – тип эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты уҡытыусы.
Гөлнара Мөхәмәтсәлих ҡыҙы Ҡаҙағстандың Ҡарағанда өлкәһендәге Сатпаев (элек – Никольский) ҡалаһында тыуған. Атаһы сығышы менән – Татарстандан, әсәһе – Яңауыл районының Костин ауылынан. Ул татыу, матур ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫә. Ата-әсәһе бәләкәйҙән ҡыҙҙарына хеҙмәткә һөйөү, уҡыуға ынтылыш бирә ала, шуға күрә улар икеһе лә – Гөлнара ла, Гүзәлиә лә һис икеләнмәйенсә уҡытыусы һөнәрен һайлай. Апаһы Гүзәлиә Мөхәмәтсәлих ҡыҙы – ошо уҡ гимназияның тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы. “Әсәйемдең апаһы Мәғфүрә Аҡмалетдин ҡыҙы ла бөтә ғүмерен мөғәллимлек эшенә арнаны, ул да беҙҙең өсөн өлгө булып торҙо. Шуға күрәме икән, мин V класта уҡығанымда уҡ уҡытыусы булырға ныҡлы ҡарар иткәйнем”, – ти Гөлнара Мөхәмәтсәлих ҡыҙы.
Гөлнара Саҙырова шиғырҙар ҙа яҙа. Ижад өлгөләре – йәшәү ҡиммәттәре, мөхәббәт, күңел кисерештәре тураһында. Китап уҡырға ярата, тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы өсөн әҙәби әҫәр уҡыу – һулар һауа кеүек. Толстойҙың, Чеховтың, сит ил яҙыусыларынан Э.М. Ремарк, Д.Г. Лоуренстың ижадын үҙ итә, “улар кешенең эске донъяһын шундай нескә тоя һәм асып бирә”, ти ул.
Гөлнара Мөхәмәтсәлих ҡыҙы тормошто яратҡан, көслө рухлы, изге күңелле кешеләрҙе үҙ итә. Уҡыусыларында ла ошо сифаттарҙы тәрбиәләргә тырыша. Һәр яңы уҡыу йылын яҡшы кәйеф, аныҡ маҡсаттар менән башлап ебәрә һәм ҡыҙҙар-малайҙарҙы ла шундай уҡ ыңғай тойғоларға көйләй белә тәжрибәле педагог.
– Уҡыу һәр заманда ла балаларға тик шатлыҡ, күңел ҡәнәғәтлеге килтерергә тейеш. Ул ниндәйҙер ауыр күнегеүҙәрҙе эшләп ыҙалауға әйләнмәһен, ә һәр балаға алдына ҡуйған маҡсаттарға өлгәшергә ярҙам итһен, – ти Гөлнара Мөхәмәтсәлих ҡыҙы.
- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.
Яңауыл районы.