

Бөгөнгө балаларҙың үҫеш, донъяны танып белеү кимәле, бынан бер-ике быуын элеккеләр менән сағыштырғанда ла, бик ныҡ айырыла. Ҡасандыр беҙҙең өсөн “яңы технология” тип аталған күренештәр хәҙер улар өсөн – ысынбарлыҡ. Заман балаларын “һанлы быуын” тип атауҙары ла бушҡа түгел. Бөгөнгө мәғариф алдында бына ошо прогресс, глобалләшеү шарттарында үҫкән балаларға төплө, иң мөһиме – тормошта кәрәкле белем, күп яҡлы һәм ҡатмарлы тормошта юғалып ҡалмау өсөн нигеҙ булырлыҡ тәрбиә биреү бурысы тора. Шуға күрә ауыл мәктәптәренең юғары тиҙлекле интернетҡа тоташыуы, “Үҫеш нөктәһе”нә әйләнеп, яңы ҡорамалдар менән тулыланыуы – ниндәйҙер мода артынан ҡыуыу йәки башҡаларҙан ҡалышмау теләге менән башҡарылған ғәмәлдәр түгел, ә заман талабы.
Ауыл мәктәптәре “Үҫеш нөктәһе”нә тоташа
Башҡортостандың ауыл һәм бәләкәй ҡалалары мәктәптәрендә урынлашҡан “Үҫеш нөктәләре” быйыл 1 сентябрҙән тағы 207 үҙәккә артты һәм уларҙың дөйөм һаны 382-гә етте. Шулай итеп, республиканың ауыл ерендә һәм бәләкәй ҡалаларында урынлашҡан 207 мәктәп яңы уҡыу йылында физика, химия, биология фәндәре буйынса уҡыу тупланмалары алды. Улар араһында һанлы лабораториялар, лаборатор эштәр һәм тәжрибә үткәреү өсөн ҡорамалдар, гербарийҙар, химик реактив йыйылмалары, шулай уҡ ноутбуктар, күп функциялы ҡорамалдар, механика, мехатроника һәм робот техникаһы буйынса уҡыу приборҙары бар.
“Үҫеш нөктәләре” ярҙамында ауыл ерендә һәм бәләкәй ҡалаларҙа йәшәгән мәктәп уҡыусылары хәҙерге заман технологиялары менән таныша, уларға таянып эшләргә өйрәнә. 2019, 2020 йылдарҙа “Хәҙерге заман мәктәбе” федераль проектын тормошҡа ашырыу барышында Башҡортостан Республикаһында 175 мәктәптә тәбиғи-фәнни һәм гуманитар йүнәлештәрҙәге “үҫеш нөктәләре” асылғайны. Ошо нигеҙҙә информатика, технология, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре кабинеттарының матди-техник базаһы яңыртылды. Быйыл физика, химия, биология йүнәлештәренә өҫтөнлөк биреләсәк.
Быйыл Баймаҡ лицей-интернаты ла яңы ноутбуктар, интерактив панель һәм күп функциялы принтер алыуға өлгәште. Хәҙер лицей уҡыусылары өсөн информатика дәрестәре тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ үтә, ти белем усағының етәкселеге.
– Лицей-интернат ике информатика бүлмәһе өсөн кәрәкле йыһаз алды, – тип һөйләй белем усағы директоры Иҙел Әбүбәкиров. – Уҡыусылар өсөн – 30, шулай уҡ уҡытыусыларға ике ноутбук алынды. Беҙҙә йылдың-йылы Берҙәм дәүләт имтиханында информатика фәнен һайлаған уҡыусылар һаны арта бара. Шуныһы ҡыуаныслы: улар юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә.
Был эштәрҙе тормошҡа ашырыу “Һанлы белем биреү мөхите” проектына ярашлы мөмкин булған. Әлеге башланғыс уҡыусылар һәм уҡытыусылар өсөн генә түгел, ата-әсәләргә лә белем биреү процесында әүҙем ҡатнашырға, мәҫәлән, өлгәш кимәле, туҡланыу сифаты, хәүефһеҙлек саралары менән танышып барырға мөмкинлек бирә. Ғөмүмән, бөгөн заманға ярашлы, сифатлы белем биреүҙе виртуаль донъя мөмкинлектәренән тыш күҙ алдына ла килтереп булмай, шуға күрә Баймаҡ ҡалаһының һәм районының барлыҡ мәктәптәре лә юғары тиҙлекле интернет селтәренә тоташтырылған.
“Хәҙерге заман мәктәбе” федераль проекты нигеҙендә Бишбүләк районындағы бер нисә белем усағында ла ошондай үҙәктәр барлыҡҡа килде. Райондың Уҫаҡкисеү, Баҙлыҡ һәм Дим мәктәптәрендәге кабинеттар “Үҫеш нөктәһе” кабинеты итеп үҙгәртелде. Уларҙың барыһы ла тәбиғи-ғилми йүнәлештә эшләйәсәк. Бынан ары ошо белем усаҡтарында дәрестәр заманса ҡорамалдар һәм материалдар ярҙамында үткәреләсәк.
