+21 °С
Болотло


Стәрлетамаҡ ҡалаһынан балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе “Рәсәйҙең йыл тәрбиәсеһе” XII Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсының 15 лауреаты араһына ингән.
Улар сараның Сочиҙа үтәсәк икенсе турында ҡатнашасаҡ. Ә был этап “Педагог оҫтаханаһы” һәм “Ток-шоу” тигән ике һынауҙан тора. 15 лауреат араһындағы яҡташыбыҙ - Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 88-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Наталья Гуленина.
Конкурс һөҙөмтәләре 8 октябрҙә асыҡланасаҡ. Яҡташыбыҙға уңыштар теләйек.
Фото: "Бәйләнештә".