

Сәлихова Гөлназ - сығышы менән Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылынан. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, хеҙмәт юлын тыуған мәктәбендә башлай. Артабан йәш белгескә Иҫән һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытырға, Баймаҡтың 4-се лицейында эшләп алырға ла тура килә.
Тормош иптәше Илдар менән 2003 йылда Күгәрсен районы Тәүәкән мәктәбенә эшкә килә һәм бөгөнгө көнгә тиклем балаларға туған тел нескәлектәрен өйрәтә. Бар яҡлап талантлы, белемле һәм үҙ эшенә ижади ҡараған Гөлназ Салауат ҡыҙы ике тапҡыр Күгәрсен районында “Йыл уҡытыусыһы ” конкурсында 1-се урынды яулай. Республика күләмендәге "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте" конкурсында ҡатнашып, “Юғары педагогик оҫталыҡ” номинацияһына лайыҡ була. Юғары категориялы уҡытыусыға күптән түгел “Оҫта -педагог” тигән юғары исем бирелгән. Әле шул исемде аҡлар өсөн республика кимәлендә онлайн ете оҫталыҡ дәресе бирә. Әйткәндәй, етеһе ете темаға арналған. Төрлө йылдарҙа Гөлназ Сәлихова район, мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була, төрлө конкурстарҙа һәр саҡ баһалама ағзаһы булараҡ сығыш яһай.
Уҡыусыларының уңыштары ла бихисап. Мәҫәлән, Хәкимова Азалия районда йыл һайын Гагарин Кубогы олимпиадаһы еңеүсеһе булып ҡына ҡалмай, ә республикала ике тапҡыр призер булыуға ла ирешә. Былтыр Баймаҡ ҡалаһында үткән “Игебаев уҡыуҙары”нда уҡытыусы булараҡ үҙе лә, уҡыусыһы Әмәкәсова Ильнара ла 1-се урын яулаған. Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған фәнни-ғәмәли конференцияла Насырова Регина 1-се урынды алһа, Өфөлә Зәйнәб Биишева гимназияһы үткәргән “Биишева уҡыуҙары”нда Әбдрәхимова Айгүзәл 3-сө, Шишмә ҡасабаһында Мостай Кәрим конференцияһында Хәкимова Азалия 3-сө урындарҙы алған. Унан тыш былтыр “Башҡорт теле йылы”нда бөтә интернет-конкурстарҙа ла ҡатнашып, һәр саҡ призлы урын яулағандар. "Башҡортса диктант"яҙыуҙа ла даими ҡатнашып торалар, уҡытыусы тарафынан әҙерләнгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналыҡтары, Милли кейем көнө һәр саҡ юғары кимәлдә үтә. Гөлназ Салауат ҡыҙы үткән йыл этноквизда (БИРО-ның ресурс үҙәге үткәргән) призер булған.
Йәй көндәрендә лә каникул тип ултырмай ул, йыл һайын “Йәйләү” лагерында вожатый булып, унда балаларға милли йолалар, йырҙар, бейеүҙәр өйрәтә, халҡыбыҙҙың милли уйын ҡоралдары, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, сәнғәте, мәҙәнитәе һәм тарихы менән таныштыра, кәрәк ваҡытта уйнап күрһәтә, йырлай һәм бейей ҙә.
“Йәш журналист” һәм бейеү буйынса кластан тыш эшмәкәрлек алып бара, уның етәкселегендә “Ҡыңғырау” исемле мәктәп гәзите сығарыла.
Шуныһы һөйөнөслө: уҡытыусыларының эшен дауам итеүсе уҡыусылары ла күп. Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалына йыл да бер уҡыусыһы уҡырға инә.
Тәжрибәле уҡытыусы Гөлназ Сәлихова Башҡорт теле уҡытыусыларының беренсе съезында, үткән йыл Ғафури районында үткән форумда ҡатнаша. Тормош иптәше Илдар менән ике ҡыҙ үҫтерә. Әле бәхетле өләсәй ҙә ул.
Фото: Гөлназ Сәлихованың шәхси архивынан.