Биология, химия һәм физика йүнәлешендәге “Үҫеш нөктәһе” кабинеттарын асыу тантанаһында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Салауат Харасов һәм Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Артур Зарипов ҡатнашып, уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға изге теләктәрен еткерҙе. Заманса шарттарҙа белем алған балалар өсөн педагогтар айырыуса шат.
Был башланғыстар ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Проект Рәсәй мәғарифын донъя кимәлендә көнәркәшлеккә сығарыу, Рәсәй Федерацияһын белем биреү сифаты йәһәтенән иң яҡшы ун дәүләт исемлегенә индереү маҡсатын ҡуя.
Төбәктәрҙә яңы мәктәптәр төҙөлә
Быйылғы Республика көнөн Салауат районының Лаҡлы ауылы халҡы түҙемһеҙләнеп көтә, сөнки бында тап ошо ҙур әһәмиәткә эйә байрам алдынан мәктәп менән балалар баҡсаһы комплексы үҙ ишектәрен аса. Мәктәп – 80 уҡыусыға, ә балалар баҡсаһы 40 бәләкәскә иҫәпләнгән.
Ҡатмарлы эпидемиологик хәл-торошҡа һәм сикләүҙәргә ҡарамай, республикабыҙҙа социаль объекттар төҙөлөшө туҡтап ҡалғаны юҡ. Лаҡлылағы белем биреү комплексы төҙөлөшө Республика адреслы инвестиция программаһын һәм “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу планына ярашлы алып барылған. Объекттағы эштәр 2019 йылдың көҙөндә башланған.
Проектҡа ярашлы, беренсе ҡатта балалар баҡсаһы урынлашҡан, икенсе ҡатта – мәктәп. Бинаның дөйөм майҙаны биш меңдән ашыу квадрат метрҙы тәшкил итә. Әле барлыҡ биҙәү эштәре тамамланып, мәктәп-балалар баҡсаһы комплексы әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә саҡырып ултыра.
Биләмәлә төркөм менән шөғөлләнеү өсөн ике майҙансыҡ ҡаралған, уларҙың береһе – ясле йәшендәге балаларға тәғәйенләнгән уйын майҙансығы, икенсеһе иһә балалар баҡсаһы кескәйҙәре һәм уҡыусылар өсөн физкультура менән шөғөлләнеү урынын, шулай уҡ волейбол, баскетбол һәм ике гимнастика майҙансығын берләштерә. Уларға заманса хәүефһеҙ япма түшәлгән.
– Районда бығаса мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларға бер аҙ сират күҙәтелә ине. Яңы балалар баҡсаларын төҙөү проблеманы тулыһынса хәл итеүгә мөмкинлек бирә. Быйыл Малаяҙ ауылында “Бәләкәй ил” тип аталған балалар баҡсаһын сафҡа индерҙек. Шулай итеп, көнүҙәк мәсьәләне тулыһынса ыңғай хәл итеүгә өлгәштек. Әлеге ваҡытта районда Янғантауҙа 195 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы төҙөлә һәм бына Лаҡлыла өр-яңы, заманса белем һәм тәрбиә биреү үҙәге асыла, – тип һөйләне Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов.
Ошондай һөйөнөслө яңылыҡтар Учалы төбәгендә лә бар. Быйыл Учалы ҡалаһында яңы мәктәп төҙөлөшө башланды. 1225 урынға иҫәпләнгән полилингваль мәктәп, ҡаланың 9-сы биҫтәһендә ҡалҡып сығып, киләһе йылда сафҡа инәсәк, тип күҙаллана. Күптән түгел Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рәйеф Әбдрәхимов мәктәп төҙөлөшө барышы менән танышты.
БР Төҙөлөш министрлығы белгестәре билдәләүенсә, яңы мәктәптең майҙаны 18 мең квадрат метр тәшкил итәсәк. Дүрт ҡатлы бинала ике спорт, иркен тантаналар залдары һәм ашхана урынлашасаҡ. Башланғыс кластар өсөн уйын бүлмәләре һәм биләмәләре менән айырым уҡыу блогы төҙөү ҡаралған. Шулай уҡ проектҡа ярашлы мәктәп ихатаһында спорт һәм уйын майҙансыҡтары, линейкалар һәм башҡа тантаналы саралар үткәреү урыны буласаҡ. Физик йәһәттән хәрәкәт мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн пандустар һәм лифттар ҡаралған. Әлеге мәлдә генераль подрядсы “А” һәм “Б” секцияларының аҫҡы ҡатын төҙөп бөтөп, беренсе ҡаттың стеналарын күтәреүгә тотонған.
Яңы белем усағы ваҡытында һалынып бөтөп, киләһе йыл балаларҙың шат тауышына күмелер, тип ышанайыҡ. Ғөмүмән, республикабыҙҙың барлыҡ ҡала һәм ауылдарында шулай яңы мәктәптәр төҙөлһөн, заманса уҡытыу ҡорамалдары менән йыһазландырылһын һәм уларҙа республикабыҙҙың киләсәген үҙ ҡулдарына аласаҡ лайыҡлы алмаш тәрбиәләнһен.
- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.