

Ҡыҙын йәки улын беренсе тапҡыр етәкләп балалар баҡсаһына алып ингән көндө һәр кем хәтерләйҙер. Ҡапҡанан аша атлау менән мөғжизәле уйын ҡаласығы ҡаршы ала. Бында барыһы ла балалар күҙлегенән сығып эшләнгән. Мәҫәлән, түтәлдәр янына “ҡунаҡлаған” ҡуян, тейен, айыу, төлкө кеүек ҡыр йәнлектәре йылмайып оҙатып ҡала, стенаға “менеп баҫҡан” әтәс, аҡҡош, ҡаҙ ише әкиәт геройҙары һинең менән һөйләшергә теләй, ҡанат ҡағып уйнарға саҡыра, хатта шаярырға итә. Ғөмүмән, балалар баҡсаларында тормош үҙенсә күңелле ҡайнай, уларҙың һәр береһе кескәйҙәрҙең шат тауышына күмелгән икән, был – республикабыҙ етәкселегенең кескәйҙәрҙе хәстәрләүе.
Яңы учреждениелар төҙөлә
Кескәйҙәр яҡты, иркен бүлмәләрҙә ял итһен, уйнаһын, шөғөлләнһен, ҡыҫҡаһы, заманса белем усаҡтарында тәрбиә алһын өсөн беҙҙә бар уй-ниәттәр ҙә тормошҡа ашырыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә тәрбиә темаһын, мәғариф тармағын, өр-яңы белем усаҡтары төҙөүҙе йыш һәм айырым телгә ала, уларға төплө иғтибар бүлә.
Ысынлап та, балалар баҡсалары төҙөү тәңгәлендә Башҡортостан илебеҙҙә – лидер, был – беҙҙең ҡаҙаныш. Өҫтәүенә төрлө кәңәшмәләрҙә, “Мәғариф” сәғәтендә лә белем һәм тәрбиә темалары көнүҙәк мәсьәлә булараҡ ҡарала.
2020 йылда Башҡортостанда 24 балалар баҡсаһы сафҡа индерелгән. Балалар баҡсалары “Демография” милли проекты нигеҙендә төҙөлә. Быйыл да был юҫыҡта эштәр эҙмә-эҙлекле дауам итә.
Шәхси балалар баҡсаһының киләсәге өмөтлө
1 сентябрҙә, мәҫәлән, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикабыҙҙа шәхси балалар белем биреү үҙәктәрен үҫтереү буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Һөйләшеү урыны итеп “Мин – гений” дөйөм белем биреү ойошмаһы юҡҡа ғына һайланманы. Был белем үҙәге башланғыс кластар мәктәбен, балалар баҡсаһын, балалар һәм өлкәндәр өсөн өҫтәмә белем биреү үҙәген үҙ эсенә алған.
Башта республика етәксеһе балалар үҙәген, шөғөлләнеү һәм ял залдарын ҡараны. Радий Фәрит улы һәр бала маҡсатҡа өлгәшә алырлыҡ шарттар булдырыуға баҫым яһаны.
Республикабыҙҙа бөтәһе дәүләткә ҡарамаған лицензиялы 45 мәктәпкәсә балалар баҡсаһы бар. Айырыуса улар Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында ныҡ үҫешкән. Баш ҡалала 38 шәхси балалар баҡсаһы эшләй.
– Әлбиттә, шәхси балалар баҡсалары әлегә күп түгел, әммә уларҙың киләсәге бар, – тине Радий Хәбиров. – Бер йыл элек балаларын шәхси баҡсаға йөрөткән ата-әсәләрҙең сығымдарын ҡаплау өсөн сертификат биреү тураһында тәҡдим менән сығыш яһағайныҡ. Стәрлетамаҡта 200 сертификат биреп эште башланыҡ, ә август аҙағына был һан 1563-кә етте. Уны 4 меңгә хәтлем еткереүҙе үҙебеҙгә ниәт итеп алдыҡ. 2022 йылдың республика бюджетына, ошо маҡсатты күҙ уңында тотоп, 140 миллион һум аҡса һалдыҡ.
Шулай итеп, шәхси балалар баҡсаһындағы 2 мең тирәһе урынды финанслайбыҙ. Ул – 5 миллиард һумға торошло 10 яңы мәктәпкәсә учреждение, тигән һүҙ. Бынан тыш, сертификат программаһы яңы эш урындары булдырыуға, социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ярайһы булышлыҡ итәсәк.
Сертификат биреү буйынса беҙҙең республика проекты менән федераль кимәлдә ҡыҙыҡһыналар. Ошо бай тәжрибәне өйрәнеү маҡсатында сит төбәктәрҙән беҙгә күп киләләр. Муниципаль учреждениеларҙа урын етмәгәндә, шәхси балалар баҡсаһы ҡотҡара. Былтыр ғына беҙ 25 яңы балалар баҡсаһы төҙөнөк, әммә улар һаман да етмәй. Ата-әсәләр тағы ла балалар баҡсаһы төҙөүҙе үтенә. Шуның өсөн дә сертификат хәрәкәте географияһын киңәйтергә кәрәк.
Белем усаҡтарының асылыуы – ғәҙәти күренеш
Әйткәндәй, күптән түгел, йәғни Тәрбиәселәр көнөнә тап килтереп, Өфө янындағы “Зубово Life” ҡасабаһында “Белем” тигән өр-яңы мәғариф үҙәген асыу тантанаһы булды. Ошо шатлыҡлы ваҡиға, “Демография” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырылған. Белем биреү учреждениеһын ҡыҫҡа ғына арауыҡта федераль һәм төбәк аҡсаһы иҫәбенә төҙөгәндәр.
