

Баш ҡалала “Өфө-Арена” боҙ майҙаны алдында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин 140 мәктәп автобусы асҡыстарын тапшырҙы. Асҡыс алған мәктәп директорҙары республика етәкселегенә ҙур бүләк өсөн рәхмәт әйтте, дәүләт тарафынан бүленгән иғтибарҙы баһаланы.
Тантаналы сараны асып, Радий Хәбиров уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы.
– Бөгөн бик әһәмиәтле көн. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ баһалап бөткөһөҙ. Водителдәрҙең дә эше яуаплы, ә уҡыусыларҙы йөрөткәндәрҙеке айырыуса. Ата-әсәләр һеҙгә донъялағы иң ҡәҙерле кешеләрен – балаларын ышанып тапшыра. Әле республикала 50 меңгә яҡын бала мәктәп автобусында белем алырға йөрөй. Уларҙың хәүефһеҙлеге өсөн беҙ, өлкәндәр, яуап бирәбеҙ, – тине ул.
Айбулат Хажин мәктәп автобустары асҡысын тапшырғанда:
– Бөгөн Өфөнән республиканың һәр районына тиерлек һары мәктәп автобустары тараласаҡ. Ошоноң менән мәктәптәрҙең ихтыяжын ҡәнәғәтләндерҙек тип ҙур ғорурлыҡ менән әйтә алам. Тағы ла ике мең бала йылы һәм заманса автобустарҙа уҡырға йөрөйәсәк. Уларҙың барыһы ла ҡышҡы юлда йөрөү йәһәтенән хәүефһеҙ. Был айырыуса Урал аръяғы райондары өсөн мөһим. Балаларҙың хәүефһеҙлеге – тәү сираттағы бурысыбыҙ, – тип билдәләне.
Автобус асҡысы алғанға ҡыуанғандар араһында Ейәнсура районы Арсен ауылы мәктәбе водителе Тимерәз Ҡараҡынов та бар. Ул ошо белем усағында 40 йыл эшләй. Автобус өс ауылдан балаларҙы мәктәпкә йөрөтә. Директор Гөлназ Тоҡомбәтова әйтеүенсә, белем усағында 72 бала уҡый, шуларҙың 14-е автобус менән уҡырға килә.
– Техника мәктәп өсөн бик кәрәк. Тәү сиратта – хәүефһеҙлек. Балаларҙың имен-аман ҡайтып етеренә шикләнмәйбеҙ. Икенсенән, ярыш, конкурстарға йөрөүе уңайлы буласаҡ. Балалар район, республика кимәлендә үткән сараларҙа ҡатнашырға тейеш, – ти мәктәп директоры.
Салауат районынан килгән вәкилдәр Радий Хәбиров ҡулынан асҡыс алғас, төбәк етәксеһен ҡунаҡҡа саҡырҙы. Ошо көндәрҙә ундағы Лаҡлы ауылында яңы мәктәп асыласаҡ.
- Лилиә НУРЕТДИНОВА.