

Башҡортостан 2021 йылда иҡтисади эшмәкәрлеккә граждандарҙың үҙмәшғүлдәр сифатында сығыуы өсөн кадрҙар әҙерләүҙең тотороҡло системаһын булдырыу буйынса проекттың икенсе тулҡынына ҡушылды.
Проект Һөнәри оҫталыҡты үҫтереү агентлығы (Ворлдскиллс Рәсәй) башланғысы менән тормошҡа ашырыла. Уның төбәк операторы - Башҡортостандың һөнәри әҙерлек үҙәге.
Ойоштороусыларҙың планында – 2021 йыл аҙағына тиклем бөтә Рәсәйҙән меңдән ашыу кешегә үҙмәшғүллек нигеҙҙәре буйынса әҙерлек программаһын үткәреү. Пилот ойошмалар булып Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы һәм Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжы тора.
"Бөгөн республика колледждары эшмәкәрлеген иҡтисад ихтыяжы менән синхронлаштырыу көнүҙәк бурыс булып тора. Үҙмәшғүл статусы һөнәри белем биреү ойошмаларында уҡығандар өсөн яңы мөмкинлектәр аса, улар минималь сығым менән үҙ бизнесын башлай ала. Бөтә документтар ҙа махсус ҡушымтала формалаша, ул хатта кассаны ла алмаштыра. Шуға күрә был форма карьера башлаусыларға бик шәп, айырыуса хеҙмәтләндереү өлкәһе һәм IT-профилле студенттар өсөн", – ти мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Тьюторҙар өлкән курс студенттары һәм сығарылыш студенттары менән эшләйәсәк, “Интернет-маркетинг”, “Реклама” һәм “Фотограф” компетенциялары буйынса үҙмәшғүллек нигеҙҙәренә өйрәтәсәк. Пилот проектына ярашлы, йәштәр яңы белемен нисек аҡсаға әйләндерергә өйрәнәсәк.
"Күп студенттар 3-4-се курста үҙаллы аҡса эшләй башлай, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәре уҡыған һөнәрҙәре буйынса эшләмәй. Әлеге проект быны төҙәтеү мөмкинлеге бирәсәк. Шуға күрә студенттар реклама буйынса курс тураһында белеп ҡалыу менән тулы төркөм булып йыйылды. Күптәр үҙмәшғүллектең нимә биреүе тураһында белмәй ине, тик инеш дәрестән һуң ышаныстары артты", – тине проект тьютеры Рафаэль Хәйретдинов.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52960
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.