Күркәм сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡатнашыуы байрамға йәм өҫтәне, уның мәртәбәһен арттырҙы.
Радий Фәрит улы белдереүенсә, изге традиция булараҡ, нәҡ Белем көнөндә өр-яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы асыла. Зубов ауылындағы “Белем” үҙәгенән бер ҡасан да балалар тауышы өҙөлмәһен.
– Һәр бала заманса мәғариф учреждениеһында белем һәм тәрбиә алырға тейеш, – тине республика етәксеһе. – Улар киләсәктә лә төҙөләсәк, был тармаҡ – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе.
Зубов ҡасабаһындағы мәктәптең һәм балалар баҡсаһының асылыуын йөҙҙән ашыу ғаилә түҙемһеҙләнеп көткән. Мәктәп – 640, ә балалар баҡсаһы 160 урынға иҫәпләнгән. Был биҫтә етеҙ тиҙлектә үҫешә. Халыҡ бында күпләп ағыла, айырыуса йәш ғаиләләр байтаҡ. Ҡасаба Өфөнән әллә ни йыраҡ түгел. Күптәрҙең баш ҡалала эшләүен иҫәпкә алғанда, ныҡ уңайлы.
Мәфтуха Аҡназарова билдәләүенсә, улар ошо балалар баҡсаһын күптән көткән.
– Балалар баҡсаһы беҙ йәшәгән йорт янында, – ти Мәфтуха Имелбай ҡыҙы. – Улыбыҙҙы һәм ҡыҙыбыҙҙы йәһәт кенә баҡсаға индереп ҡалдырабыҙ ҙа ирем менән эшкә елдерәбеҙ. Ә икебеҙҙең дә эш урыны – Өфөлә. Зубов ауылында фатир һатып алғаныбыҙға шатланып бөтә алмайбыҙ. Ҡалалағы шау-шыуҙан арынып, әммә унан алыҫ түгел урында йәшәйбеҙ.
– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың шәхсән бында юлланып, тантаналарҙа ҡатнашыуы – беҙҙең өсөн оло мәртәбә, – тине Асия Дәүләтҡолова. – Радий Фәрит улының ябай кешеләргә ҡарата ошондай хөрмәт күрһәтеүе уның үҙенә ҡарата ихтирам билдәһе ул. Ә инде балалар баҡсаһына килгәндә, һөйөнөсөбөҙ сикһеҙ. Ейәнем менән ике ейәнсәрем бәхетле. Улар көн дә унан шәп яңылыҡтар менән ҡайта һәм ихлас уртаҡлаша. Гимнастика менән шөғөлләнгәндәр, музыка кабинетында йыр серҙәренә төшөнгәндәр... Ошо бәхет түгелме ни?!
Төбәк Башлығы тәрбиәселәрҙе тәбрикләне
Тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнөнә бәйле ҙур тантаналар ойошторолдо. Ошо уңайҙан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров барлыҡ тәрбиәселәрҙе лә күркәм байрам менән ҡотланы, эштәрендә уңыштар теләне.
“Башҡортостанстат” биргән мәғлүмәттәргә күҙ йүгертеү киләсәккә ҙур өмөттәр уята. Республикабыҙҙа бер меңдән ашыу балалар баҡсаһы бар. Башҡортостанда, уртаса алғанда, бер тәрбиәсегә 16 бала тура килә. Беҙҙә мәктәпкәсә йәштәге белем усағында эшләгән тәрбиәсенең уртаса йәше – 40 тирәһе. Балалар баҡсаларында педагогия хеҙмәткәрҙәре һәр ваҡыт белемдәрен камиллаштырыу буйынса төрлө курстар үтә. Йыл да “Иң яҡшы тәрбиәсе” тигән республика бәйгеһе ойошторола. Дөйөм алғанда, тәрбиәселәрҙең 64 проценты юғары белемле. Күптәре (74 процент) ун йыллыҡ тәжрибәгә эйә, ә яртыһынан күбеһе балалар баҡсаһында 20 йылдан ашыу эшләй.
Башҡортостанда мәктәпкәсә белемдең мәғариф программаһы, шулай уҡ кескәйҙәрҙе хәстәрләү һәм ҡурсалау буйынса 2020 йылда 1837 мәктәпкәсә мәғариф ойошмаһы шөғөлләнгән, шуның өстән бер өлөшө – үҙаллы ойошма. Унда 19,7 мең педагог эшләгән. Тәрбиәселәр, йыр уҡытыусылары, физик культура буйынса инструкторҙар, логопедтар, психологтар, дефектологтар һәм башҡа белгестәр, өҫтәмә белем биреү уҡытыусылары, социаль педагогтар – шуға асыҡ миҫал. Дөйөм педагогия хеҙмәткәрҙәренең 14,9 меңе – тәрбиәселәр.
Республикабыҙҙың балалар баҡсаларында төркөмдәрҙә төрлө мөйөштәр булдырылған: аш-һыу, милли кейемдәр, тирмә, музыка ҡоралдары... Баланы тәрбиәләүҙә рухи хазина сығанағы булған ауыҙ-тел ижады киң һәм уңышлы файҙаланыла. Әкиәттәр тыңлау, уларҙы сәхнәләштереү, телдән һөйләү, йомаҡтар, әйтем-мәҡәлдәр өйрәнеү, милли уйындар ойоштороу ҡыҙ һәм малайҙарҙың рухын сыныҡтыра, аңын, хәтерен, телмәрен үҫтерә. Ошондай күркәм тәрбиә алып үҫкән балалар хыял-маҡсаттарына ла өлгәшә.
- Илдар АҠЪЮЛОВ.